Таганрог автомобилдәр заводы

Таганрог автомобиль заводы (ТагАЗ) — Рәсәй Федерацияһы Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһында урынлашҡан автомобилдәр йыйыү предприятиеһы. «ААЙ Таганрог комбайны заводы» аффилирланған предприятиеһы.

Таганрог автомобилдәр заводы
Тип

Акционерҙар йәмғиәте

Нигеҙләнгән йыл

1997 йыл

Ябылған йыл

2014

Урынлашыуы

Рәсәй, Таганрог

Тармаҡ

Автомобилдәр эшләү

Продукция

Автомобилдәр

Сайт

tagaz.ru

Tagaz Vega эсендәге салон

2014 йылдың 24 апрелендә банкрот тип танылған.

  • 1997 йыл — Көньяҡ Кореяның Daewoo Motors лицензияһы һәм технологияһы буйынса Таганрог автомобилдәр заводы төҙөлә. Төҙөлөш тулыһынса ФПГ «Донинвестың» (Doninvest Finance & Industry Group) 260 млн $ артыҡ инвестицияһы аҡсаһына алып барыла. Завод төҙөлөшөн «Таганрог комбайн заводындағы» универсаль конвейерын файҙаланып бик тиҙ генә автомобилдәр йыйыүҙы ҡорорға уйлап башлайҙар. Завод проекты Ростов конструкторҙары тарафынан эшләнелә. Завод төҙөү ваҡыты бер йыл ете ай тәшкил итә.
  • 12 сентябрь,1998 йыл. Был көндә завод тантаналы асыла. Заводта өс корея Daewoo Leganza, Nubira һәм Lanos моделдәре асылырға тейеш була, уларҙың русса исеме: «Кондор», «Орион», «Ассоль». Заводты асыү Рәсәйҙәге иң ауыр иҡтисад көрсөге (1198 йылдың 17 авгусындағы дефолт)ваҡытына тура килеү сәбәпле, заводты баштан уҡ резервация режимына күсерәләр. Бынан һуңғы ике йылда заводтың барлыҡ ҡорамалдары эшсәнлеген юғалтмаһын өсөн буш килеш ваҡыт-ваҡыт эшләп тора. Автомобилдәр отвертка менән ҡулдан бороп бик бәләкәй генә сериялар менән сығарыла.
  • 1999 йылда «Орион» автомобилдәре бәләкәй генә серия менән генә һынау өсөн сығарыла, тик «Daewoo» концерны комплектлау йыһаздарын даими рәүештә заводҡа килтерә алмай., ТагАЗ, бер нисә йөҙ машина йыйғандан һуң, ябыла.
  • 2000 йылдың апрелендә PSA концерны менән Таганрогта Citroen Berlingo автомобилдәрен сығарыу тураһында контрактҡа ҡул ҡуйыла. Июнь башында 5 урынлы Citroën Berlingo MkI пикабы «Орион-М» маркаһы аҫтында Citroen лицензияһы буйынса бензин менән эшләүсе двигатель ҡуйып сығарыла. Шулай уҡ завод менән Hyundai Motor Company компаниеһы араһында Таганрогта Hyundai Accent автомобилдәрен лицензия буйынса етештереү тураһында килешеү төҙөлә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә