Урюпин йорто (укр. Будинок Урюпіна) — Харьков ҡалаһында бер ҡатлы бина. Ҡалала һаҡланып ҡалған иң боронғо торлаҡ бина булып тора[1][2][3]. Урындағы әһәмиәткә эйә булған архитектура һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы.

Урюпин йорто
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Харьков
Урынлашҡан урамы Рымарская улица[d]
Ҡат һаны 1
Мираҫ статусы памятник архитектуры местного значения[d] һәм Памятник градостроительства Украины местного значения[d]
Карта
 Урюпин йорто Викимилектә

Йорт Рымарский, 4. урамында урынлашҡан.

Йорт ХVIII быуат аҙағында төҙөлгән. 1799 йылдан 1805 йылға тиклем бинаның хужаһы булып Харьков ҡалаһы башлығы Урюпин Егор торған. Әммә, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, йорт Харьков ҡалаһы башлығына ҡарамаған[4]. XIX быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән йортта статский советник Кульчицкий йәшәгән. 1902 йылдан, иренең вафатынан һуң, бинаға Е.В.Кульчицкая хужа була. 1913 йылда йортто коллеж сәркәтибе М. Н. Починков, ә 1916 йылда — хоҡуҡ кандидаты Матеуш Маркович Морухович һатып ала. 1918 йылдың 15 февралендә йорт Беренсе рәсәй страховкалау йәмғиәтенә күсә[5].

1998 йылда бина Харьков производство оҫтаханаһына тапшырыла[6]. 2000 йылдар башында бинаның аҫҡы өлөшө керамик плиткалар менән ҡаплана, тәҙрә киңәйтелә, шулай уҡ йорттоң тышҡы яғын бик күп рекламалар ҡаплай[7][8].

2004 йылдың 20 авгусында Харьков ҡалаһының 350-йыллыҡ байрамы ваҡытында йорттоң фасадына Урюпин Егор хөрмәтенә мемориаль таҡта ҡуйыла[9][10]. Таҡтаның скульпторы В. С. Кочмар була.

2018 йылдың 31 майында Харьков ҡала Советы бинаның фасадына украин философы Григорий Сковорода хөрмәтенә иҫтәлекле мемориаль таҡтаташ ҡуйырға ҡарар ҡабул итә[11].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Лейбфрейд, Александр Юрьевич. ПАМЯТНИК старины: [О доме Е. Е. Урюпина на Рымарской, 4] // Торг. газ. — 1997. — 7-14 авг. — С.25, 2 фот. — (Первая столица).

Һылтанмалар

үҙгәртергә