Туғарсалған[1][2] (шулай уҡ Туғар Салған[3][4][5][6] (урыҫса Тугарсалган), экологтарҙа Туғар-салған[7][8]) — Торатау шиханы итәгендәге күл. Күлдә ярымутрау бар, унда  элек кеше эшмәкәрлеге юҡ иткән үҫемлектәр-эндемиктар булған[9].

Туғарсалған
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Карта
 Туғарсалған Викимилектә

1965 йылдан тәбиғәт һәйкәле. «Туғар-салған күле һәм уның тирә-яғы» «Башҡортостан Республикаһының айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре» исемлегенә индерелгән. Ҡурсаулыҡ урыны майҙаны 100 гектар.

Туғарсалған күле легендаһы

үҙгәртергә

Борон-борон заманда, әле ошо Торатау торған ерҙә, ҙур океан булған, ти. Был океан батшаһы — Һыухандың дүрт уландары — Торатау батыр, Ҡуштау батыр, Йөрәктау батыр һәм иң кесеһе — Шәкетау икән. Улар бик дуҫ һәм дәртле тормош күргәндәр. Һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып торғандар, ти. Ләкин бер көндө уларҙың иленә Аждаһа ырыуы баҫып кергән. Улар бер өрөү менән Һыухандың биләмәләрен утҡа әйләндергәндәр. Тиң булмаған алышта, дүрт батыр Аждаһаны берҙәмлеге, татыулығы менән еңә алған. Ләкин Һыухандың иле ҡороған, океан янында көн күргән халыҡтар ҡоролоҡтан зарыға башлаған, ти. Океан төбө кибеп, ундағы йоҡлап ятҡан ен-пәрейҙәр уяна башлаған. Көн дә үлем, көн дә ер тетрәүҙәре халыҡты меҫкен көнгә төшөрә башлаған. Мал-тыуарҙы, кешеләрҙе ер йота, ут ҡамай икән был ерҙә. Дүрт туған ни эшләргә белмәй баш ватҡан сағында, Һыухан, кешеләрҙе ҡотҡарам тип, үҙен халыҡҡа ҡорбан иткән: юрматы ырыуын йотоу ниәтендә асылған ер араһына аты менән һикергән. Дейеү һәм Аждаһалар иленә тоташҡан, йәһәннәм упҡыны шул уҡ ваҡытта кире ябылған,ти. Һыухан менән уның толпары юғалған ерҙә, төпһөҙ күл барлыҡҡа килгән. Был күлде әлеге ваҡытта Туғарсалған тип йөрөтәләр, ти.

Географик ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Туғарсалған — Башҡортостандағы иң тәрән карст күлдәренең береһе. Уның оҙонлоғо 395 м, киңлеге 260 м, иң ҙур тәрәнлеге 27 м. Күлдә шишмәләр күп .

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә