Төрөк йәһүдтәре музейы

төрөк йәһүдтәре традициялары, тарихы тураһында һөйләүсе 500 йыллыҡ фонды булдырған мәҙәни үҙәк.

Төрөк йәһүдтәренең 500 йыллыҡ Фонды музейы (төр. 500. Yıl Vakfı Türk Musevileri Müzesi500. Yıl Vakfı Müzesi Musevileri Türk) — төрөк йәһүдтәре традициялары, тарихы тураһында һөйләүсе 500 йыллыҡ фонды булдырған мәҙәни үҙәк. Ул 2001 йылдың 25 ноябрендә Каракёйҙа (Стамбул) асылған. 500 йыллыҡ Фондына 1989 йылда, сефардтарҙың Ғосман империяһына[1].килеүенең 500 йыллығын билдәләү маҡсатында, иудей ҙа, мосолман да булған 113 төрөк гражданы тарафынан нигеҙ һалынған. Музей булдырыу идеяһын Наим Гюлерюз тәҡдим иткән, хәҙерге көндә ул музейҙың кураторы булып тора. Күренекле Камхи йәһүд ғаиләһе Фондты финанслай.

Төрөк йәһүдтәре музейы
Нигеҙләү датаһы 2001
Логотип
Рәсем
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Бейоглу[d]
Урын синагога Зюльфарис[d]
Рәсми асылыу датаһы 2001
Электрон почта info@muze500.com
Рәсми сайт muze500.com
Карта
 Төрөк йәһүдтәре музейы Викимилектә

 
1856 йылдың сентябрендә Зөлфәрис синагогаһында Ҡырым һуғышында ғосман һалдаттары менән иңгә-иң терәп, рустарға ҡаршы һуғышып һәләк булған, француз армияһының йәһүд һалдаттары иҫтәлегенә тантана ойошторолдо. Был тантанала полковник Гарби бей командованиеһы аҫтындағы хәрби часть ҡатнашты

Элек Зөлфәрис синагогаһы булараҡ билдәле музей бинаһы тергеҙелде һәм музей талаптарына ярашлы реконструкцияланды. Был синагога бар 1671 йылда ла булғанлығы тураһында мәғлүмәт бар, һәм уның тәүге бинаһы Генуя республикаһы[2].колонистары тарафынан төҙөлә. Ул «Галаттағы Изге Синави (синагога)» йәки «Галаттың Кал Кадошы» тип телгә алына. «Зюльфарис» атамаһы яҡынса фарсы теленән кәләш "{{comment|суғы|бахрома}» тип тәржемә ителгән һүҙбәйләнештән килеп сыҡҡан тип фараз ителә. XIX быуат башында иҫке бина урынында (бәлки 1823 йылда) яңыһы төҙөлгән[3].

1882 йылда Самуэль Малка иғәнәһе ярҙамында  синагогаль кәмәне мәрмәр менән ситләгәндәр. 1890 йылда Камондо ғаилә аҡсаһына {{comment|яңынан ҡороу|реконструкция} үткәрелгән. 1904 йылда Галата йәһүд общинаһы реставрация эштәре алып барған. 1968 йылда синагога яңынан реконструкцияланды, ә 1979 йылда фракий сығышлы йәһүдтәрҙең ҡулланылышына тапшырыла. 1983 йылда синагогала һуңғы туй тантанаһы үткәрелә, ике йылдан ул ғибәҙәттәр өсөн ябыла һәм, ахыр сиктә, 500 йыллыҡ фондына тапшырыла. 2001 йылда яңыртып төҙөлгән музей бинаһы, Камха ғаиләһенең финанс ярҙамы менән, Төрөк йәһүдтәре музейы сифатында асыла.

Музейҙың тасуирламаһы

үҙгәртергә
 
Зөлфәрис синагогаһы интерьеры 

Төрөк йәһүдтәре музейы коллекцияһы йәһүдтәрҙең һәм мосолман төрөктәрҙең мәҙәниәттәре ҡатнашмаһы тураһында һөйләүсе секцияларҙы , төрөк йәһүдтәренең йолаларын һүрәтләгән этнографик материалдарҙы, шулай уҡ Испаниянан Төркиәгә йәһүдтәрҙең күсенеүе тураһында тарихи мәғлүмәтте берләштерә.

Музейға инеү Надия Ардиттиҙың «Күтәрелә барыусы ут һыны» металл скульптураһы торған эске ихата-ҡоҙоҡҡа йүнәлтеүсе тимер ҡапҡа аша башҡарыла. Ул Балҡан, Далмация, Кавказ, Фәләстин, Триполитания, Дарданелла, Корея һәм Төркиә бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыштарҙа һәләк булған төрөк йәһүдтәре иҫтәлегенә бағышланған[2].

Зюльфаристың синагогаһы тарихы тураһында һигеҙ мөйөшлө төп залдың информацион панелдәрендә яҙылған, һакам башы институты, Истанбулда һәм Анатолияла йәшәүсе йәһүдтәрҙең көндәлек тормошо хаҡында һөйләүсе мәғлүмәт. Унда шулай уҡ карталар, талиттар, фармандар (солтан указы) артефакттар, төрөк йәһүдтәренең аҙсылыҡ статусын юғалтыуға килтергән Төрөк Республиканың суверенитетын таныған Лозанна тыныслыҡ килешеүенең күсермәһе ҡуйылған. Шул уҡ ҡаттағы ковчег эсендәге ике төргәк Тораны ҡарарға мөмкин. Икенсе мәғлүмәти панелдә Икенсе донъя һуғышы осоронда Европанан Төркиәгә ҡасып килгән академиктар, йәһүдтәргә Холокостан ҡотолорға ярҙам иткән төрөк дипломаттары күрһәтелгән, уларҙың ҡайһы берҙәре донъя халыҡтарының үтә тоғролоҡлолары булған [2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Chief Rabbinate of Turkey (Türkiye Hahambaşılığı). Дата обращения: 5 ноябрь 2018. 2011 йыл 24 июль архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 Güleryüz, Naim. The Quincentennial Foundation Museum of Turkish Jews (июнь 2006), стр. 50–56..
  3. The Zülfaris Synagogue (неопр.). Ayasofya Hotel. Проверено 5 ноября 2018. Архивировано 8 августа 2014 года.