Упҡанкүл (күл, Нуриман районы)

Башҡортостандың Нуриман районындағы күл

Упҡанкүл (упҡын һәм күл[1]), ҡайһы берҙә Упҡанныкүл —  Башҡортостандың Нуриман районындағы  күл,  Нимесләр ауылынан 2 километрҙа ята. Тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965 йылдан) (БАССР Министрҙар Советының  17.08.1965 № 465 ҡарары). Күлдә эндемик — урал һыу сәтләүеге — үҫә, Башҡортостанда ул башҡа бер ерҙә лә осрамай.  Бында Ҡыҙыл китапҡа ингән алатыр һыу сәтләүеге бар. Һаҡланыусы зонаның майҙаны  — 104,2 квадрат километр.

Упҡанкүл
Упҡанкүл
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Карта
 Упҡанкүл Викимилектә

Яһалышы буйынса күл  — Ҡариҙел йылғаһының  ҡылыһы. Ҡариҙел йылғаһы үҙәнендә, Упҡанкүл тирәһендә, ҡылы күлдәр бик күп. Һаҙланған ерҙәре бар. Ярҙары ағаслы.

Бөгөлгән рәүешле, оҙонлоғо 2,5 километрға тиклем, киңлеге ~ 100 метр.

2008 йылға тиклем күл буйлатып Байгилде  ауыл Советы  һәм  Нимесләр ауыл Советы  сиге үтә[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. и др. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан. Уфа, 2005.
  2. Закон Республики Башкортостан от 17.12.2004 N 126-з «О границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан»

Һылтанмалар

үҙгәртергә