Урман ултыртыу - урман булмаған ерҙәрҙә ағас ултыртып урмандарҙы яһалма үҫтереү.

Урман ултыртыу
Происходит в типе места Deforested habitats lack seeds of late-successional and large-seeded plant species in tropical montane forests[d]
 Урман ултыртыу Викимилектә
Колесов "хәнйәре" менән ағас ултыртыу

Ултыртыу ысулдары

үҙгәртергә

Ғәҙәттә ағастар элек үҫмәгән ерҙәрҙә, мәҫәлән, далаларҙа, ҡомло сүлдәрҙә йәки һаҙлыҡтарҙа ултыртыла. Урман ултыртыу ысулдарын һайлау иҡтисади мөмкинлек менән билдәләнә һәм тупраҡ һәм климат шарттарын иҫәбенә алып башҡарыла. Урман ултыртыуҙа төрлө сәсеү ысулдары ҡулланыла: бер-бер артлы теҙеп йәки айырым бер тәртипкә һалмайса һ ғына.б. Урман ултыртыуҙа орлоҡ (орлоҡтан үҫкән) һәм вегетатив (һабаҡтан, үҫентенән һ.б.) ултыртыу материалы ҡулланыла.

Сәсеү сәбәптәре

үҙгәртергә

Сәсеү сәбәптәре төрлөсә булыуы мөмкин: эрозияны контролдә тотоу һәм тупраҡты ойош итеү өсөн (мәҫәлән, Украиналағы Алешков ҡомы); һөрөнтө ерҙәрҙе елдәрҙән һаҡлау; ҡағыҙ алыу өсөн яраҡлы ағасты, бигерәк тә йомшаҡ ағасты, сеймал сифатында үҫтереү өсөн. Күпселек дәүләт һәм ижтимағи ойошмалар урман ултыртыуҙа ҡатнашалар, урмандар булдырыу, углерод сығыуын кәметеү (секвестрлау) һәм йотолоуын арттырыу , экологик факторҙарға биологик төрлөлөктө яҡшыртыу өсөн булышлыҡ итәләр. Яуым-төшөмгә йоғонтоһо ла бар [1].

Яуым-төшөмгә йоғонтоһо

үҙгәртергә
 
Африкала ағас ултыртыу

Яңы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, урман ямғырҙар йәлеп итә, һәм был ни өсөн йышыраҡ донъяның ҡайһы бер өлөштәрендә, мәҫәлән, Көнбайыш Африкала, ҡоролоҡ килеп сығыуын аңлата. НАСА- ның Реактив хәрәкәт лабораторияһынан Кэрол Расмуссен тикшеренеүе Көньяҡ Амазонканың тропик урмандары, үҫемлек япраҡтарынан сыҡҡан һыу быуы тупланып, ямғырҙар сезоны башланып китеүен асыҡлаған. Был асыш урман ҡырҡыуҙың яуым-төшөм һаны кәмеү менән бәйле булыуын аңларға ярҙам итә[2]. Дуглас Шейл һәм Даниэль Мурдиярсо тикшеренеүҙәр үткәреп, урман ҡаплауының элегрәк уйлағанға ҡарағанда күберәк яуым-төшөм булыуында ҙур роль уйнауын күрһәтә тип белдерә. Был гипотеза буйынса, урман менән ҡапланған райондар атмосфера һыу парының күләм яғынан ҙур ағымдарын булдырған. [4] Макарьева һәм Горшков гипотезаһы буйынса, урмандар дымлы һауаны тарта һәм ағастар ҡаплаған майҙандарҙа яуым-төшөм һанын арттыра[3] .

Башҡортостанда урмандарҙы тергеҙеү

үҙгәртергә

Урманды яһалма юл менән яңыртыу, шулай уҡ уның тәбиғи юл менән яңыртылыуына һәм тоҡом составын яҡшыртыуға булышлыҡ итеү маҡсатында күпләп ҡырҡылыу, янғындар, дауыл арҡаһында юҡҡа сыҡҡан урман майҙандарында ағастар ултыртыла. Башҡортостанда урмандарҙы тергеҙеү 1990 йылда — 33 мең га, 1995 йылда — 29,1, 2000 йылда — 15,3, 2005 йылда — 12,0, 2006 йылда — 10,0, 2011 йылда 10,6 мең га майҙанда үткәрелә.

Урмандарҙы тергеҙеү буйынса фәнни тикшеренеү 20-се быуаттың 30-сы йылдарынан башлап Урман тәжрибә станцияһында алып барыла. 70-се йылдарҙан Биология институтында боҙолған ландшафтарҙа һәм сәнәғәт арҡаһында бысранған территорияларҙа урмандарҙы тергеҙеү ысулдарын эшләү буйынса ғилми тикшеренеү алып барыла (А.А.Баталов, А.Ю.Кулагин, Ю.З.Кулагин һ.б.).

Йыл да Башҡортостан Республикаһы урман фонды территорияһында урмандарҙы яңынан тергеҙеү айлығы үткәрелә.

Яҙғы урман-культура эштәре һөҙөмтәләре буйынса республика урмансылары 2020 йылда 6,4 мең га майҙанда ағас ултыртҡан. Башҡортостан Республикаһында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы үткәрелде. Уның сиктәрендә республикала 1,4 млн. данаға яҡын ағас ултыртылды [4]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Лесоразведение // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  2. Carol Rasmussen (2017), New study shows the Amazon makes its own rainy season, NASA's Jet Propulsion Laboratory, https://climate.nasa.gov/news/2608/new-study-shows-the-amazon-makes-its-own-rainy-season/
  3. (2009) «How Forests Attract Rain: An Examination of a New Hypothesis». Bioscience 59 (4): 341–347. DOI:10.1525/bio.2009.59.4.12.
  4. Лесопользователи Республики Башкортостан завершили весенний лесокультурный сезон(недоступная ссылка)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Лесоразведение // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М.  : Советская энциклопедия, 1969-1978.
  • Лесоразведение // Научно-технический энциклопедический словарь.
  • Лесоразведение // Толковый словарь русского языка Кузнецова.
  • Halldorsson G., Oddsdottir, ES and Eggertsson O (2007) Effects of Afforestation on Ecosystems, Landscape and Rural Development. Proceedings of the AFFORNORD conference, Reykholt, Iceland, June 18-22, 2005, TemaNord 2007:508, 343pages ISBN 978-92-893-1443-5
  • Лесовосстановление на промышленных отвалах Предуралья и Южного Урала / А.А.Баталов [и др.] Өфө, 1989
  • Ситдиков Р. Г. Лесоведение на Южном Урале. Уфа, 1997; Набиуллин Р. Г., Хайретдинов А. Ф. Лесное хозяйство Республики Башҡортостан. Уфа, 2010.