Тәйрүк аръяғы урман паркы

саңғы-роллер трассаһы

Тәйрүк аръяғы урман паркы — Тәйрүк йылғаһының уң яҡ ярында, Көҫәпҡол, Смаҡай биҫтәләре араһында һуҙылып ятҡан Ҡарауыл сағылында урынлашҡан. 1960-1970-се йылдарҙа ҡала халҡы тарафынан ултыртылған  . Урман паркының ҙур өлөшөндә аҡҡайын, ҡарағай , шыршы, хатта алма ағастары үҫә. 

Затайрукский лесопарк им. В. Н. Полякова
Освещённая лыже-роллерная трасса в лесопарке
Освещённая лыже-роллерная трасса в лесопарке
Төп мәғлүмәт
ТөрөЛесопарк 
Нигеҙләнгән ваҡыты1960-е 
Урынлашыуы
53°28′ с. ш. 56°04′ в. д.HGЯO
Ил
Рәсәй
Красная точка
Затайрукский лесопарк им. В. Н. Полякова
 Тәйрүк аръяғы урман паркы Викимилектә

Көнбайышында Тәйрүк йылғаһы улағында 70-се йылдарҙа уҡ ҡоролған быуа[1], төньяғында — ике ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны. Төньяҡ-көнсығышта был парк — Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы араһындағы сик.

 
Яҡтыртылған саңғы-роллер трассаһы

Элек Ҡарауыл сағылында төрлө ағастар үҫкән була, әммә Бөйөк Ватан һуғышы алдындағы бер нисә йылда , урмандағы ағастар Ишембай ҡалаһын яғыулыҡ менән тәьмин итеү һәм сәнәғәт предприятиелары ихтыяжы өсөн тулыһанса ҡырҡыла[2].

1960-сы йылдарҙа ҡала тирәһендә ятҡан яланғас битләүҙәргә һәм ҡалдау ерҙәргә ағас ултыртыу башлана. Ҡала һәм Смаҡай ауылы малайҙары һәм ҡыҙҙары Ҡарауыл сағылына үҙҙәре ултыртҡан ҡарағайҙар һәм аҡҡайындар менән үҫеп буй еткерә.

Ағас ултыртыу өмәләренә ҡала предприятиелары эшселәренән тыш мәктәп уҡыусылары ла ылыҡтырыла. 1965 йылдан 1986 йылғаса Ишембай ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе Поляков Владимир Николаевич шәхсән үҙе лә ағас ултыртыуҙа әүҙем ҡатнаша.

1978 йылда оҙонлоғо 2 км булған яҡтыртылған саңғы-роллер трассаһы һалына, унан тыш 3 км, 5 км, 10 км оҙонлоҡтағы саңғы юлдары булдырыла. Ҡалала биатлон спортының киң үҫешеүен иҫәпкә алып, ул ваҡыттағы етәкселәр был трассаны саңғысылар һәм биатлонсыларҙы әҙерләү өсөн ҡулайлаштыра. Әлеге ваҡытта әйләнә тирәләге ҡалаларҙан, ауылдарҙан профессиональ спорт менән шөғөллөнеүселәр күнекмәләр үткәреү өсөн Ҡарауыл сағылындағы ошо саңғы-роллер трассаһына килә. Быға өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк: был урман паркы ҡалала йәшәүселәрҙең иң яратҡан ял итеү урыны.

Парктың иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

Яҡтыртылған саңғы-роллер трассаһы

үҙгәртергә

1978 йылда оҙонлоғо 2 км булған яҡтыртылған саңғы-роллер трассаһы төҙөлә[3]. Ҡалала эшләп килгән ике спорт мәктәбе уҡыусылары күнекмәләре ошо трассала үткәрелә. Һәр ҡыш В. Новожилов иҫтәлегенә саңғы марафоны үткәрелә. Парк ишембайҙар өсөн төп сәләмәтлек зонаһы булып тора. Шуға күрә 2012 — 2013 йылдарҙа, ял итеүсе ишембайҙар спорт менән шөғөлләнеүселәргә ҡамасауламаһын өсөн, асфальт юл эргәһенән йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ һалына. Трасса реконструкциялана, быға тиклем булғанына тағы ла 1,7 км оҙонлоғонда ҡулса өҫтәлә[4][3][4].

Биатлонсылар өсөн сәптәр

үҙгәртергә
 
Ишимбайский телецентр

1-се балалар  һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры В. В. Новожилов инициативаһы буйынса 1980-се йылдарҙа биатлонсылар өсөн атыу урыны төҙөлә башлай. Белгестәр трасса юлын билдәләй, гигант ҙурлыҡта котлован ҡаҙыла. Атыу урынының начальнигы итеп Ишембай спортсыһы, тренер Анатолий Михайлович Гвоздик тәғәйенләнә. Ул, В. В. Новожилов менән бергә, Белоруссияның Раубичи ҡалаһында булып, ҡоролмаларҙың (сәптәрҙең) һыҙмаларын алып ҡайта. Артабан был һыҙмалар Ишембай транспорт машиналары эшләү заводына тапшырыла.  ИЗТМ-да тимер ҡулайламалар— трассаны яңыртыу өсөн тауҙар юғары спорт стандарттары буйынса монтажлана.

Тиҙҙән атыу урынында өс ҡатлы бина ҡалҡып сыға, хәҙергә ваҡытта ул ярым емерек торошта. Рефериҙар бинаның икенсе ҡатынан спортсыларҙың атыуын күҙәтер, тип планлаштырыла. Ә өсөнсө ҡатта VIP-ҡунаҡтар өсөн урын, беренсе ҡатта өҫтәмә сәптәр менән ҙур булмаған келәт урынлашырға тейеш була. Бар яҡтан уйланылып төҙөлгән бина ғәмәлдә ҡулланылмай, сөнки «үҙгәртеп ҡороу»ҙар осоро башлана. Ҙур булмаған Ишембай ҡалаһында, союз, донъя биатлонсыларын ҡабул итеү өсөн, дүрт ҡатлы заманса ҡунаҡхана төҙөлөүен дә өҫтәргә кәрәктер. Заманалар үҙгәргәс, ҡунаҡхананың өсөнсө-дүртенсе ҡаттары фатирҙарға әйләндерелә.

Тау түбәләре

үҙгәртергә

Урман паркы урман-таулы рельефҡа ҡарай. Ҡарауыл сағылында бер нисә бейек түбә бар: Маяҡ түбәһенән (диңгеҙ кимәленән 231,3 м бейеклектә) Ишембай, Салауат ҡалалары ус төбөндәгендәй күренә, унда Ишембай телеүҙәге урынлашҡан, Алебастр (233,9 м), шулай уҡ 255 һәм 161,8 м бейеклектәге ике түбә, Смаҡай ауылы яғында ярайһы уҡ ҙур ғына мәмерйә лә бар[5].

Башҡа объекттар

үҙгәртергә

Урман паркы аша 1980 йылда төҙөлгән электр тапшырыуҙар линияһы үтә. 

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Никулочкин Д. В. Тайрукский пруд вернётся к ишимбайцам? // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2015. — В. 1. — № 26. — С. 2. — ISSN 2220-8348.
  2. Клугман, Т. Житель микрорайона Смакаево украсил гирляндами ёлки. Ишимбай-ньюс. Дата обращения: 27 май 2012. Архивировано 29 июнь 2012 года. 2012 йыл 17 июль архивланған.
  3. 3,0 3,1 Абдуллин В. Р. Город, который нам передали. Биатлон на грани забвения? // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2011. — № 8. — С. 2—3. — ISSN 2220-8348.
  4. 4,0 4,1 Никулочкин Д. В. Вне зоны отдыха // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2018. — № 11. — С. 2—3. — ISSN 2220-8348.
  5. Карта города Ишимбая. Информационный сайт микрорайона Смакаево. Дата обращения: 30 май 2012. Архивировано 23 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 16 июль архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә