Төркиә тарихында бер партиялы осор
Төркиә тарихында бер партиялы осор (төр. Türkiye'de tek partili dönem) — Төркиә Республикаһы тарихының 1923 йылда илдә рәсми рәүештә бер партиялы режим урынлашыуҙан башланған өлөшө. 1923—1945 йылдарҙа Республика халыҡ партияһы Төркиәлә берҙән-бер партия була. 1945 йылда Милли үҫеш партияһы (тур. Millî Kalkınma Partisi) барлыҡҡа килә. 1946 йылғы һайлауҙа Республикан халыҡ партияһы еңһә лә, 1950 йылғыла парламентта күпселек булыуын юғалта. Был осорҙа президент Мостафа Кәмал Ататөрк күп партиялы демократияға күсеү өсөн оппозиция партиялары ойоштороуҙы һорап ҡат-ҡат мөрәжәғәт итә: 1930 йылда Либераль-республикасы партия барлыҡҡа килә, әммә тиҙҙән ойоштороусылары тарафынан таратыла; 1924 йылда Прогрессив республикансы партия ойошторола (Казим Карабекир тарафынан), әммә ағзалары Сәйет шәйех фетнәһендә (1925) ҡатнашҡанлыҡтан тиҙ арала таратыла. Һөҙөмтәлә, республикала күп партиялы система Ататөрктөң вафатынан һуң ғына барлыҡҡа килә[1][2].
Ататөрктөң президентлыҡ осоронда (1925—1938)
үҙгәртергәТөркиә Республикаһын ойошторғас, йәш илдең хөкүмәте уны яңыртыуға бөтә көсөн һала. Франция, Швеция, Италия, Швейцария кеүек көнбайыш илдәренең дәүләт институттары, закондары, конституциялары ҡарала һәм Төркиә талаптарына, «төрөк милләтенең үҙенсәлектәренә» яраҡлаштырыла.
Ул саҡта ил йәмәғәтселеге президента Мостафа Кәмалдең (һуңыраҡ ул «Ататөрк» булып китә) ниәттәрен, программаларын әллә ни аңлап та етмәй, йышыраҡ уны: «Беҙ беренсе хәлифәләр осорона ҡайтабыҙ» тигән лозунгылар менән сәләмләй. Властың хәлифәләр осорондағы кеүек бер ҡулда тупланыуын туҡтатыу өсөн Мостафа Кәмал байтаҡ реформалар үткәрә, төрлө дәүләт вазифаларына Феүзи Чакмак, Казым Озалп һәм Иcмет Инөнү кеүек сағыу лидерҙарҙы тәғәйенләй. Ошо саралар ярҙамында ул төрөк йәмғиәтенең үҙаңын үҙгәртергә, исламсы дәүләтте заманса демократик һәм донъяуи дәүләткә әйләндерергә тырыша.
Яңы дәүләттең мөһим элементтарының береһе булып күп партиялылыҡ тора. Әммә был юлда ҡаршылыҡтар үҫеп сыға: Либераль республикасы партияны (лидеры Али Фәтхи Окьяр була) нигеҙләгәс, уға төрлө «дини төркөмдәр» берегә, шунан һуң илдә, айырыуса көнсығышында, ҡанлы болалар башлана. 1930 йылдың 17 ноябрендә Либераль партия таратыла һәм 1945 йылға тиклем илдә күп партиялы демократия төҙөү аҙымдары яһамай.
Оппозиция (1924—1927)
үҙгәртергә1924 йылда «Мосул проблемаһы» киҫкенләшә (ҡарағыҙ: Ғосман империяһының тарҡалыуы), Сәйет шәйех артабан уның исемен алған ихтилалды ойоштора. Сәйет шәйех Дижленән (Пиран) бай курд вариҫы (ҡәбилә башлығы) булғанлыҡтан, төбәктә дин һәм милләт мәсьәләһе айырыуса киҫкен төҫ ала: шәриғәт закондарын тергеҙергә тырышып, Пирандың ҡораллы көстәре ауылдар буйлап тарала, Элазыг һәм Диярбакырҙа хөкүмәт учреждениеларын тартып ала.
Төркиә хөкүмәтендә шәйех Сәйет ихтилалын «контрреволюция» тип баһалаусылар була, улар кисекмәҫтән хәрби хәрәкәттәр башларға саҡыра. 1925 йылдың 4 мартында ихтилалға ҡаршы сығыу өсөн илдә «Йәмәғәт тәртибен һаҡлау тураһында» закон сығарыла. Ул хөкүмәткә ғәҙәттән тыш вәкәләттәр бирә һәм 1929 йылда ғына көсөнән сығарыла.
Бындай сараларға идара итеүсе партия ағзалары ла ризаһыҙлыҡ белдерә: шул уҡ осорҙа Мостафа Кәмал үҙе үҙ партияһында әҙселектә ҡалыу ихтималлығынан борсола. Әммә ул «оппозиция төркөмөн» юҡ итергә ҡыймай. Һөҙөмтәлә Ататөрк власын һаҡлап ҡала, сөнки уның хөкүмәтенә ышанмаусылыҡ күрһәтеү өсөн тауыш биреү уңышҡа өлгәшмәй (1924 йылдың 8 ноябрендә ышанмаусылыҡ вотумы 148 тауыш менән кире ҡағыла, ышанмаусылыҡ белдереүселәр һаны 18 була). Бынан һуң Мостафа Кәмал «төрөк милләте республика, цивилизация һәм прогресс юлынан ҡурҡыуһыҙ алға барырға ныҡлы ҡарар итте», - ти.
1924 йылдың 17 ноябрендә оппозиция төркөмө ярсығы Прогрессив Республикасы парти (ПРП) төҙөй, уға төрөк парламентының 9 депутаты инә — был илдә беренсе рәсми күп партиялы системаның тәүге сағылышы була. ПРП-ның иҡтисади программаһы идара итеүсе властың «дәүләт социализмы»нан нығыраҡ либераль була, ә оппозиционерҙарҙың социаль программаһы, киреһенсә, Ататөрктөң «модернизмынан» консервативыраҡ була. Яңы партия башлыҡтары ғөмүмән алғанда кәмалсы революцияны яҡлай, әммә «мәҙәни революция» һәм секуляризм принциптары тураһында башҡа ҡарашта тора.
1926 йыл эсендә Измирҙә Мостафа Кәмалды үлтереү буйынса заговор асыла. Заговорсылар араһында Халифәлекте бөтөрөүгә ҡаршы сыҡҡан, шулай уҡ ил башлығына ҡарата шәхси үпкәләр ҙә йөрөткән элекке депутат та була. «Емерткес эшмәкәрлекте фашлау» ғәмәлдә Ататөрктөң мәҙәни революцияға ҡарашын уртаҡлашмаусыларҙы көсһөҙләндереү өсөн ҡулланыла. Идара итеүсе властың бик күп сәйәси дошмандары суд яуаплылығына тарттырыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ruysdael, 2002, с. 214
- ↑ Keyman, 2007, с. 97
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Salomon Ruysdael. New Trends in Turkish Foreign Affairs: Bridges and Boundaries. — iUniverse, 2002. — ISBN 978-1-4759-1899-1.
- Emin Fuat Keyman. Remaking Turkey: Globalization, Alternative Modernities, and Democracy. — Lexington Books, 2007. — ISBN 978-0-7391-1815-3.