Төркөм ҡултамғаһы
Күмәк ҡултамға менән бутамаҫҡа.
Төркөм ҡултамғаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1991[1] |
---|---|
Асыусы йәки уйлап табыусы | Дэвид Чаум[d] һәм Eugène van Heyst[d] |
Төркөм ҡултамғаһы — төркөм ағзаһына төркөм исеменән ҡул ҡуйыу мөмкинлеген биргән электрон ҡултамға ҡулланыу ысулы; шул уҡ ваҡытта хәбәргә ҡул ҡуйған төркөм ағзаһының шәхесе билдәһеҙ ҡала.
Төркөм ҡултамғаһы концепцияһын 1991 йылда Дэвид Чаум менән Евген Ван Хейст тәҡдим итә. Мәсьәләне хәл итеү өсөн шундай ситуация тәҡдим ителә: тикшереүсе өсөн ҡултамға ҡуйыусының ҡаралған подразделение хеҙмәткәре (төркөм ағзаһы) булыуын асыҡлау ғына мөһим, ә кемлеген белеүҙең кәрәге юҡ. Шул уҡ ваҡытта, бәхәсле хәл тыуа ҡалһа, өҫтәмә вәкәләттәргә эйә булған хаким ҡултамға аша ҡул ҡуйыусының шәхесен асыҡлай ала. Башҡа төрлө ҡулланылышы — төркөм ағзалары ғына инә алған зоналарға асҡыс.
Төркөм хакимының булыуы төркөм ҡултамғаһын булдырыу өсөн төп шарт һанала.