Убалы[1] күле — Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы Шәрип ауыл Советының Убалы ҡасабаһы янында, элекке Убалы тимер юлы станция эргәһендәге һаҙлыҡлынған күл. Һыу ятҡылығының майҙаны — 2,64 км²[2]. Һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе киңлеге — 50 метр, яр һыҙаттары — 50 м[3].

Убалы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡурған өлкәһе
Карта

Күлдең исемен башҡорттар Убалы тип атаған. Атама "Уба" һүҙенән -лы аффиксы ярҙамында яһалған. Күл янында урынлашҡан ауыл да күл исеме менән аталған, Ул ауылда Ҡурған башҡорттары — ялан ҡатай башҡорттары менән башҡорт-керҙәштәре йәшәгән[4].

Убалы күле атамаһы башҡа объекттарға ла бирелгән, мәҫәлән, Сталин исемендәге колхоз да уның исемен йөрөтә[5].

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Убалы күле Ҡушкүл, Күмәлтә, Күктәкә, Бурлыскүл күлдәре, шулай уҡ Офицерҙар һәм Яманай күле Әлмән районы Шәрип ауыл Советының иң ҙур күлдәре исемлегенә инә[3].

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500311111200004384[2]. Тубыл йылғаһы бассейнына ҡарай. Йылға бассейны - Иртыш. Гидрологик өйрәнеү коды: 211200438.

ГӨ буйынса том номеры: 11

ГӨ буйынса сығарылыш: 2

Күлдең һыу өҫлөгөнөң ҡоро ер (яр) менән киҫелешеү һыҙығы - 169 метр. Һыу хужалығы участкаһы: Уй йылғаһы ҡойған урындан алып Ҡурған ҡалаһына тиклем Тубыл йылғаһы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ҡалып:ГКГН
  2. 2,0 2,1 «Убалы» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. 3,0 3,1 Генеральный план муниципального образования Шариповский сельсовет Альменевского муниципального района Курганской области. Обосновывающие материалы. Том 2.. Екатеринбург, 2016 г., стр. 10, 26.
  4. Территория Альменевского района с конца XVI в. до 1917 г. XX в. Сайт Администрации Альменевского района. Дата обращения: 21 октябрь 2019. Архивировано из оригинала 8 апрель 2019 года.
  5. Район в годы Великой Отечественной войны. Сайт Администрации Альменевского района. Дата обращения: 19 ғинуар 2021.

Һылтанмалар

үҙгәртергә