Урыҫса-башҡортса геология терминдары һүҙлеге
Урыҫса-башҡортса геология терминдары һүҙлеге— геология терминдары һүҙлеге. Төҙөүсеһе- техник фәндәр докторы, геология-минералогия фәндәре кандидаты Э.М.Юлбарисов.
Урыҫса-башҡортса геология терминдары һүҙлеге | |
Атамаһы | Русско-башкирский словарь геологических терминов |
---|---|
Автор | Юлбарисов Эрнст Мирсаяфович |
Нәшер итеүсе | Башҡорт энциклопедияһы |
Нәшер ителеү урыны | Өфө |
Нәшер ителеү ваҡыты | 2019 |
2019 йылда Өфөлә «Китап» нәшриәтендә тәүләп нәшер ителгән[1].
Башҡортостан биләмәһендә 1200 файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығы, 22 геологик ҡомартҡы асылған. Республикала геология, файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы сығарыу һәм эшкәртеү ныҡ үҫешкән. Һүҙлеккә ошо тармаҡтарға ҡараған 3 меңгә яҡын термин индерелгән. Шулай уҡ китаптағы ҡушымталарҙа минералдарҙы тышҡы билдәләре буйынса асыҡлау ысулдары терминдары, донъя кимәлендә билдәле ғалимдарҙың һәм фәнни-ғәмәли ҡаҙаныштары менән республика ер аҫтын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән геологтарҙың һәм эре тау-геология предприятиелары етәкселәренең исемлеге урын алған.
Һүҙлек тәржемәселәр, яҙыусылар, журналистар, телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, уҡыусыларға, йәш геологтар хәрәкәте ағзаларына, студенттарға тәғәйенләнә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Э.М.Юлбарисов.Урыҫса-башҡортса геология терминдары һүҙлеге / Русско-башкирский словарь геологических терминов. Уфа:издательство «Башкирская энциклопедия», 2019, ISBN 978-5-88185-442-3