«Тәмәке фабрикаһы»Дондағы Ростов ҡалаһы үҙәгендә заман сәнғәте үҙәге, Красноармейский урамы, 170 йорт адресы буйынса уырнлашҡан, 2010 йылда Беренсе хәҙерге заман сәнғәтенең Көньяҡ-рәсәй биенналеһын үткәреү ваҡытында асылған.

Тәмәке фабрикаһы
Нигеҙләү датаһы 2010
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дондағы-Ростов
Урын Дондағы-Ростов
Карта

«Тәмәке фабрикаһы» тарихы 2009 йыл аҙағында башлана, Беренсе хәҙерге заман сәнғәтенең Көньяҡ-Рәсәй биенналеһы әҙерлеге этабында бизнес хужалары менән 1,5 мең квадрат метрлыҡ Дон тәмәке фабрикаһында «С-В-Я-З-И connection» һәм «Waterлиния» биеннале секцияларын урынлаштырыу буйынса килешеү төҙөлә[1]. Саҡ ҡына һуңыраҡ матбуғата «Тәмәке фабрикаһы» заман сәнғәте үҙәге тип аталған иҫке цехтарҙың майҙандарында Беренсе Көньяҡ-рәсәй биенналеһының махсус проекттары күргәҙәмәһе ҡуйыла тигән мәғлүмәт сыға[2]

«Тәмәке фабрикаһы» заман сәнғәте үҙәге 24 майҙа хәҙерге заман сәнғәтенең Беренсе Көньяҡ-Рәсәй биеннале сиктәрендә асыла [3]. РФ дәүләт думаһы депутаты Иван Саввиди, бина хужаһы, үҙ сығышында былай тип белдерә: «был билдәле дәрәжәлә тирә-яҡ мөхиттең һәм кеше күңеленең санацияһы. Беҙ, профессиональ тәмәке етештереүселәр, кешенең һаулығына зыян килтергәнгә был ваҡиғаны физик зыян өсөн компенсация тип һанайбыҙ»[3].

Биеннале асылғандан һуң, матбуғатта «АГРОК төркөмө» элекке тәмәке фабрикаһы бинаһын заман сәнғәте стационар үҙәгенә бирергә ниәтләй тип хәбәр ителә[4]. Улай ғына түгел, «Агрок» төркөмөнөң 2010 йылдың 4 июнендәге рәсми сайтында ошондай хәбәр барлыҡҡа килә: «Бөгөн „тәмәкенең“ иҫке бинаһы яңынан тыуҙы. Биеннале тамамланыу менән цехтарҙа даими эшләп килгән заманса сәнғәт үҙәге урынлашасаҡ. Әһәмиәтле ҡала һәм төбәк проекттарында ҡатнашыу —„Агрок төркөмөнөң“ төп йүнәлештәренең береһе булып тора»[5].

Тәмәке фабрикаһының өсөнсө ҡатында хәҙерге заман сәнғәтенең Беренсе Көньяҡ- рәсәй биенналеһының 12 проектынан бишәүһе урынлаша: «Йоҡо районы — 2», «С. -.-Я-З-И-Connection», «Сикләнгән зона. Видео-арт», «Ҡыҙыл мөйөш», «Йәш мумиелар»[4].

2010 йылдың октябрендә «Тәмәке фабрикаһы» заман сәнғәте үҙәге территорияһында Дондағы Ростовта «Германия Көндәре» сиктәрендә немец рәссамы Кристина Шнаппенбургтың «Яҡтылыҡ скульптуралары» күргәҙмәһе үткәрелә[6].

Заман сәнғәте үҙәге төҙөү инициативаһы артабан дауам итмәй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Винзавод (выставочный центр)
  • Центр современной культуры «Гараж»

Сығанаҡтар

үҙгәртергә