Акша́ (тыв. akşa — төрки телдәрҙә «аҡса», «аҡ+ша» - "аҡ" һүҙе ҡушылып яһалған ) — Тыва Халыҡ республикаһының 1934-1944 йылдарҙағы аҡса берәмеге. 100 тингә бүленә (тыв. kɵpejek)

Тыва акшаһы
Нигеҙләү датаһы 1934
Рәсем
Дәүләт  Тыва Халыҡ Республикаһы[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1944
 Тыва акшаһы Викимилектә

1925 йылдың 25 июлендә ТХР Дәүләт банкыһы - «Тувинбанк» ТХР һәм СССР хөкүмәттәре араһында килешеү нигеҙендә 1925-1929 йылдар дауамында әйләнешкә совет аҡсаларын: башта батшаның һуҡҡан тәңкәләрен, һуңғараҡ ҡағыҙ ҡаҙнасылыҡ һәм банк билеттарын (рубль һәм червонецтар) алмаштырган көмеш тәңкәләр сығара. 1933 йылдың декабрендә ТХР Хөкүмәте аҡса тураһында ҡарар ҡабул итә, уның нигеҙендә, совет аҡсаһы өҫтөнә күк төҫтәге һыҙатҡа ТХР-ҙың яңы гербын төшерөп, «Бары ТХР-ҙа ғына йөрөй» яҙма ҡуйып акша сығарыла башлай. 1933 йылдың 10 декабренән алып 1934 йылдың май-июнь айҙарында алмаштырыу бара.

1933—1934 йылдар дауамында совет ваҡ аҡсаһын СССР-ҙа сығарылған 1, 2, 3, 5 көпеек (бронза) һәм 10, 15 һәм 20 көпеек (никель) тыва монеталарына алмаштыралар. Улар1945 йылдың 1 майына тиклем ҡулланыла.

1936 йылдың 1 ғинуарында илдә аҡса реформаһы үткәрелә, совет аҡсалары милли валюта — Тыва Халыҡ республикаһы 1, 3, 5, 10 һәм 25 акша банкноталары менән алмаштырыла. Аҡса алмаштырыу 1:1 курсы менән бара. ТХР банкноталары, барлығы 2 млн акша, СССР Гознагы тарафынан сығарыла.

1939 йылдың 11 авгусында ТХР-ҙың хөкүмәт комиссияһы яңы һүрәттәр төшөрөлгән аҡса үрнәктәрен раҫлай. Банк билеттарын СССР Гознагы баҫып сығара. 1941 йылдың 1 мартынан 1940 йылғы үрнәк менән 1, 3, 5, 10 һәм 25 акша сығарыла. Иҫке банк билетарын алмаштырыу 1941 йылдың 1 сентябренә тиклем бара.

1944 йылдың 11 октябрендә ТХР РСФСР-ҙың автономиялы өлкәләре хоҡуғында СССР составына инә. 1945 йылдың 1 ғинуарынан уның биләмәләрендә совет аҡсаһы йөрөй башлай. Дүрт ай дауамында (1945 йылдың 1 майына тиклем ) 1940 йыл үрнәкле тыва акшаларын һәм 1934 йылғы ваҡ аҡсаларын советаҡсаларына алмаштырыу бара. Шул ваҡыт уҙғас, тыва валютаһы ғәмәлдән сығарыла.

Монеталар

үҙгәртергә

Монета аверсында — дәүләт(тыв. TЬBA ARAT RESPUBLIK) һәм банк-эмитент исеме (тыв. TЬBA SADЬƢ-YLETPYRNYꞐ BANKЬZЬ).

Реверста — һан һәм хәрефтәр менән номинал, сығарылған йыл.

Һүрәте Номинал
(көпеек)
Материал Диаметр
(мм)
Ҡалынлығы
(мм)
Масса
(г)
Гурт Сығарылған йылы
  1 бронза 14 1,4 шыма 1934
  2 18 2,1 1933, 1934
  3 22 2,8 1933, 1934
  5 25 5 һырлы 1934
  10 баҡыр+никель 17 1934
  15 20 1934
  20 22 1934

Банкноттар

үҙгәртергә
Һүрәте Номинал
(акша)
Дәүмәле
(мм)
Төп
төҫтәре
Ал яғы Арт яғы
    1 көрән
    3 йәшел
    5 күк
    10 ҡыҙыл
    25 ҡуйы ҡыҙыл

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә