Фекерләшеү:Башҡортостанда ислам

Һуңғы хәбәр: 5 лет назад элек Ryanag яҙған
  • Ryanag, ZUFAr, Рөстәм Нурыев 1. VII быуатта пәйғәмбәр Мөхәммәттең үҙ сәхәбәләрен Көньяҡ Уралға ебәреүе тураһында мәғлүмәттәр бар (?). Төрөк дин белгесе Усман Нури Топбаш һәм Нәҡшбәндиә суфыйҙар тәриҡәтенең башлығы шәйех Мөхәммәт Назим әл-Хаҡҡани Башҡортостанға ебәрелгән өс сәхәбәләрҙе атайҙар . Улар ниндәй яҙма сығанаҡтарға таянып быны иҫбатлайҙар? Был сығанаҡтар Пәйғәмбәр үҙе йәшәгән осорҙоҡо, йәғни ҡудси (достоверный) хәҙистәрҙә йәки башҡа шул осор яҙма сығанағында булырға тейеш. Әммә бындай сығанаҡ күрһәтелмәй, бар уйҙырма фараз ғына.

2. Быны үҙ хеҙмәттәрендә тарихсылар Хисаметдин бин Шәрәфетдин һәм Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди раҫлай, улар шулай уҡ башҡорттарҙан кемдәр тәүгеләрҙән булып ислам динен ҡабул итеүе хаҡында хәбәр итәләр - быға дәлил ҡайҙа, ни өсөн ул исемдәр аталмай? Ялсығол 1768—1838 йылдарҙа йәшәгән, ул ниндәй сығанаҡҡа таянып яҙған? Хисаметдин бин Шәрәфетдин үҙенең «Болғар тарихы» китабында башҡорттарҙың ислам динен үҙ күршеләренән иртәрәк, һижрә буйынса 195 йылда (Григориан календары буйынса 748 йылда) ҡабул итеүҙәре тураһында яҙа, - тип әйтелә. Тимәк, был Усман Нури Топбаш һәм Мөхәммәт Назим әл-Хаҡҡаниҙың һүҙҙәрен раҫламай, кире ҡаға, сөнки сәхәбәләр - Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тере сағындағы арҡалаштары, ул иһә миләди 632 йылда уҡ вафат булған. 748 йылға тиклем быуаттан ашыу ваҡыт үткән. Был һөйләмдәрҙе яңынан ҡарап,Усман Нури Топбаш һәм Мөхәммәт Назим әл-Хаҡҡани тураһындағы һүҙҙәрҙе алып ташларға тәҡдим итәм,йәки ышанырлыҡ яҙма сығанаҡтар күрһәтелһен. 7-се быуатта баҫылған сығанаҡтар йәки ҡудси хәҙис килтерелмәһә, былар дәлилһеҙ уйҙырма ғына.--Guram52 (әңгәмә) 17:00, 19 ғинуар 2019 (UTC)Яуап бирергә

    • Guram52, төрлө илдәрҙән булыуына ҡарамаҫтан фекерҙәре тап килә, был дин белгестәрҙең фекере таралыу алған - шунлыҡтан улар мәҡәләлә булырға тейеш. 114 мең сәхәбәләрҙең өсәүһенең Уралға килеүе ниндәйҙер ышанмаҫлыҡ фараз түгел бит инде. Сәхәбәләр килгәс тә үк Ислам динен тотош халыҡ/ил менән ҡабул итеү бик һирәк күренеш булған, бәлки Хисаметдин бин Шәрәфетдин рәсми рәүештә Ислам динен ҡабул итеүҙе күҙ алдына тоталыр (мәҫәлән ниндәйҙер дәүләт башлығы Ислам динен ҡабул иткән, артабан халыҡта таралған). --Ryanag (әңгәмә) 01:28, 22 ғинуар 2019 (UTC)Яуап бирергә
  • Ryanag, был исемдәр ҡайҙан алынған? Ниндәй ышаныслы сығанаҡтан? Ялсығол Тажетдин тиһәң, ул 18 быуатта йәшәгән, уның яҙғандарын хатта шул заман дин ғалимдары тәнҡит утына тотҡан булған (Тузбеков А.И., И.И. Бахшиев та "Археологические памятники как объекты сакрализации (на примере могильники Ильчигулов IV) // Известия Уфимского научного центра РАН. 2015. №4. 103-107). Сәхәбәләр сит илдәргә сығып китһә, Ғәрәбстандың үҙендә нисә кеше ҡалды икән? Улар был ваҡытта Ғәрәп ярымутрауында һуғыштар алып барған, кеүәтле Мысыр, Персия, Сүриәне яулап алған. Сәхәбәләр килеүе ихтимал, әлбиттә, әммә исемдәре ышаныслы сығанаҡтан булырға тейеш.Был йә ҡудси хәҙис, йә Ғәрәбстандың үҙендә сыҡҡан сәхәбәләр биографияһы булырға тейеш.Одна бабка сказала түгел--Guram52 (әңгәмә) 12:54, 27 ғинуар 2019 (UTC)Яуап бирергә
    • Во время правления халифа Умара (634-644 гг.), общее число сахабов достигало примерно 10 тысяч человек- Исламская энциклопедия[1]--Guram52 (әңгәмә) 13:37, 27 ғинуар 2019 (UTC)Яуап бирергә
      • Был исемдәр Хисаметдин Шәрәфетдин буйынса бирелде. Шәрәфетдин һәм әл-Башҡорди беҙҙең заманға тиклем һаҡланмаған сығанаҡтар буйынса үҙ хеҙмәттәрен яҙғандар. Башлыса әл-Башҡордины татар ғалимдары фашлай, сөнки уның хеҙмәттәре «дөйөм татар милләтен» төҙөүгә хеҙмәт итмәй. Мәҫәлән, Ҡол Ғәли тик уның хеҙмәте буйынса ғына билдәле булған — ул Ҡол Ғәлиның Аҡһаҡ Тимер осоронда Әй йылғаһы буйында йәшәүе тураһында яҙған, әммә татар ғалимдары ҡоро тәнҡит менән генә шағирҙың йәшәү йылдарын Болғар дәүләте осорона күсергән һәм уны болғар-татар шағиры тип иғлан иткән. Ryanag (әңгәмә) 01:26, 28 ғинуар 2019 (UTC)Яуап бирергә
        • Һандарҙы «Исламский энциклопедический словарь» буйынса бирҙем: Считается, что к моменту смерти Мухаммада количество его сподвижников достигло 114000. Для того чтобы правильно понять все аспекты исламской религии, необходимо хорошо знать биографию пророка Мухаммада и его сподвижников, так как вся их жизнь является примером для всех поколений мусульман. По этой причине мусульманские историки в своих книгах подробно описывали все аспекты жизни многих из них. В их трудах, составленных в алфавитном порядке, были даны биографии приблизительно 10000 сподвижников пророка. Шулай итеп 114 меңдән тик 10 мең сәхәбәләрҙең биографияһы һаҡланған, был осраҡта Уралдан кире хәлифәлеккә ҡайтмағандар - шунлыҡтан улар тураһында ғәрәп ғалимдары яҙмауы мөмкин. Шул уҡ ваҡытта Ибн Фаҙлан килеүенә тиклем үк Ислам диненең Башҡортостанда тарала башлауы аныҡ билдәле. Быны һәм сәхәбәләр килеүе тураһындағы мәғлүмәттәрҙе бер кемдә инҡар итә алмай. Ryanag (әңгәмә) 01:26, 28 ғинуар 2019 (UTC
            • Я допускаю возможное прибытие к нам сахабов, но "Исламская энциклопедия"ла: Во время правления халифа Умара (634-644 гг.), общее число сахабов достигало примерно 10 тысяч человек, тип яҙыла. Йәғни, телгә алынғандар ғына түгел, ә дөйөм һаны. Ә беҙгә сәхәбәләр 632 йылда килгән тип фараз ителә. --Guram52 (әңгәмә) 10:00, 28 ғинуар 2019 (UTC)Яуап бирергә
              • Немец ғалимы Михаэль Кемпер (Суфии и ученые в Татарстане и Башкортостане [1789-1889]. Исламский дискурс под русским господством. – Казань, 2008. – С. 30–31.) был сәхәбәләрҙе асыҡлап маташҡан. Уныңса, Абдрахман бин Зөбәйер – Ибн Сәйеттең (845 йылда үлгән) тәүге мосолмандар биографияһы йыйынтығында телгә алына һәм Абдул-Ашиас ҡушаматлы була (ялбыр сәсле кеше) һәм һижри 46-47 йылда үлә. Һантал бин Рабиғ (Талха ибн Усман) – Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең кәтибе (писары) ҡушаматлы була. Зөбәйер бин Джағд – ул Зөбәйер бин Әүүәм – бәйғәмбәрҙең хәрби көрәштәше.--Ryanag (әңгәмә) 20:43, 28 ғинуар 2019 (UTC)Яуап бирергә
                  • Хисаметдин бин Шәрәфетдин шулай уҡ беренсе башҡорт мосолмандарының исемдәрен атай: Әйле ырыуынан Айытҡол, Зәйет улы Ҡотлобай, Дәүләтбай һәм Ағиҙел менән Ҡариҙел ҡушылған ерҙә (хәҙерге Өфө) йәшәгән Байдджура хандың ҡул аҫтындағы Йәнғол һәм Аманғол исемдәрен әйтә.--Ryanag (әңгәмә) 20:43, 28 ғинуар 2019 (UTC)Яуап бирергә
«Башҡортостанда ислам» битенә кире ҡайтырға.