Ульянка (усадьба)
Ульянка — Санкт-Петербург янында Петергофюлындағы элекке усадьба, 1806—1917 йылдарҙа графтар тоҡомо Шереметевтарға ҡараған. Хәҙерге адресы: Стачкалар проспекты, 206.
Ульянка | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Кировский район[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | list of cultural heritage monuments in Kirovsky District, Saint Petersburg[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Указания, как добраться | проспект Стачек, 206 |
Ульянка Викимилектә |
Билдәле хужалары
үҙгәртергә- Граф Н.П. Шереметев. (1806—1809)
- Граф Д.Н.. Шереметев (1809—1871)
- Граф А.Д. Шереметев. (1871—1917)
Тарихы
үҙгәртергәУсадьба бер нисә тапҡыр ҡулдан-ҡулға күсә, 1806 йылда уның хужаһы граф Николай Шереметев була. Шереметевтар Ульянка менән революцияға тиклем биләй. Һуңғы хужаһы, граф Александр Шереметев 1884 йылда янғын һүндереү командаһына нигеҙ һала, уның өсөн элекке кабак урынында депо төҙөй. Имение менән йәнәш ҙур булмаған зыярат менән Петр Митрополит ғибәҙәтханаһы, ә имение артында урманға күсеүесе баҡса урынлаша.
Революциянан һуң
үҙгәртергәРеволюциянан һуң имение урынында мәктәп колонияһы «Сиҙәм» ойошторола, усадьбаның бер нисә ҡоролмаһы емерелә, дөйөм алғанда ул һаҡланып ҡала.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ульянка, Ленинградтың башҡа көньяҡ биҫтәләре кеүек, тулыһынса тиерлек емерелә. Архитектор И. Д. Корсини проекты буйынса төҙөлгән Шереметевтарҙың усадьбаһы, шулай уҡ Петр Митрополит ғибәҙәтханаһы һәм янғын һүндереү депоһы емерелә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа усадьба урынында 456-сы мәктәп бинаһы төҙөлә (хәҙер — Киров районындағы балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы филиалы).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Пыляев М. И. Забытое прошлое окрестностей Петербурга. — СПб: Паритет, 2002. — С. 144—145.