Тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ стадионы
Тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ стадионы (грек. Στάδιο Φιλίας Ειρήνης και) — күп функциялы ябыҡ стадион, грек ҡалаһы Пирейҙың яр буйы зонаһында урынлашҡан.
Тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ стадионы | |
грек. Στάδιο Ειρήνης και Φιλίας | |
Нигеҙләү датаһы | 1985 |
---|---|
Спорт төрө | Баскетбол |
Дәүләт | Греция |
Административ-территориаль берәмек | Пирей[d] |
Урын | Неон-Фалирон[d] |
Хужаһы | Греция |
Хеҙмәтләндереүсе | Олимпиакос[d] |
Рәсми асылыу датаһы | март 1985 |
Обитатель | Олимпиакос[d] һәм Olympiacos women's basketball[d] |
Һыйым | 11 554 |
Рәсми сайт | sef-stadium.gr |
Тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ стадионы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәПирейҙағы Тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ стадионы «Тимиос Папагианнис һәм партнёрҙар» (англ. Θύμιος Παπαγιάννης και Σία) компанияһы тарафынан проектлана. Уны төҙөүгә € 25 млн (хаҡы буйынса 1983 йылда) аҡса тотонола. Арена «Караискакис» стадионы эргәһендә яр буйы зонаһында төҙөлгән. Стадионды тантаналы асыу 1985 йылдың 16 февралендә, бинала еңел атлетика буйынса беренсе грек чепионаты ваҡытында үтә, ә инде март айында ул бина еңел атлетика буйынса Европа чемпионатын ҡабул итә[1]. 1989 йылда арена Грецияның тарихта беренсе шайба менән хоккей чемпионатын ҡабул итә.
1991 йылда арена Халыҡ-ара спорт ҡоролмалары йәмғиәтенән алтын бүләк ала[2]..
1991/1992 миҙгеленән Тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ стадионы «Олимпиакос» профессиональ баскетбол клубының үҙ аренаһы була. 2011 йылдан бында команданың штаб-фатиры урынлаша[3]. 5-10-27}}</ref>.
2002 йылдың апрель айында 2004 йылғы Олимпия уйындарына әҙерләнеү өсөн арена реконструкциялауға ябыла, уға € 7,3 млн аҡса тотонола. Олимпия уйындары барышында аренала ир-егетәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың волейбол турнирҙары үтә[4]. Тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ стадионы спорт сараларынан тыш мәҙәни сараларҙы ҡабул итә: саммиттар, мотокросс ярыштары, концерттар үтә. Төрлө ваҡытта бында Scorpions, Deep Purple, Dire Straits, Фил Коллинз, Эстефан Глория һәм башҡа бөтә донъяға билдәле артистар сығыш яһай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Λίγα Ιστορικά στοιχεία... (грек). sef-stadium.gr. Дата обращения: 5 ноябрь 2018. 2016 йыл 3 апрель архивланған.
- ↑ Peace and Friendship Stadium (ингл.). Олимпиакос (1 июль 2015). Дата обращения: 5 ноябрь 2018. 2016 йыл 2 август архивланған.
- ↑ Olympiacos BC HQ (ингл.). Олимпиакос (27 октябрь 2015). Дата обращения: 5 ноябрь 2018. 2018 йыл 17 ноябрь архивланған.
- ↑ Peace and Friendship Stadium (ингл.). mondoworldwide.com. Дата обращения: 5 ноябрь 2018.