Учёнова Виктория Васильевна
Учёнова Виктория Васильевна (24 октябрь 1929 йыл — 2007) — журналистика һәм тәҡдимнамә өлкәһендә СССР һәм Рәсәй ғалимы, филология фәндәре докторы (1973), профессор (1978), Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры (1999).
Учёнова Виктория Васильевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 24 октябрь 1929 |
Тыуған урыны |
Санкт-Петербург, РСФСР, СССР РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 3 октябрь 2007 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | журналист, ньюсмейкер |
Эш урыны | Мәскәү дәүләт университетының баш йорто[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм Заслуженный профессор Московского университета[d] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәВиктория Васильевна Учёнова 1929 йылдың 24 октябрендә Ленинградта тыуған.
1952 йылда Мәскәү университеты филология факультетының журналистика бүлеген тамамлай. 1952 йылдан 1956 йылға тиклем «Комсомольская правда» гәзитенең хәбәрсеһе булып эшләй[1].
1956 йылдан 1959 йылға тиклем Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетында аспирантурала уҡый. 1959 йылдан — уҡытыусы, 1978 йылдан 1990 йылға тиклем — партия-совет матбуғатының теория һәм практика кафедраһы профессоры, 1990 йылдан 2007 йылға тиклем — Мәскәү дәүләт университеты журналистика факультетының тәҡдимнамә һәм иҡтисади журналистика кафедраһы профессоры[1].
1962 йылда «Центральные партийные журналы „Коммунистическая революция“ и „Большевик“ в годы восстановления народного хозяйства СССР» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1977 йылда «Происхождение и развитие публицистики как рода литературно-политической деятельности» темаһына докторлылыҡ диссертацияһы яҡлай. 1978 йылда Л. И. Учёноваға профессор, ә 1999 йылда Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры исеме бирелә[2][1].
В. В. Учёнова тәҡдимнамә философияһы һәм киң коммуникациялар теорияһы буйынса ғилми һәм публицистика хеҙмәттәре, шул иҫәптән публицистика теорияһы буйынса биш монография авторы. В. В. Учёнова хәҙерге Рәсәйҙә беренсе булып ватан рекламаһы тарихы менән шөғөлләнә. Реклама философияһын, уның көнбайыш Европала һәм Рәсәйҙә урынын һәм тәҡдимнамә мәҙәниәтенең һәм гносеологияһының башҡа мәсьәләләрен анализлай. Һуңғы йылдарҙа В. В. Учёнова тәҡдинамәнең матбуғаттағы проблемалары өҫтөндә эшләй[1].
2007 йылдың 3 октябрендә Мәскәүҙә вафат була, Троекуров зыяратында ерләнә[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Московская энциклопедия : в 2 т. / принимали участие : И. Л. Беленький и др. — М.: Москвоведение, Т. 1 кн. 5: Лица Москвы. кн. 5 : У-Я // редкол. : гл. ред. С. О. Шмидт и др. — 2012 г. — 639 с. — ISBN 978-5-7853-1504-4
- ↑ Заслуженные профессора Московского университета (1999) . Дата обращения: 20 март 2020.
- ↑ Учёнова Виктория Васильевна . Дата обращения: 20 март 2020.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Московская энциклопедия : в 2 т. / принимали участие : И. Л. Беленький и др. — М.: Москвоведение, Т. 1 кн. 5: Лица Москвы. кн. 5 : У-Я // редкол. : гл. ред. С. О. Шмидт и др. — 2012 г. — 639 с. — ISBN 978-5-7853-1504-4
- Новая Россия: мир литературы : Энциклопедический словарь : в 2 т. / М.: Рипол-классик, Т. 2: М—Я. — 2003 г. — 927 с. — ISBN 5-9560-0157-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Учёнова Виктория Васильевна . Дата обращения: 20 март 2020.
- Журналисты потеряли наставника . № 0(4486) (6 октябрь 2007). Дата обращения: 20 март 2020.