Төньяҡ Үләнде — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы биләмәһендәге күл.

Озеро
Төньяҡ Үләнде
Морфометрия
Абсолют бейеклеге406 м
Үлсәме2,2 × 1,3 км
Майҙаны3 км²
Күләме4,8 км³
Иң тәрән урыны3,5 м
Уртаса тәрәнләк1,5 м
Урынлашыуы
53°27′03″ с. ш. 58°47′08″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Идентификаторы
Код в ГВР: 12010000211112200000422
Рәсәй
Точка
Төньяҡ Үләнде
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Төньяҡ Үләнде

Мәғлүмәт

үҙгәртергә

Күл Урал йылғаһы бассейынына ҡарай. Әбйәлил районы Үләнде ауылы янында ята. Күл өҫтө майҙаны 3,0 км², оҙонлоғо 2,2 км, уртаса киңлеге 1,3 км, уртаса тәрәнлеге 1,5 м (максималь — 3,5 м), һыу күләме 4,8 млн м³. Тымыҡ күл. Һыуы тоҙло. Һыуы ҡышын үтәнән үтәгә туңа.

Йылайыр свитаһының грауваккаларында һәм карбон габбродиабаздарында барлыҡҡа килгән; соҡоро табаҡ һымаҡ. Һыу кимәленә юғары тирбәлеү амплитудаһы хас. Ҡатнаш, башлыса ер өҫтө һыуҙары менән туйына. Эвтрофлы. Ярҙары һөҙәк, көнсығыш һәм көнбайышы — ҡалҡыу. Ҡоролоҡ йылдарында һаҙлана.

Ландшафты

үҙгәртергә

Тирә‑яҡ ландшафы һоро урман тупрағындағы ҡайын урманынан һәм ҡара болон тупрағындағы болонло далаларҙан тора. Яр буйын күл ҡамышы, күрән, таръяпраҡ екән, ябай ҡамыш һ.б. менән ҡаплаған, күлдә ҡымыҙлыҡтар, йөҙөп йөрөгән һыу үләне, теҙмәяпраҡ һыу үләне һ.б. үҫә. Аҡбаш сыпҡай, көйөлдө, күл аҡсарлағы, сумғыс өйрәк, һуна өйрәк һ.б. йәшәй.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә