Уйылды (Арғаяш районы)
Уйылды (рус. Увильды) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Арғаяш районындағы ҡасаба. Кузнецк ауыл биләмәһе составына инә.
Уйылды | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Кузнецк ауыл биләмәһе[2] |
Халыҡ һаны |
753 кеше (2002)[3], 577 кеше (2010)[4] |
Почта индексы | 456890 |
Уйылды ҡасабаһы Ошо уҡ исемле күл буйында урынлашҡан. Бында шулай уҡ «Уйылды» курорты бар (майҙаны 115 га)[5].
Исеменең килеп сығышы
үҙгәртергәАтамаһы буйынса версиялар төрлө. ХVIII быуатта урыҫ яҙмаһында әлеге йылға Увелди, Увельди, Уелды, Увелги варианттары, шулай уҡ башҡорт әйтелешендәге варианттарында килтерелә — Уелдекуль, Уелдекул. Топоним ике башҡорт һүҙҙәренән — уйылды һәм күл — тора, тип иҫбатлана[6]. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегенән: уй — Һуҙылып киткән түбән ер; уйһыу, уяҙ; уйһыу — түбәнерәк булып ятҡан ҙур, иркен ер[7]. Башҡортса уйылып төштө тигән төшөнсә бар. Шуваловтың фаразлауынса ла уйыл, уел, уелды — «низина», «впадина», «углубление», «провал». Уйылдыкүл — «соҡорҙағы күл» («озеро во впадине», йәки «озеро провальное или углубленное»). Ысынлап та, күлдең формаһы соҡорҙо хәтерләтә. Топоним «уйпаттағы күл» йәки «убылған (уйылған) күл» тигәнде аңлатыуы ихтимал.
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[8] | 2010[9] |
753 | ↘577 |
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ҡасабала барыһы 577 кеше йәшәй (254 ир-ат һәм 323 ҡатын-ҡыҙ). Хәҙерге ваҡытта ҡасабала башлыса урыҫтар йәшәй.
Урамдар селтәре
үҙгәртергәҠасабала 17 урам бар[10].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Курорт Увильды 2020 йыл 27 октябрь архивланған.
- ↑ Шувалов Н. И. Увильды // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ [1] Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Аргаяшский р-н → Увильды п.