Турку кафедраль соборы
Турку кафедраль соборы (швед. Åbo domkyrka, фин.Turun tuomiokirkko) — Финляндияла төп лютеран ғибәҙәтханаһы. XIII быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән, 1300 йылда Дева Мария һәм Финляндияны суҡындырыусы илдең беренсе епискобы изге Генрих хөрмәтенә изгеләндерелгән.
Тарихы
үҙгәртергәСобор 1258 йылда төньяҡ-готик стилендә төҙөлгән, Финляндияла башҡа сиркәүҙәр төҙөлөшө өсөн оҙайлы ваҡыт өлгө була. Беренсе таш собор бер аҙ бәләкәйерәк була. Уның фасады әлеге кафедра урынында урынлашҡан була.
Урта быуаттарҙа собор күп тапҡыр киңәйтелә һәм үҙгәртеп ҡорола. XV быуатта соборға ҡабырға капеллалар төҙөлә. Бер аҙ һуңыраҡ үҙәк нефтың көмбәҙенең бейеклеге хәҙерге күләменә тиклем арттырыла (24 метр). 1827 йылда собор янғындан зыян күрә. Соборҙың 101 метрлыҡ манараһы соборҙы тергеҙгәндә төҙөлә һәм Турку ҡалаһының символы булып тора.
Соборҙың эске биҙәлеше 1830 йылдарҙа Вестин Фредрик һәм Карл Энгель тарафынан башҡарыла. Стеналары һәм алтарь өлөшөндәге көмбәҙҙәре Р. В. Экмандың фрескалары менән биҙәлгән. 1870 йылдарҙа төньяҡ капеллалары Владимир Сверчковтың витраждары менән биҙәлгән.
1980 йылда соборҙа яңы 81-регистрлы орган урынлаштырыла.
Изге Георгий капеллаһында изгеләр рәтенә индерелгән епископ Хемминг ерләнгән. Соборҙың билдәле ҡәбер ташы — король Эрика XIV ҡатыны Катарина Монсдоттер саркофагы. Соборҙың төрлө өлөштәрендә шулай уҡ Мауну II Таваст, Олави Маунунпойка, Конрад Биц, Мауну III Сяркилахти, Кнут Поссе, Павел Юстен, Исаак Ротовиус, Столхандскэ Турстэн, Окэ Тотт, Эверт Хурн ерләнгән.
Соборҙың көньяҡ галереяһында 1982 йылда реставрация эштәренән һуң асылған Кафедраль музей урынлашҡан.
Собор алдында сиркәү реформаторы Микаэль Агриколе һәйкәле ҡуйылған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Был Медиафайлдар бар викиһаҡлағыста тема буйынса соборы абосский
- ↑ 1,0 1,1 https://www.kyppi.fi/palveluikkuna/rapea/read/asp/r_kohde_det.aspx?KOHDE_ID=200528
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 https://www.kyppi.fi/palveluikkuna/rapea/read/asp/r_kohde_det.aspx?KOHDE_ID=200528
- ↑ 3,0 3,1 http://www.museot.fi/museohaku/index.php?museo_id=21866
- ↑ https://tietokortit.maanmittauslaitos.fi/nimisto/paikka/12008565 — National Land Survey of Finland.