Арыҫлан петроглифтары

археологик ҡомартҡы

Арыҫлан петроглифтары — ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр, Силәбе өлкәһенең Наҙы-Петровск районында Өфө йылғаһының уң ярында урынлашҡан Яман-таш ҡаяһындағы археология ҡомартҡыһы, Арыҫлан ауылынан йылға ағымы буйлап өс километр түбәндә, һәм шул уҡ исемле тимер юл станцияһынан көнбайышҡа ҡарай 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Дөйөмләштерелгән мәғлүмәттәр буйынса һүрәттәр һуңғы тимер быуатҡа ҡарай (б.э. 9 - 7 бб.)[1] Ул охра менән башҡарылған геометрик, зооморф һәм антропоморф һүрәттәрҙән тора.

Арыҫлан петроглифтары
Урын Силәбе өлкәһе
«Арыҫлан петроглтфтары» элементы — ҡара менән уратып алынған һарғылт-ҡыҙыл (зәңгәр — хәҙерге һүрәт)

Өйрәнеү тарихы

үҙгәртергә

Һүрәттәр 1968 йылда В. Т. Петрин тарафынан табыла, 1990 йылдар башында уларҙы В.Н. Широков өйрәнә[1]

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Көньяҡҡа һәм көньяҡ-көнбайышҡа ҡараған ҡаяның эзбизташлы асыҡ урыны, ҙур ишелмә өҫтөндә һыу өҫтөнән яҡынса 15-18 м бейеклектә урынлашҡан. Һүрәттәр ишелмәнән 1 – 1,7 м бейеклектә төшөрөлгән[1]

Һигеҙ метрлы панно сиктәрендә 2 төркөм һүрәттәр бүленә: төньяҡ ( 6 фигура менән) һәм үҙәк (8 һүрәт); шулай уҡ 2 яңғыҙ һүрәт табылған. Төньяҡ төркөмдә һулдан ситке позицияны айыуға оҡшаш хайуан һыны биләй: үҙәктә Ф-рәүешле тәшбихтә һындан композиция һәм 3 хайуан һүрәте (һулдағыһы насар һаҡланған һәм аңлашылмай, башҡа икеһе – тояҡлылар, бер-береһенә баштары менән урынлашҡан); уларҙан уң яҡта - 2 тәшбихтә һындан торған композиция, улар араһында б.э. 2-се мең йыллыҡтың икенсе яртыһы – 2-се мең йыллыҡтың беренсе быуаттарҙа археологик ҡомартҡыларҙан металл ҡойолмалар буйынса танылған стилдә атҡа оҡшаш тояҡлы хайуан төшөрөлгән. Үҙәк төркөмдә ике композиция бүленә. Өҫкө төркөмдә геометрик фигура ҡалдыҡтары һәм башы икегә бүленгән, аяҡһыҙ Ф-рәүешле тәшбихтәле йән эйәһенең һынына уңға башын борған тояҡлы хайуан һүрәте күренә. Был композиция аҫтында баштарын һулға борған 2 тояҡлы һүрәт төшөрөлгән, тәшбихтә һын улар араһында, уңда һәм һулда – вертикаль йүнәлтелгән зигзагтар. Бер тояҡлының күләме ҙур түгел, һыҙыҡлы манера менән башҡарылған, икенсеһе - ҙур, силуэт менән төшөрөлгән. Артабан уңда ҡыҙыл тап өҫтөнән тәшбихтә һын һәм селтәрле һүрәт ҡалдыҡтары[1]

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 1960-64 йылда уҡ урындағы манси ғаиләһе туғандары ҡаяға изге урын тип килгән. ХХ быуаттың 1 -се яртыһында мансы ғаиләһенең ҡаяларҙа яҙылған нәмәләрҙе хөрмәт итеүе тураһында мәғлүмәттәр В.Н.Чернецовтың тикшеренеүҙәрендә килтерелгән. Хәҙерге уғыр халҡының традицион йолалары менән бәйле Көньяк Урал яҙмаларын өйрәнгәндә алынған мәғлүмәттәр Көньяҡ Урал төбәгенең этник мөхитен тергеҙеү өсөн файҙаланылырға мөмкин. Арыҫлан петроглифтары янында ҡаҙыныуҙар ваҡытында Петрин ҡорбан комплексы ҡалдыҡтарын таба (балсыҡ һауыт-һаба ҡалдыҡтары, охра киҫәктәре, таш әйберҙәр, шул иҫәптән песта, шулай уҡ илек, ат, ҡош һәм ҡайһы бер билдәһеҙ фрагменттаҙың һөйәктәре). Табылған артефакттар бында ҡорбан салыу урыны булыуын раҫлай. Керамик фрагменттарҙағы орнамент буйынса әйбер комплексы сылва мәҙәниәтенә ҡарай[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Араслановская писаница. Официальный сайт Шемахинского сельского поселения Челябинской области. Дата обращения: 24 октябрь 2020. 2016 йыл 15 февраль архивланған.
  • Чернецов В. Н. Наскальные изображения Урала. Вып. 1. — Москва, 1964.
  • Чернецов В. Н. Наскальные изображения Урала. Вып. 2. — Москва, 1971.

Һылтанмалар

үҙгәртергә