Төньяҡ-Кавказ тимер юлы идаралығы бинаһы

1913

Иҫтәлекле урын
Төньяҡ-Кавказ тимер юлы идаралығы бинаһы
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Театр майҙаны, 4
Архитектура стиле модерн
Проект авторы А. П. Бутков, Н. Вальтер
Төҙөлөшө 19111913 йылдар
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6100044000объект № 6100044000

Төньяҡ-Кавказский тимер юлы идаралығы бинаһы Дондағы Ростовта, Театр майҙанында урынлашҡан. 1911—1913 йылдарҙа модерн стилендә төҙөлә[1]. Төньяҡ-Кавказ тимер юлы идаралығы бинаһы төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[2].

Дондағы Ростовта урынлашҡан Владикавказ (хәҙер Төньяҡ-Кавказ) тимер юлы идаралығының оҙаҡ ваҡыт үҙ бинаһы булмай һәм ул ҡуртымға алынған биналарҙы биләй[3]. XX быуат башында идара бинаһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1910 йылда конкурс үткәрелә һәм унда архитектор Н. Вальтер проекты еңеү яулай. Һыҙмалар эшләү һәм эште тормошҡа ашырыу менән гражданлыҡ инженеры А. П. Бутков шөғөлләнә[4]. Бина төҙөү өсөн Ростов менән Нахичевань (һуңыраҡ Пролетар районы составына инә) сигендә ер участкаһы алына. Төҙөлөшө 1911 йылдың йәйендә башлана һәм 1913 йылдың көҙөндә тамамлана. 1913 йылдың 29 октябрендә (9 ноябрь) бина тантаналы рәүештә асыла[5].

Төҙөлөш эштәре тамамланғандан һуң ҡайһы бер проблемалар асыҡлана. «Көньяҡ иртәһе» гәзите 1913 йылдың көҙөндә «артыҡ дымлылыҡ» арҡаһында, «телефон бәйләнеше йыш ҡына эшләмәй» тип яҙа. Идара хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ насар вентиляцияға зарлана. Бынан тыш, мәҡәләлә «йорто өс йыл элек эшләнгән проект буйынса төҙөлә һәм ошо ваҡыт арауығында хеҙмәткәрҙәр һаны артыуға бәйле, урындар етмәй. Бөтә бүлмәләр тулған, әлеге ваҡытта проект нормаһы ысыебарлыҡҡа тура килмәй» тиелә.

1920 йылдарҙа бинала Төньяҡ-Кавказ тимер юлының Юлдар бәйләнеше округы урынлаша. 1930 йылдар уртаһында бында Ворошилов тимер юлы идаралығы, һуңынан — Төньяҡ-Кавказский тимер юлы идаралығы, урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бинаның түбәһе, атлама, аттикитар, тәҙрәләр һәм ишектәр зыян күрә. 1948—1949 йылдарҙа бинаға ремонт яһалған. 2000 йылдар башында фасадтары реставрациялана.

Архитектураһы

үҙгәртергә

Төньяҡ-Кавказ тимер юлы идаралығы буласаҡ Театр майҙанында беренсе ҡоролма була. Ул тирә-яҡтағы бәләкәй ҡатлы йорттар араһынан күренеп тора[6]. Бина модерн стиленең рационалистик йүнәлештәре традицияларында төҙөлгән, шул уҡ ваҡытта уның архитектураһында электика мотивтары ла күҙәтелә[7].

Дүрт ҡатлы бина кварталды биләй һәм планға ярашлы, өс эске ихатаға эйә. Фасадтың төҫтәр гаммаһы ҡыҙыл һәм охра. Кирбес өҫтө штукатурланған[1]. Йорттоң фасады Владикавказ тимер юлдары эмблемаһының рельефы менән биҙәлгән[4]. Беренсе ҡаттың ташы юнылған. Икенсе ҡатта, ҙур тәҙрәләре төп фасад яғына сығып торған бүлмәлә[1], юлдар идарасыһы урынлашҡан[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Кукушин B. C. Архитектура стиля "модерн" // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 с. — ISBN 5-88616-027-2.
  2. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 22 ноябрь 2013.
  3. 3,0 3,1 Виталий Трифонович Сидоренко. Ровесник железной дороги. Донской временник. Дата обращения: 22 ноябрь 2013.
  4. 4,0 4,1 Вера Волошинова. 100 мест: Железнодорожный модерн. werawolw.ru. Дата обращения: 22 ноябрь 2013.
  5. Александр Харченко. Рождение здания управления железной дорог (14 ноябрь 2013). Дата обращения: 22 ноябрь 2013. 2013 йыл 19 ноябрь архивланған.
  6. Беленький Г. Л. Ростов-на-Дону. Город у Тихого Дона. — Ростов-на-Дону: Сигма, 2005. — С. 137. — ISBN 5-944-67005-3.
  7. Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е изд.. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 123. — ISBN 5-8456-0489-3.