Төрөк йорто (Риека)

Төрөк йорто (хорв. Turska kuća йәки итал. Casa turca) Риекала Верди һәм Лисинский урамдары сатында урынлашҡан. Австро-Венгрия монархияһы. ваҡытында төҙөлгән

Төрөк йорто
Рәсем
Дәүләт  Хорватия
Административ-территориаль берәмек Риека[d]
Карта
 Төрөк йорто Викимилектә

Риека үҙәк баҙары артында төрөк йорто
Трсаттан Риека ҡыйыҡтарына күренеш. Уртала Модело Һарайы, уның артында төрөк йорто

Австро-Венгрия хакимиәте ваҡытында 1879 йылда неомавритан стилендә тәҙрәләре өҫтөндә аркалар, балкон ишектәре һәм мансардалы тәҙрәләр менән төҙөлгән (дөрөҫөрәге, ҡыйыҡ аҫтындағы тәҙрәләр), сәскәләр һәм геометрик биҙәктәр, ғәрәп яҙыуҙары һәм цифрҙары менән биҙәлгән йорт төҙөлә. Ғәрәп телендәге яҙыуҙар төрлө вариантта ғәрәпсә семәрләп яҙылған Тирә-яғында сәскәле орнаменттар һәм тәҙрәләр, ишектәр, шулай уҡ ҡыйыҡ аҫтында көмбәҙ һымаҡ дағаларҙа принттар башҡарылған.

Йорт Испанияла Ғосман империяһының дипломаты һәм сауҙа вәкиле, ә 1898 йылдан Риекала консул Николай Николаки әфәнденең (1855—1933) милке булған.

Йорт менән йәнәш Риеканың үҙәк баҙары урынлашҡан

Бинаның декоратив аркалары көнсығыш архитектура стилистик үҙенсәлектәре менән бергә — сәнғәт тарихы һәм культурология өсөн уникаль ресурс

Галереяһы

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә