Убыр
Фараз буйынса, был мәҡәлә йәки уның бүлеге авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. |
Убыр — мифик зат, әкиәт персонажы. Мәскәй менән тиң яуыз йән. Төрки халыҡтар — башҡорт, татар, мишәр, себер татарҙары мифлогияһында осрай.
Убыр |
Этимология
үҙгәртергәДөйөм төрки телдәге оbur һүҙенә барып тоташа, оp ‘һурыу’, ‘йотоу’.
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәХөрәфәттәргә ярашлы, убырҙың арты булмай, алды ғына була; убыр кешегә эт, бесәй, сусҡа, утлы йомғаҡ, шар, тәгәрмәс, күбә, әҙәм булып күренә.
Башҡорт телендә убырға бәйле сырхау атамалары бар, мәҫәлән, убыр сарпыуы. «Һейҙек тотмауҙы убыр сарпыуынан, тиҙәр». Убыр күңеле (төшөү) — Убыр ҡағылыуҙан сиргә тарыу. «Убыр күңеле төшкән баланың күлдәген һыуҙа сайҡап кейҙерәң». Убыр ауыры — кәүҙә ауырайыу, хәлһеҙлек.
Осоп йөрөгән утты убыр уты тигәндәр: «Убыр уты күрһәләр, уҡыналар: „Кит, юғал, мәлғүн!“, — тип төймәләрен, иҙеүҙәрен ысҡындыралар». «Убыр уты ҡағылһа, тоҙ өшкөртәләр ҙә, шуны семтеп ҡояш байышына һибеп, ишекте бикләп яталар».
Хөрәфәттәр буйынса, үҙ-үҙен үлтергән йәки ерләү йолаларын үтәмәй ерләнгән кеше убырға әйләнә. Убыр сихырсының (ул йәнен үҙен сихырға өйрәткән өсөн шайтанға һата) йәки хәрәмде боҙған кешенең йәнен алмаштыра, һуңынан тормошта уларға идара итә. Убыр эйәләшкән кешене «убырлы ҡарсыҡ», «убыр әбей», «убырлы кеше» тип атайҙар.
Хужаһы үлгәс, убыр ухужаның ҡәберендә йәшәй, ҡайһы саҡ төндәрен ҡәбер тишегенән сығып йөрөй. Кешеләргә убыр утлы шар, артында кәүҙәһе булмаған сусҡа, кеше, эт, бесәй (ғайһы берәүҙәргә ҡотһоҙ ҡарт йәки ҡарсыҡ) булып күренә.
Ҡайһы бер хөрәфәттәргә ярашлы, убыр кис көнө ярғанатҡа әүерелә. Убыр кешеләргә ауырыу йәки үлем килтерә ала, йөклө ҡатындарҙың эсенән балаларын урлай.
Убыр йорт хайуандарының да балаларын урлай, һыйыр һәм бейәләрҙең һөтөн имә, ҡанын эсә, бынан һуң хайуандар ауырый, ҙур зыян килә. Убыр хатта болоттарҙы йотоп, ҡоролоҡ килтерә.
Убыр менән осрашҡанда, өҫкө төймәләрҙе ысҡындырып, доға уҡырға; тоған ерҙә үҙең тирәләй уратып һаҡ түңәрәге һыҙырға кәрәк. Убырҙы еңеү өсөн ҡултыҡ аҫтындағы тишегенән йөрәген тартып алырға, табанына энә сәнсергә йәки ҡәберенә имән ҡаҙыҡ ҡағып үлтерергә кәрәк.
«Алырымҡош», «Күрәҙә» кеүек уйындарҙаа убыр менән алыш һынландырыла.
Убыр «Ҡамыр батыр менән убырлы ҡарсыҡ», «Убырлы ҡәйнә менән бахыр килен», «Убыр әбей» һәм башҡа әкиәттәрендә йыш ҡына мәкерле кеше ашаусы, ҡан эскес образында һүрәтләнә. .
Башҡорт телендә «ҡарт убыр» (ҡартлас), «убыр уты» (яныр‑янмаҫ ут), «төн убыры» (төнөн йоҡламаған кеше тураһында) һәм башҡа әйтемдәр һаҡланған.
Күп халыҡтарҙың мифологияһында убырға оҡшаш персонаждар бар.
Шулай уҡ уҡығыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Хисамитдинова Ф. Г. Мифологический словарь башкирского языка. — М.: Наука, 2010. — 452 с. — I5ВN 978-5-02-037580-2, мягк., тир. 1000 экз. с. 341—343
- Убыр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Нәҙершина Ф. А. Халыҡ хәтере. Өфө, 2006
- Руденко С. И. Башкиры: историко‑этнографические очерки. Уфа, 2006.