Төймә — ҡаптырма төрө. Кейем детале булараҡ киң таралған. Төйнәү һүҙенән килеп сыҡҡан.


  • Төймә — ҙур булмаған, берәй ҡаты йә тығыҙ материалдан эшләнгән, тишекле йәки ҡолаҡлы кейем, көнкүреш әйберҙәре ҡаптырғысы, һиҙәп.
  • Төймә — уртанан тишеп, епкәме, сымғамы теҙеп йыйыла торған йоморсаҡ.Тиҫбе төймәһе. Счет төймәһе.
  • Төймә — электр ҡорамалдарында функцияны ебәреү йәки туҡтатыу өсөн файҙаланылған баҫмаҡ. Выключатель төймәһе.

Төймә һүҙе менән яһалған ботаник төшөнсәләр

үҙгәртергә
  • Төймәбаш (лат. Erígeron, рус. Мелколепестник) — йондоҙсәскәләр (астралар) ғаиләһенә ҡараған үҫемлек
  • Төймәләк — бәләкәй генә йомроҡас, ҡайһы бер төбәктәрҙә бәрәңгенең емешен шулай атайҙар.
  • Төймәсек (диал.) — ҡайһы бер һөйләштәрҙә , лат. Antennária dióica ) — [[ бесәйтабандар ]] (Antennaria) ырыуына ҡараған бесәйтабан (рус. Коша́чья ла́пка двудо́мная) үләнен шулай атайҙар[1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 381—382 биттәр

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 381—382 биттәр