Төньяҡ (Ишембай)
Викидатала элемент тултырылмаған |
Төньяҡ, Ишембай ҡалаһының Төньяғы — Башҡортостан Республикаһы Ишембай ҡалаһының юҡҡа сыҡҡан муниципаль берәмеге. 2002—2004 йылдарҙа ғәмәлдә була.
Һыу артерияһы
үҙгәртергәАғиҙел йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары: Тәйрүк йылғаһы һәм СИКҠУЛ шишмәһе.
Автомобиль юлдары
үҙгәртергәИшембай — Салауат, Ишембай — Петровский, Индустриаль шоссе.
Сиге
үҙгәртергәТөньяҡ сиге: Ағиҙел йылғаһы буйлап бара, артабан СИКҠУЛ шишмәһе буйынса һәм көньяҡҡа борола;
көнсығыш сиге: СИКҠУЛ шишмәһенән Ишембай ҡалаһының «Бурводстрой» баҡсасылыҡ йәмғиәте сиге буйынса Ишембай — Петровский автомобиль юлдарына тиклем, артабан Ишембай ҡалаһы менән «Осҡон» баҡсасылыҡ йәмғиәте сиге буйынса, аҙаҡ көньяҡ-көнбайышҡа борола һәм Ишембай ҡалаһының «Осҡон» баҡсасылыҡ йәмғиәте сиге буйынса, аҙаҡ ҡала сүплеге менән ҡала сиге буйынса бара, көньяҡ-көнсығышҡа борола һәм Ишембай урмансылығының дәүләт урман фонды (60-сы квартал) сиге буйынса бара, көньяҡҡа борола һәм артабан дәүләт урман фонды сиге буйынса 900 м (62-се квартал), һуңынан төньяк-көнсығышҡа Ишембай ҡалаһы менән «Тәйрүк-1» баҡсасылыҡ йәмғиәте сиге буйынса, артабан көньяҡ-көнбайышҡа Ишембай ҡалаһының «Тәйрүк-1» баҡсасылыҡ йәмғиәте сиге буйынса Тәйрүк йылғаһына тиклем, артабан 580 м Тәйрүк йылғаһы буйынса;
көньяҡ сиге: Тәйрүк йылғаһынан барып Чкалов урамын киҫеп үтә, Бульварный урамы буйлап Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күпергә тиклем бара, Ағиҙел йылғаһын киҫеп үтә, Индустрия шоссеһы буйынса бара, артабан Ишембай — Салауат автомобиль юлы буйынса Стәрлетамаҡ районы сигенә тиклем;
көнбайыш сиге: Ишембай — Салауат автомобиль юлынан Стәрлетамаҡ районы биләмәһендә урынлашҡан совхоз-техникум менән сик буйлап 2,6 км, артабан көнсығышҡа һәм Ишембай ҡалаһы менән Стәрлетамаҡ районы биләмәһендә урынлашҡан совхоз-техникум араһындағы ялан юлы буйлап, Ағиҙел йылғаһына тиклем, һуңынан Ағиҙел йылғаһы буйлап ҡаланың төньяҡ сигенә тиклем.
Тарихы
үҙгәртергәБашҡортостанда 2001 йылдың 25 июлендә Башҡортостан Республикаһының 235-з һанлы «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең сиктәрен билдәләү тураһында» Закон ҡабул ителә. Закон төбәктең муниципаль берәмектәре биләмәһенең рәсми исемен, сиктәрен һәм составын билдәләй.
3-сө статьяның Ишембай ҡалаһына ҡағылышлы өлөшөндә ике муниципаль берәмек күрһәтелә:
- Ишембай ҡалаһының Төньяғы
- Ишембай ҡалаһының Көньяғы
Ишембай ҡалаһының Төньяғы муниципаль берәмегенең сиктәре Башҡортостан Республикаһының 2002 йылдың 25 декабрендәге 425-з һанлы «Башҡортостан Республикаһы Ишембай ҡалаһының Төньяғы муниципаль берәмеге сиктәрен тасуирлау тураһында» законы менән билдәләнә.
Был закон 2004 йылдың 17 декабрендә, Башҡортостан Республикаһы 2004 йылдың 17 декабрендә 126-з һанлы «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһында» Закон ҡабул иткәндән һуң, көсөн юғалта. Закондың 7-се «Башҡортостан Республикаһының норматив хоҡуҡи акттары көсөн юғалтыуын таныу» статьяһында былай тип билдәләнә:
44) Башҡортостан Республикаһының 2002 йылдың 25 декабрендәге 425-з һанлы «Башҡортостан Республикаһы Ишембай ҡалаһының Төньяғы муниципаль берәмеге сиктәрен тасуирлау тураһында» Законы (Дәүләт Йыйылышы, Президент һәм Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты ведомостары, 2003, N 3 (159), 113 статья);
Әҙәбиәт
үҙгәртергә2001 йылдың 25 июлендәге Башҡортостан Республикаһының 235-з һанлы «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең сиктәрен билдәләү тураһында» Законы (Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы Закондар сығарыу Палатаһы 12.07.2001 ҡабул иткән).
Башҡортостан Республикаһының 2002 йылдың 25 декабрендәге 425-з һанлы «Башҡортостан Республикаһы Ишембай ҡалаһының Төньяғы муниципаль берәмеге сиктәрен тасуирлау тураһында» Законы (Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Закондар сығарыу Палатаһы —10.12.2002 ҡабул иткән).
Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһында» Законы (Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай 16.12.2004 ҡабул иткән)