Йылайыр (Урман Йылайыры)

(Урман Йылайыры битенән йүнәлтелде)

Йылайыр (Урман Йылайыры) — Башҡортостандағы йылға. Һаҡмар йылғаның уң ҡушылдығы.

Йылайыр
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Һаҡмар
Ҡушылдыҡ Оло Уҙалы, Имгәшле һәм Сатлы
Бассейн майҙаны 1210 км²
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 158 km
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Зилаира (нижнего притока Сакмары)[d]
Карта
 Йылайыр Викимилектә

География

үҙгәртергә

Йылайыр районы Ҡыҙыл Ҡушаҡ утарынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Уралтау һыртының көньяҡ битләүендә башлана. Йылайыр һәм Хәйбулла райондары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан аға. Һаҡмарға ҡоя. Ҡар һыуы менән туйына. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 2,5 м³/с. Йылайыр ауылы эргәһендә һыуһаҡлағыс төҙөлгән.

Йылайыр йылғаһының оҙонлоғо 158 км, бассейнының майҙаны 1210 км².

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Урал бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы инешенән Оло Эйек йылғаһына һыуҙарын ҡойғанға тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — юҡ. Йылға бассейны — Яйыҡ (Рәсәй бассейны өлөшө)[2]

Ҡушылдыҡтары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә