Төҙөүселәр паркы (Дондағы Ростов)

Төҙөүселәр паркы, шулай уҡ  Төҙөүселәр мәҙәниәт паркы  — Дондағы Ростов ҡалаһы  парктарының береһе. ХХ быуат башында  мещан йорто урынында һалынған баҡса. Парк  ҡаланың Киров районында урынлашҡан[1].

Төҙөүселәр паркы
Паркта репрессия ҡорбандары хөрмәтенә мемориал ҡуйылған
Паркта репрессия ҡорбандары хөрмәтенә мемориал ҡуйылған
Төп мәғлүмәт
Төрөмәҙәниәт һәм ял паркы 
Нигеҙләнгән ваҡыты1903 йыл 
Урынлашыуы
47°13′46″ с. ш. 39°42′05″ в. д.HGЯO
Ил
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]]Октябрьский
Рәсәй
Красная точка
Төҙөүселәр паркы

Тарих үҙгәртергә

Төҙөүселәр паркты урынында элек Новопоселенский баҡсаһы  урынлашҡан. Ул 1903 йылда Халыҡ театры бинаһы төҙөлгән саҡта булдырылған. Элек был урында яман даны сыҡҡан  Гарбуз усадьбаһы урынлашҡан булған. Гарбуз имениеһында хужаһының исеме менән аталған Гарбуз баҡсаһы булған. Баҡсала тотош емеш-еләк ағастары ултыртылған. Новопоселенский баҡсаһына бер нисә инә торған урын булған. Беренсе төп инеү урыны   Буденный  проспектынан, икенсеһе  Почта тыҡрығы яғында, 5-се  урамға ҡаршы ерҙә торған. 6-сы урам яғында ике  аллея  була, уларҙың береһе төп ишектән Почта тыҡрығы яғындағы ишеккә табан барған һәм  5-се урамға сыҡҡан. Икенсе аллея беренсеһенә перпендикуляр рәүештә барған, ул  6-сы урамдың төньяҡ ишегенән башланған һәм ябыҡ эстрада төҙөлгән урынға тиклем барған. Ваҡыт үтеү менән парктың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә бейеү майҙансығы барлыҡҡа килә. Почта тыҡрығы буйынан 6-сы урамға ингән ишеккә тиклемге территорияла йәйге ресторан төҙөлә. Парк территорияһы  квадраттарға бүленгән, уны тырса менән һибелгән юлдар киҫеп үтә. Ваҡыт үтеү менән бында йүкә, акация, декоратив ҡыуаҡтар ултыртылған  һәм түтәлдәр эшләнгән. Баҡса кәртәһенең рәшәткәһе башта  металдан була, ваҡыт үтеү менән кирбес ҡойма төҙөлә. Парктың төньяҡ-көнсығыш яғында йәйге театр булған:  йыйылмалы  жалюзилы ағас конструкциялар биналарҙы елләтеү өсөн ҡулланылған .

Новопоселенский баҡсаһы  1909 йылда Дондағы Ростов ҡалаһында файҙаланыған ике баҡсаның береһе була.  Ике баҡсаның да  территорияһына ағас ултыртылған, уларҙың дөйөм майҙаны 13 дисәтинә тәшкил итә[2].

Новопоселенский баҡсаһы Дондағы Ростов ҡалаһының Почта тыҡрығы менән Таганрог проспекты араһында торған һәм Алтынсы урам аша үткән[3].

Һуңғараҡ Новопоселенский паркын Маяковский паркы тип йөрөтәләр. Был 19401950-се йылдарҙа була. Баҡса хужаһы ТКХО Округ офицерҙар йорто  була. Был осорҙа парк  тергеҙелә, түтәлдәре тәртипкә килтерелә, яңы ағастар ултыртыла. Төп аллеяға асфальт юл һалына, газондар сүп-сарҙан таҙартыла. Парк территорияһында эскәмйәләр барлыҡҡа килә, теннис һәм волейбол майҙансыҡтары йыһазландырыла. Яҙ менән көҙгә тиклем осорҙа йыһазландырылған  кино майҙансығында  хроникаль-документаль фильмдар күрһәтәләр. 1960-сы  йылдарҙа  хәрбиҙәр  был урын ҡалдыралар, бер кем дә тиҫтә йылдар дауамында паркты төҙөкләндереү менән шөғөлләнмәй, шунлыҡтан парк бөлгөнлөккә дусар була. Ҡалала Г. Е. Коновалов мәр булған саҡта парктың ҡоймаһы  һынып бөтә. Паркҡа ҡала халҡы йөрөй һәм шуның һөҙөмтәһендә клумбалар һәм газондар тапалып бөтә, эскәмйәләр һәм башҡа объекттар һындырыла.

1976 йылдың 7 ноябрендә парк тантаналы рәүештә асыла  һәм Төҙөүселәр мәҙәниәт паркы тип атала. Кешеләр уны ял итеү урыны тип иҫәпләй һәм унда  тағы була башлай. 1970 йылда  парк аллеяһына яңы никахҡа ингән парҙар килә һәм паркта үҙ ағасын ултырта. Аллея ҙурайып китә, ләкин ХХ быуат аҙағында  һаҡланмаған. 1987 йылда парктың төньяҡ өлөшөндә  сталин репрессиялары ҡорбандарына  һәйкәле барлыҡҡа килде.

XX быуат аҙағында — ХХI быуат башында был парк торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел. Элекке юлдарҙан, клумбаларҙан бер нимә лә һаҡланмаған. Декоратив ҡыуаҡтар, башҡа бик күп ағастар, парк объекттары һәм юҡ ителгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә