Линус Умарк
Линус Умарк (швед. Linus Karl Heimer Omark; 5 февраль 1987 йыл, Эвертурнео, Швеция) — Швеция хоккейсыһы, һул һөжүмсе. 2015—2020 йылдарҙа Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсыһы. Швеция йыйылма командаһы составында донъя чемпионы һәм ике тапҡыр донъя чемпионаттарының бронза миҙалсыһы.
Линус Умарк | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Позиция |
Һөжүмсе | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Буйы |
179 см | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ауырлығы |
82 кг | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡулсыр |
Һул | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡушаматы |
Тылсымсы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Гражданлығы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған көнө |
5 февраль 1987 (37 йәш)
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||
МХЛ драфты |
2007 йылда 4-се раундта дөйөм 97-се һан аҫтында «Эдмонтон Ойлерз» клубы менән һайлана | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Карьера | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
2003—ә.в.
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Хоккейсы карьераһы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара миҙалдары | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Карьера
үҙгәртергә«Лулео» хоккей клубында
үҙгәртергәЛинус Умарк хоккей менән 2003 йылда Швецияла «Лулео» хоккей клубының юниорҙар командаһында уйнай башлай һәм Швеция юниорҙар чемпионатында көмөш миҙалдарҙы еңә. 2004/05 йылдар миҙгелендә ул йәштәр командаһы өсөн сығыш яһай һәм илдең йәштәр чемпионатында тағы ла көмөш миҙалдарға етә. Ә киләһе миҙгелдә Линус 18 йәшендә «Лулео» хоккей клубының төп составы өсөн Швеция чемпионатында 22 уйын үткәрә һәм бер һөҙөмтәле пас бирә. 2006/2007 йылдар миҙгеле Умарк өсөн уңышлыраҡ була: 54 осрашыуҙа 18 (9+9) мәрәй йыя һәм миҙгелдең иң яҡшы йәш уйынсыһы өсөн трофейға номинантар араһында була. Шулай уҡ ул 2007 йылдың йәйендә Милли хоккей лигаһының драфтында 4-се раундтың 97-се һаны аҫтында «Эдмонтон Ойлерз» хоккей клубы менән һайлана.
Алдағы ике йылда Линус команданың иң яҡшы бомбардирына тиклем етә, 2008/2009 йылдар миҙгелендә ул бер уйында уртаса бер мәрәйҙән күберәк йыя башлай һәм Швеция лигаһында миҙгелдең иң яҡшы уйынсылары исемлегенә керә.
КХЛ, Төньяҡ Америка һәм Европала карьераһы
үҙгәртергә2009 йылдың 8 апрелендә Линус Умарк Юхан Харью менән бергә «Лулео» командаһынан Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған Мәскәүҙән «Динамо» хоккей клубы менән контракт төҙөйҙәр[1]. 2009/10 йылдар миҙгелендә ул тәүге шайбаһын «Салауат Юлаев» ҡапҡаһына керетә[2]. Линус даими миҙгел барышында дүртенсе аҙнала һәм октябрь айында лиганың иң яҡшы йәш уйынсыһы тип таныла[3][4]. «Динамо» конференцияһында өсөнсө урында даими миҙгелде тамамлай, әммә плей-оффта конференциялар сирекфиналында уҡ «Спартак» хоккей клубына серияла 1-3 иҫәбе менән отола. Линус Умарк бөтәһе 60 уйында 36 (20+16) мәрәй йыя. 2010 йылдың 20 мартында «Динамо» президенты Михаил Головков Умарк һәм Харью менән контрактар ике яҡтың килешеүе буйынса өҙөлөүөн раҫлай[5].
Ә 5 апрелдә Милли хоккей лигаһы командаһы «Эдмонтон Ойлерз» менән ике йылға контракт төҙөй[6]. Әммә миҙгелде ул фарм-клубта Америка хоккей лигаһында «Оклахома» составында башлай. 7 ноябрҙә ул «Торонто Марлис» командаһына ҡаршы уйында 5 гол керетә һәм буллиттар серияһында ла уңышҡа өлгәшә[7]. Шуға күрә ул Лигала аҙнаның иң яҡшы уйынсыһы тип таныла[8]. Шулай уҡ ул АХЛ бөтә йондоҙҙар уйынына саҡырыу ала[9]. 2010 йылдың 10 декабрендә Линус МХЛ-да тәүге уйынын үткәрә һәм һөҙөмтәле пас бирә. «Эдмонтон» өсөн ул барыһы 51 уйында 27 (5+22) мәрәй йыя, тик плей-оффҡа эләкмәй. АХЛ-да «Оклахома» плей-оффтың тәүге раундында еңелә, ә Линус алты осрашыуҙа 3 мәрәй йыя.
2011/2012 йылдар миҙгелендә Линус «Эдмонтон» өсөн даими миҙгелдә 14 уйында 3 гол керетә. Ә АХЛ-да 18 осрашыуҙа 16 мәрәй йыя. Тик бер командаһы ла плей-оффҡа эләкмәй. 2012/2013 йылдар миҙгелендә МХЛ-да локаут була, шуға күрә 2012 йылдың 29 авгусында Линус Швейцариянан «Цуг» хоккей клубы менән бер йылға килешеү төҙөй[10]. Даими миҙгелдең 48 осрашыуында ул 69 мәрәй йыя, мәрәйҙәр һәм һөҙөмтәле пастар һаны буйынса уға етеүсе булмай. Плей-оффта «Цуг» ярымфиналға тиклем барып етә, ә Умарк миҙгелдең иң яҡшы уйынсылары араһында була.
2013 йылдың авгусында Линус «Эдмонтон» менән бер йылға контракт төҙөй[11]. Был клуб өсөн миҙгелдә ул бер уйын ғына үткәрә, ә АХЛ-да 29 уйында 29 мәрәй йыя. 2013 йылдың 20 декабрендә «Эдмонтон» Линус Умаркты «Баффало» командаһына алмаштыра[12]. Әммә яңы клубы өсөн ул 13 уйын ғына үткәрә, һәм 2014 йылдың февралендә «Баффало» Умарк менән контракты өҙә[13]. Шунан һуң ул миҙгел аҙағына тиклем «Лулео» составында уйнай[14].
Континенталь хоккей лигаһына яңы ғына ҡабул ителгән Финляндиянан «Йокерит» хоккей клубы 2014 йылдың 1 апрелендә Линус Умарк менән икен йылға контракт төҙөй[15]. КХЛ даими миҙгелендә Умарк бар 60 уйында ла ҡатнаша һәм 46 (16+30) мәрәй йыя. 2014 йылдың аҙағында Швейцарияла үткән Шпенглер кубогында Линус 3 уйында 5 (2+3) мәрәй йыя һәм турнирҙың иң яҡшы һөжүмселәр исемлегенә инә[16]. Гагарин кубогының плей-оффында «Йокерит» тәүҙә Минскиҙан «Динамо» хоккей клубын үтә, әммә конференциялар ярымфиналында ЦСКА-ға отола. Миҙгел тамамланғас, 29 апрелдә «Йокерит» Линус менән килешеүҙе өҙә[17].
«Салауат Юлаев» (2015 йылдан алып)
үҙгәртергә2015 йылдың 2 май көнөндә Линус Өфөнән «Салауат Юлаев» менән ике йылға килешеү төҙөй[18]. Яңы клуб өсөн ул тәүге уйындан уҡ мәрәйҙәр йыя башлай. 2016 йылда Мәскәүҙә үткән КХЛ йондоҙҙар уйынына Линус старт звеноһына көйәрмәндәр менән һайланып ала[19]. Шунда Умарк «Иң яҡшы һөжүм» конкурсында Найджел Доус һәм Владимир Соботка менән еңеү яулайҙар[20]. Артабан Линус «Эффектлы буллит» конкурсында янып торған сәкән менән һуғып ҡарай, һәм унан да оҫтараҡ эшләүсе табылмай[21]. Даими чемпионатта Линус 60 осрашыуҙа 58 (18+39) мәрәй йыя — командала иң яҡшы бомбардир һәм Лигала иң яҡшыларҙың береһе була. «Салауат Юлаев» Гагарин кубогының конференциялар сирекфиналында Ҡазандан «Аҡ Барс» хоккей клубын ете осрашыуҙа үтә. Конференциялар ярымфиналында Омскиҙан «Авангард» хоккей клубын серияла 4-3 иҫәбе менән ота. Тик конференция финалында ғына буласаҡ чемпионға отола. Умарк 19 осрашыуҙа 16 (5+11) тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша.
2016 йылдың июнендә Линус Швецияла иң яҡшы һөжүмсе тип таныла — тәүгегә был бүләкте «легионер» хоккейсы ала[22]. 1 августа Линус «Салауат Юлаев» менән 2018 йылға тиклем яңы контракт төҙөй[23]. 2017 йылдың ғинуарында КХЛ бөтә йондоҙҙар уйыны Өфөлә үтергә тейеш ине. Умарк көйәрмәндәр менән иң тәүҙән үк һайланып ҡуйыла[24]. Әммә аҙаҡтан ул ауырыуы арҡаһында был сарала ҡатнашмаҫҡа мәжбүр була[25]. КХЛ даими чемпионатында Линус Умарк йәш Кирилл Капризов менән иң яҡшы уйынды күрһәтәләр: Умарк 55 уйында 56 мәрәй йыя һәм икенсегә командала иң яҡшы бомбардир була, ә Кирилл 49 осрашыуҙа 42 һөҙөмтәле балл йыя. «Салауат Юлаев» плей-оффта тәүге раундта «Аҡ Барс» хоккей клубына отола.
2017/2018 йылдар миҙгелендә «Салауат Юлаев» клубын Эркка Вестерлунд етәкләй. Линус уның менән «Йокерит» хоккей клубында бергә эшләй. Ә Умарктың Йоонас Кемппайнен һәм Теему Хартикайнен менән звеноһы КХЛ даими чемпионатында иң күп мәрәй йыя. 23 декабрҙә «Себер» командаһына ҡаршы уйында Линус тәүгегә КХЛ-да 5 (1+4) мәрәй йыя, ә «Салауат Юлаев» еңелеп барғандан еңеүҙе яулай[26]. Линус Умаркты өсөнсө йыл рәттән көйәрмәндәр бөтә йондоҙҙар уйынына һайлап ала[27]. «Салауат Юлаев» 2010 йылдан тәүгегә Чернышёв дивизионын еңә. Линус 55 уйында 55 мәрәй йыя (командала иң яҡшы күрһәткес) һәм марттың тәүге көнөндә команда менән 2020 йылға тиклем яңы контракт төҙөй[28]. «Спорт-Экспресс» баҫмаһы Линустың контракты буйынса алған эш хаҡын күрһәтә — йылына 150 млн һум һәм был күрһәткес буйынса Умарк Лигала 4-6 урында була[29]. Гагарин кубогында «Салауат Юлаев» тәүҙә «Авангард» хоккей клубын ете уйында үтә, ә конференция ярымфиналында Силәбенән «Трактор» командаһына 3-4 иҫәбе менән отола. Линус икенсе раундта иң яҡшы һөжүмсе тип таныла[30].
2018/2019 йылдар миҙгелендә Линус бомбардир кеүек артабан да үҙен күрһәтә. 22 сентябрҙә «Барыҫ» командаһына ҡаршы уйында ул икенсе тапҡыр КХЛ-да 5 мәрәй йыя[31]. Әммә ошо уйындан һуң ул 27 осрашыу буйы бер гол да керетмәй. 18 декабрҙә «Сочи» клубына гол керетә һәм был насар серияны тамамлай[32]. Даими миҙгелдең 56 уйынында Линус 49 мәрәй йыя һәм өсөнсө йыл рәттән команданың иң яҡшы бомбардиры була, ә Лигала ассистент пастар буйынса бишенсе урынды яулай. «Салауат Юлаев» конференцияла алтынсы урындан Гагарин кубогы өсөн плей-оффҡа сыға, ә тәүге раунда Магнитогорскиҙан «Металлург» хоккей клубын серияла 4-2 иҫәбе менән ота. 18 мартта «Автомобилист» командаһына ҡаршы конференциялар ярымфиналы серияһының өсөнсө осрашыуында һөҙөмтәле пас бирә һәм Гагарин кубогы тарихында «Салауат Юлаевтың» иң яҡшы бомбардиры исемен ала — барыһы 46 мәрәй менән Өфө легендаһы Александр Радуловты уҙа[33]. Екатеринбургтан команданы серияла 4-1 иҫәбе менән Өфө клубы үтә һәм Көнсығыш конференцияһы финалына «Авангард» хоккей клубына ҡаршы сыға. 2 апрелдә серияның өсөнсө уйынында ул ике һөҙөмтәле пас бирә — «Салауат Юлаев» формаһында Линус өсөн улар 250-се һәм 251-се була һәм был күрһәткес буйынса шул уҡ Радуловты икенсе урында ҡалдыра[34]. Тик Умарк командаға Гагарин кубогының финалына үтергә ярҙам итә алмай — «Авангард» серияны 4-2 иҫәбе менән еңә. Миҙгел тамамланғас, Линус Умарк, киләһе йыл уның өсөн Рәсәйҙә һуңғы булыр, тип уйлай, әммә яңы контрактҡа ҡәтғи ҡаршылығын белдермәй[35].
Швеция йыйылма командаһында
үҙгәртергә2007 йылда йәштәр араһында донъя чемпионатында Линус Швеция составында була. 7 осрашыуҙа ул 5 (2+3) мәрәй йыя, тик командаһы бронза миҙалдары өсөн уйында АҠШ йыйылма командаһына отола. 2008/2009 йылдар миҙгелендә Умарк Швеция өсөн Еврохоккейтурҙың өс этабынының 9 осрашыуында 10 (2+8) мәрәйгә өлгәшә. 2009 йылдың апрель менән май айҙарында Швейцарияла үткән донъя чемпионатына Линус Умарк саҡырыу ала. Швеция турнирҙа бронза миҙалдарын яулай, ә Линус бар 9 уйында ла ҡатнаша һәм 10 мәрәй йыя.
2009/10 йылдар миҙгелендә Умарк Еврохоккейтурҙың бар дүрт этабында ла ҡатнаша һәм 12 уйында өс гол керетә һәм өс һөҙөмтәле пас бирә. Германияла үткән донъя чемпионатында Швеция бронза миҙалдары өсөн уйында хужа командаһын еңә һәм үткән донъя чемпионатындағы һөҙөмтәне ҡабатлай. Линус Умарк 9 уйында 4 мәрәй йыя. 2011 йылғы донъя чемпионатында Линус йәрәхәте өсөн ҡатнаша алмай[36]. 2012 йылғы донъя чемпионатында Линус ҡатнаша алыуын белдерә[37], әммә составҡа алынмай.
2012/2013 йылдар миҙгелендә Линус Европала уйнаған сағында Еврохоккейтурҙың дүрт уйынында ҡатнаша һәм бер гол керетә. 2014/2015 йылдар миҙгелендә Умарк Швеция составында Беренсе канал кубогында 3 осрашыуҙа биш һөҙөмтәле пас бирә. 2015/2016 йылдар миҙгелендә Еврохоккейтурҙың этаптарында Линус 6 уйында 6 мәрәй йыя. 2016 йылда Рәсәйҙә үткән донъя чемпионатында Швеция йыйылма командаһы составында ул була. Тик Швеция сирекфиналда уҡ Канада йыйылма командаһына отола, ә Умарк 8 уйында 6 һөҙөмтәле пас бирә. 2017 йылғы Франция менән Германияла үткән донъя чемпионатында Линус 5 осрашыуҙа 2 гол керетә һәм Швеция йыйылма командаһы менән бергә донъя чепмпиондары исемен яулай. Шулай уҡ ул миҙгелдең иң яҡшы Швеция уйынсыларының символик йыйылма командаһына инә[38].
2017/2018 йылдар миҙгелендә Еврохоккейтурҙың ике этабының 6 осрашыуында 3 һөҙөмтәле пас бирә. 2018 йылғы Көньяҡ Кореяла Ҡышҡы Олимпиадала Швеция командаһы сирекфиналда көрәштән төшөп ҡала, ә Умарк был турнирҙа 4 осрашыуҙа 7 (0+7) мәрәй йыя.
2018 йылдың ноябрендә Линус Швеция йыйылма командаһы өсөн башҡа сығыш яһамауын белдерә. Сәбәбе – «Салауат Юлаев» өсөн уйнарға хәл күберәк ҡалһын[39].
Статистика
үҙгәртергәЛегенда | |||||
---|---|---|---|---|---|
У | Үткәргән уйындар һаны | Штр | Штраф ваҡыты | +/− | Плюс-минус |
Г | Голдар | П | Һөҙөмтәле пастар | М | Мәрәйҙәр |
- | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмай |
Клубта карьераһы
үҙгәртергәДаими миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||||
Миҙгел | Команда | Лига | У | Г | П | М | Штр | +/− | И | Г | П | О | Штр | +/− | ||
2003/04 | Лулео U18 | Аллсвенскан U18 | 14 | 14 | 8 | 22 | 18 | 21 | 7 | 3 | 4 | 7 | 0 | 5 | ||
2003/04 | Лулео U20 | СуперЭлит U20 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | — | — | — | — | — | — | ||
2004/05 | Лулео U18 | Аллсвенскан U18 | 1 | 2 | 0 | 2 | 0 | -1 | — | — | — | — | — | — | ||
2004/05 | Лулео U20 | СуперЭлит U20 | 32 | 8 | 9 | 17 | 44 | 7 | 7 | 4 | 2 | 6 | 2 | -4 | ||
2005/06 | Лулео U20 | СуперЭлит U20 | 32 | 22 | 21 | 43 | 56 | 19 | 5 | 1 | 2 | 3 | 28 | -1 | ||
2005/06 | Лулео | ШХЛ | 19 | 0 | 1 | 1 | 10 | -2 | 3 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ||
2006/07 | Лулео | ШХЛ | 50 | 8 | 9 | 17 | 32 | -1 | 4 | 1 | 0 | 1 | 2 | -1 | ||
2007/08 | Лулео | ШХЛ | 55 | 11 | 21 | 32 | 46 | -2 | — | — | — | — | — | — | ||
2008/09 | Лулео | ШХЛ | 53 | 23 | 32 | 55 | 66 | 18 | 5 | 0 | 5 | 5 | 4 | -2 | ||
2009/10 | Динамо М | КХЛ | 56 | 20 | 16 | 36 | 34 | -14 | 4 | 0 | 0 | 0 | 4 | -4 | ||
2010/11 | Оклахома-Сити Баронс | АХЛ | 28 | 14 | 17 | 31 | 32 | 7 | 6 | 1 | 2 | 3 | 4 | 0 | ||
2010/11 | Эдмонтон Ойлерз | МХЛ | 51 | 5 | 22 | 27 | 26 | -16 | — | — | — | — | — | — | ||
2011/12 | Эдмонтон Ойлерз | МХЛ | 14 | 3 | 0 | 3 | 8 | -5 | — | — | — | — | — | — | ||
2011/12 | Оклахома-Сити Баронс | АХЛ | 18 | 6 | 10 | 16 | 8 | 4 | — | — | — | — | — | — | ||
2012/13 | Цуг | NLA | 48 | 17 | 52 | 69 | 40 | 18 | 12 | 2 | 4 | 6 | 12 | -1 | ||
2013/14 | Оклахома-Сити Баронс | АХЛ | 29 | 14 | 15 | 29 | 18 | -7 | — | — | — | — | — | — | ||
2013/14 | Эдмонтон Ойлерз | МХЛ | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | -1 | — | — | — | — | — | — | ||
2013/14 | Баффало Сейбрз | МХЛ | 13 | 0 | 2 | 2 | 6 | -5 | — | — | — | — | — | — | ||
2013/14 | Лулео | ШХЛ | 5 | 1 | 3 | 4 | 0 | 0 | 6 | 2 | 3 | 5 | 0 | -1 | ||
2014/15 | Йокерит | КХЛ | 60 | 16 | 30 | 46 | 26 | 19 | 10 | 3 | 6 | 9 | 12 | 4 | ||
2015/16 | Салауат Юлаев | КХЛ | 60 | 18 | 39 | 57 | 40 | 12 | 19 | 5 | 11 | 16 | 20 | 6 | ||
2016/17 | Салауат Юлаев | КХЛ | 55 | 14 | 42 | 56 | 38 | -6 | 5 | 1 | 3 | 4 | 2 | 0 | ||
2017/18 | Салауат Юлаев | КХЛ | 55 | 16 | 39 | 55 | 60 | 6 | 14 | 4 | 13 | 17 | 33 | 7 | ||
2018/19 | Салауат Юлаев | КХЛ | 56 | 10 | 39 | 49 | 28 | 3 | 17 | 4 | 14 | 18 | 16 | 11 | ||
2019/20 | Салауат Юлаев | КХЛ | ||||||||||||||
Бөтәһе ШХЛ-да | 182 | 43 | 66 | 109 | 154 | 13 | 18 | 3 | 8 | 11 | 6 | -4 | ||||
Бөтәһе АХЛ-да | 75 | 34 | 42 | 76 | 58 | 4 | 6 | 1 | 2 | 3 | 4 | 0 | ||||
Бөтәһе МХЛ-да | 79 | 8 | 24 | 32 | 40 | -27 | — | — | — | — | — | — | ||||
Бөтәһе КХЛ-да | 342 | 94 | 205 | 299 | 226 | 20 | 69 | 17 | 47 | 64 | 87 | 24 |
Халыҡ-ара карьераһы
үҙгәртергәЙыл | Команда | Турнир | Урын | У | Г | П | М | Штр | +/− | |
2007 | Швеция (йәш.) | ЙДЧ | 4 | 7 | 2 | 3 | 5 | 4 | 4 | |
2009 | Швеция | ДЧ | 9 | 2 | 8 | 10 | 14 | 5 | ||
2010 | Швеция | ДЧ | 9 | 1 | 3 | 4 | 8 | 0 | ||
2016 | Швеция | ДЧ | 6 | 8 | 0 | 6 | 6 | 2 | 0 | |
2017 | Швеция | ДЧ | 5 | 2 | 0 | 2 | 2 | 0 | ||
2018 | Швеция | ОУ | 5 | 4 | 0 | 7 | 7 | 0 | 6 | |
Бөтәһе (төп) | 35 | 5 | 24 | 25 | 26 | 11 |
Боҙҙан тыш хәлдәр
үҙгәртергәЛинус Умарк — бик эмоциналь һәм ауыр характерлы спортсы. 2014 йылда Умарк «Баффало» етәкселеге менән конфликтлы хәлдә була һәм шуға күрә уның контракты аҙаҡтан өҙөлгән була[40].
2015 йылдың йәйендә Линус ҡыйыуһыҙлығы һәм ипохондрия өсөн психолог ярҙамы менән ҡулланыуы тураһында хәбәр итә. Уға ҡайһы берҙә яман шеш йә йөрәге менән ҡыйынлыҡтар бар кеүек һиҙелә[41]. Миҙгел алдынан «Салауат Юлаев» үткәргән көйәрмәндәр көнөндә Өфө-Аренала микрофонға русса һүҙҙәрҙе әйткәндә һүгенеп ебәрә[42].
2016 йылда Мәскәүҙә үткән КХЛ бөтә йондоҙҙар уйынында Линус «иң эффектлы буллит» конкурсында еңгән бүләкте аэропортта бәләкәй малайға бирә[43].
2016 йылдың декабрендә Мәскәүҙә Рәсәй хоккейына 70 йыллыҡ юбилейына арналған Беренсе канал кубогында Швеция турнирҙа беренсе урынды яулай, шуға күрә Линус Рәсәйҙең байрамын боҙоуо тураһында шаян формала әйтә[44]. Был һүҙҙәр ҙур резонанс тыуҙыра, аҙаҡтан Линус ғәфү итенә. Уға иң баштан уҡ көйәрмәндәр ярҙам һүҙҙәре белдерә.
Тышҡы видеофайлдар | |
---|---|
Линус Умарк башҡортса һөйләшә |
2017 йылда Линус башҡортса иң популяр һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр әйтә һәм ҡурайҙа һыҙғырып маташҡан була.
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Швеция юниорҙар чемпионатының көмөш миҙалсыһы — 2003/04.
- Швеция йәштәр чемпионатының көмөш миҙалсыһы — 2004/05.
- Донъя чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2009, 2010.
- АХЛ бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнашыу — 2011.
- Швейцария чемпионатында иң яҡшы бомбардир һәм иң яҡшы ассистент — 2012/13.
- Шпенглер кубогында символик йыйылма командаһына инеү — 2014.
- КХЛ бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнашыу — 2016, 2018.
- Швецияла йылдың иң яҡшы һөжүмсеһе — 2016.
- Донъя чемпионы — 2017.
- КХЛ бронза миҙалсыһы — 2015/16, 2018/19.
Шәхси тормошо
үҙгәртергәЛинустың бер туған ағалары Урбан менән Йерген һәм ике туғаны Даниэль Хенрикссон шулай уҡ хоккей менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнәләр. Линус ҡатыны Линнеа менән ике бала үҫтерәләр[45].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Умарк и Харью продолжат карьеру в «Динамо»
- ↑ Умарк забросил первую шайбу в КХЛ
- ↑ Умарк признан лучшим новичком недели в КХЛ
- ↑ КХЛ Умаркты октябрҙә иң яҡшы йәш уйынсы тип таный
- ↑ Михаил Головков: «Контракт с Умарком и Харью расторгнут по обоюдному согласию»
- ↑ Умарк подписал контракт с «Эдмонтоном»
- ↑ АХЛ. Линус Умарк забросил пять шайб в одном матче
- ↑ АХЛ признала Умарка лучшим игроком недели
- ↑ НХЛ. Войнов и Широков примут участие в Матче звезд АХЛ
- ↑ Линус Умарк карьераһын Швейцарияла дауам итә
- ↑ Лиунс Умарк подписал контракт с «Эдмонтоном»
- ↑ НХЛ. «Эдмонтон» обменял Умарка в «Баффало» на выбор в 6-м раунде драфта
- ↑ «Баффало» расторг контракт с Умарком
- ↑ Умарк Швеция чемпионатына ҡайта
- ↑ «Йокерит» заключил двухлетние контракты с Умарком и Харью
- ↑ ХЕЙККИНЕН И СЛЕПЫШЕВ - В ПЯТЕРКЕ ЛУЧШИХ ИГРОКОВ КУБКА ШПЕНГЛЕРА
- ↑ «Йокерит» расторг контракт с Умарком
- ↑ Линус Умарк подписал контракт с «Салаватом Юлаевым»(недоступная ссылка)
- ↑ KHL.RU. Определились стартовые звенья и первые вратари Матча звезд КХЛ (21 декабрь 2015).
- ↑ КХЛ ТВ. Матч звезд КХЛ. Восток выиграл конкурс «Атаки с ходу» . Sports.ru (23 ғинуар 2016).
- ↑ КХЛ ТВ. Матч звезд КХЛ. Умарк выиграл конкурс буллитеров, исполнив бросок горящей клюшкой . Sports.ru (23 ғинуар 2016).
- ↑ Eurohockey. Умарк стал первым легионером, кто получил приз нападающему года в Швеции . Sports.ru (18 июнь 2016).
- ↑ «Салауат Юлаев» рәсми сайты. Умарк и Логинов остаются в «Салавате Юлаеве» . Sports.ru (1 август 2016). 2017 йыл 16 ноябрь архивланған.
- ↑ КХЛ рәсми сайты. ДАЦЮК, КОВАЛЬЧУК, НИЧУШКИН, ТЕЛЕГИН, МОЗЯКИН, СОБОТКА – В ЧИСЛЕ ПЕРВЫХ ИГРОКОВ НА МАТЧ ЗВЕЗД КХЛ . Спорт-Экспресс (5 декабрь 2016).
- ↑ КХЛ рәсми сайты. Умарк пропустит Матч звезд КХЛ . Sports.ru (20 ғинуар 2017).
- ↑ «Сибирь» – «Салават Юлаев». Умарк набрал 5 очков в матче
- ↑ Умарк, Ковальчук, Капризов и Мозякин – в стартовых составах на Матч звезд КХЛ
- ↑ Линус Умарк подписал новый контракт с "Салаватом Юлаевым"(недоступная ссылка)
- ↑ Мозякин – самый высокооплачиваемый игрок КХЛ с зарплатой 180 млн рублей в год
- ↑ Коскинен, Бэйлен, Умарк и Кравцов – лучшие игроки второго раунда Кубка Гагарина
- ↑ Линус Умарк тағы ла биш мәрәй йыя
- ↑ Форвард «Салавата» Умарк прервал 27-матчевую безголевую серию
- ↑ Умарк обошел Радулова и стал лучшим бомбардиром «Салавата Юлаева» в Кубке Гагарина
- ↑ Умарк сделал 250-ю голевую передачу в КХЛ, установив рекорд «Салавата»
- ↑ "Планирую, что следующий сезон станет последним"
- ↑ Умарк не сыграет за сборную Швеции на ЧМ-2011
- ↑ 10 игроков НХЛ подтвердили участие в ЧМ-2012 в составе сборной Швеции
- ↑ Умарк вошел в символическую сборную лучших шведских хоккеистов сезона
- ↑ Линус Умарк: «Больше не буду играть за сборную Швеции. Мне нужна энергия для «Салавата»
- ↑ УМАРК ПОШЕЛ НА КОНФЛИКТ С РУКОВОДСТВОМ "БАФФАЛО"
- ↑ Линус Умарк: «Из-за неуверенности в себе и ипохондрии приходилось посещать психолога»
- ↑ Умарк: "По-русски знаю несколько слов. Пюре, курица, мама, з**бись"
- ↑ Линус Умарк: «Всё неплохо получается» 2017 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ Линус Умарк: «Турнир приурочен к юбилею российского хоккея. Мы счастливы, что уничтожили праздник»
- ↑ У форварда «Салавата» Умарка родилась дочь
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Уйынсы профиле (ингл.). Hockey Database.com.
- Уйынсы профиле (ингл.). Eliteprospects.com.
- Уйынсы профиле (ингл.). Eurohockey.com.
- КХЛ сайтында профиле (рус.)
- Sports.ru сайтында профиле
- Спорт-Экспресс сайтында профиле