Упҡанкүл (күл, Асҡын районы)

Башҡортостандың Асҡын районындағы Упҡанкүл ауылы эргәһендәге күл[

Упҡанкүл (башҡ. Упҡанкүл, упҡын `омут, бездна` һәм күл `күл мәғәнәһенә эйә`[1]) — Башҡортостандың Асҡын районында Упҡанкүл ауылы эргәһендәге күл[2][3].

Упҡанкүл
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Башҡортостандың Асҡын районында Яубүләк ауыл Советы территорияһында урынлашҡан. Күл исеме Упҡанкүл ауылы атамаһына ла күскән. Координаталары: 55.9239/56.5042

Топонимикаһы

үҙгәртергә

15 гектар майҙанды биләгән Упҡанкүл күле атамаһын йәнәшендәге Упҡанкүл ауылы ла йөрөтә. Күлдең һәм ауыл атамаһының килеп сығыуы тураһында легенда бар. Һунарсылар, уңышлы ауҙан һуң өйҙәренә ҡайтып килешләй, осраҡлы ғына урман уртаһында ер аҫтынан урғылып ятыусы боҙ кеүек һалҡын һыулы шишмәләргә тап була. Бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң, әлеге һунарсылар шул урынға килә, әммә ҡарурман һәм шишмәләр урынына киң майҙанда йәйрәп ятҡан күл күрә. Аптыраған һунарсылар: «Собхан Алла!» тип ҡысҡырып ебәрә, шунан бирле күлде Собханкүл тип атала башлай. Һуңыраҡ был урынға хәҙерге Ҡариҙел районы Тегермән ауылынан кешеләр күсеп ултыра. Һәм аҡһаҡалдар уларҙың тамыры хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы башҡорттары менән бәйләнгән тип фаразлай. Улар мул һунар биләмәләре эҙләп төньяҡҡараҡ күсеп килгәндер. Яйлап күл атамаһы Упканкүл — «упҡын-күл» мәғәнәһен ала[4].

Күлде һаҡлау

үҙгәртергә

Тәбиғәт ҡомартҡыһы (БАССР-ҙың 26.12.1985 йылдың 26 декабрендә ҡабул ителгән 212-се ҡарары нигеҙендә, 1985 йылдан). Һаҡлау зонаһы майҙаны — 3,0 км². Упҡанкүл ауылы эргәһендәге һаҙлыҡ һәм күл дәүләт тарафынан һаҡлана. Әммә, мәктәп уҡыусылары экологик өмәләр үткәреп торһа ла, күлдең экологик хәле насар.

Һаҡлау объекттары: 1. Эталонлы һәм һирәк осраусы һаҙ үҫемлектәре берләшмәләре (күрәнле-һаҙ мүте торф ҡапламлы упҡынлы-күтерле (сплавинный) һаҙлыҡ). 2. Һирәк осрай торған үҫемлектәр популяцияһы (һомғол мамыҡбаш, һаҙ мүк еләге, түңәрәк япраҡлы ысыҡ үләне, инглиз ысыҡ үләне, һаҙ гаммарбияһы һ. б.)[5].

Һаҡлаулы тәбиғәт территорияһының тәғәйенләнеше: бөтөн тәбиғәт комплексын һәм биологик төрлөлөгөн һаҡлау.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. и др. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан. Уфа, 2005.
  • Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь-справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. Уфа, 2004

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. и др. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан. Уфа, 2005.
  2. Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь-справочник названий населённых пунктов Республики Башкортостан. Уфа, 2004
  3. * Упҡанкүл (күл, Асҡын районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Упакнкүл тарихы 2021 йыл 3 август архивланған.
  5. CD Econet. Дата обращения: 26 ноябрь 2011. Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.