Фекерләшеү:Арыҫлан петроглифтары
«Арыҫлан петроглифтары» мәҡәләһен ҡатнашыусы Юлдашева Луиза |
Атаманың тәржемәһе тураһында
үҙгәртергәЮлдашева Луиза, Араслановская писаница тәржемәһе уңышлы түгел. Арыҫланға төшөрөлгән ҡаялар күҙ алдына килә.
Ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр тураһында һүҙ барғас, Арыҫлан һүрәтле ҡаялары тиһәк, бер аҙ яҡынлаша, шулай ҙа теүәл түгел кеүек. Урыҫтар петроглифты писаница тип алған, ә беҙҙә теүәл генә тәржемәһе йәки термины булмағас, атамала уҡ киң аңлатма бирергә тура килә. Бынан ҡасыу өсөн Арыҫлан петроглифтары тип алырға тәҡдим итәм. Төрки телдәрҙә был алымды йыш осратам, үҙҙәрендә аналог булмаған осраҡта, грек, инглиз йә башҡа телдән үҙләштерелеп, халыҡ-ара ҡулланыуға ингән һүҙҙе ҡуллана ла ҡуялар. Alfiya55 (әңгәмә) 14:50, 8 март 2021 (UTC)