Губкин урамы (Ишембай)

Ишембай ҡалаһындағы урам
(Улица Губкина (Ишимбай) битенән йүнәлтелде)

Губкин урамы — Ишембай ҡалаһының үҙәк урамдарының береһе. Урыҫ ғалим-геологы, совет нефть геологияһына нигеҙ һалыусы Иван Михайлович Губкин (Зиязетдинов 2011:65) хөрмәтенә аталған. Машиналар йөрөгән юл уртаһында ике яғына ағастар ултыртылған бульвар булдырылған, унда йәйәүлеләр ял итһен өсөн эскәмйәләр ҡуйылған. Кистәрен ишембайҙар был бульварҙа ял итеп йөрөргә ярата.

Губкин урамы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Губкин Иван Михайлович
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишембай
Почта индексы 453205 һәм 453213
Карта
 Губкин урамы Викимилектә

Губкин урамы бер яҡтан Некрасов урамына барып тоташа, икенсе яҡтан Горький урамына барып терәлә.

Тап ошо урамда Ишембай ҡалаһының төп майҙаны урынлашҡан. Майҙан уртаһында Беренсе башҡорт нефтен асыусыларға арнап һәйкәл ҡуйылған.

Почта индексы

үҙгәртергә

Почта индекстары йорттарҙың һанына ҡарап үҙгәрә[1]:

  • 453213 — таҡ һанлы: 1-35, йоп һанлы: 2-32
  • 453205 — таҡ һанлы: 37-87, йоп һанлы: 34-134

Транспорт

үҙгәртергә

Ҡаланың 6, 58, 10-сы автобус маршруттары Губкин урамы буйлап үтә. Бынан тыш Өфө -Ишембай, Ишембай-Өфө ҡала-ара маршруты автобустары ла ошо урам буйлап үтә.

  • Зиязетдинов Рафис Минегалиевич. Создание и развитие нефтедобывающей промышленности Башкирской АССР : 1930—1991 гг. : диссертация … доктора исторических наук : 07.00.02 / Зиязетдинов Рафис Минегалиевич; [Место защиты: Башкир. гос. ун-т]. — Уфа, 2011. — 473 с. : ил. С. 65

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә