Федянин Николай Дмитриевич
Федянин Николай Дмитриевич (19 ноябрь 1956 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре. Таганрог ҡалаһы мэры (2003—2012), Ростов өлкәһе буйынса хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе (2013 йылдан алып).
Николай Дмитриевич Федянин | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
Алдан килеүсе: | Семериков, Константин Анатольевич | |||
Дауамсы: | Прасолов, Владимир Александрович | |||
Тыуған: | 19 ноябрь 1956 (67 йәш) Зодубровка ауылы, Беловский районы, Кемерово өлкәһе | |||
Партия: | Советтар Союзы Коммунистар партияһы | |||
Наградалары: |
|
Биографияһы
үҙгәртергә1956 йылдың 19 ноябрендә Кемерово өлкәһе Беловский районы Зодубровка ауылында тыуған[1]. Ростов ауыл хужалығы машиналары төҙөү институтын «Машиналар һәм ҡойоу производствоһы технологияһы» (1978) һөнәре буйынса тамамлай.
Хеҙмәт юлын 1978 йылда алмаш механик вазифаһынан башлай, һуңынан Таганрог комбайн заводының ҡойоу цехы башлығы урынбаҫары, цех башлығы булып эшләй. 1983 йылдан 1991 йылдарға тиклем завод партия комитеты сәркәтибе урынбаҫары, Таганрогта Октябрь районы партия комитетының сәнәғәт-транспорт бүлеге мөдире, комбайндар заводында партия комитеты секретары булып эшләй. КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайлана (1990—1991). 1991—2001 йылдарҙа «ТКЗ» производство берекмәһенең тимерлек-ҡойоу заводы директоры, «ТКЗ» акцмонер йәмғиәтенең вице-президенты — коммерция директоры, «ТКЗ» акцмонер йәмғиәтенең етештереү һәм маркетингы буйынса генераль директор урынбаҫары, генераль директор урынбаҫары — Таганрог автомобилдәр заводы автомобиль производствоһы директоры булып эшләй. 2001 йылда ҡала үҙидараһы Башлығының беренсе урынбаҫары — Таганрог ҡала хакимиәте Башлығы итеп тәғәйенләнә.
2003 йылдың 29 июнендә Таганрог ҡалаһының ҡала үҙидараһы башлығы (мэры) итеп һайлана. 2007 йылдың 2 декабрендә ҡабат Таганрог ҡалаһы мэры итеп һайлана[2].
2013 йылдың 1 апрелендә Ростов өлкәһе буйынса хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе итеп тәғәйенләнә[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Энциклопедия Таганрога. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2003. — 512 с — ISBN 5-7509-0662-0.
- ↑ Мэр города Таганрога . Дата обращения: 24 август 2010. Архивировано 18 март 2012 года.
- ↑ Алина Ключко Бывший мэр Таганрога назначен руководителем инспекции труда по Ростовской области // donnews.ru. 03.04.2013 2013 йыл 24 апрель архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сайт Федянина Н. 2017 йыл 10 июнь архивланған. Д. 2017 йыл 10 июнь архивланған.
- Биография Н. 2016 йыл 4 март архивланған. Д. 2016 йыл 4 март архивланған. Федянина на сайте «Кто есть Кто в ЮФО» 2016 йыл 4 март архивланған.