Туркуллдар-Комелло һарайы (Львов)

Граф Генрих Дидушицкий һарайы, Комелло һарайы, Туркуллдар-Комелло һарайыЛьвов (Украина) ҡалаһында иртә тарихилыҡ архитектураһы ҡомартҡыһы, тәүге неоготика ҡомартҡыһы. Пекарский урамында урынлашҡан

Бина 18401843 йылдарҙа төҙөлгән, ул кирбестән, штукатурланған, ике ҡатлы, планында тура мөйөшлө формала. Төп фасады көньяҡҡа, сквер яғына ҡарай, уртаһында неоготик портиклы ризалит менән айырылып тора. Фасады өҫтөндә ныҡ сығып торған кәрнизе бар. Бейек ҡыйығы ике рәт люкарнаға эйә. Беренсе ҡатында тәҙрәләре тура мөйөшлө, икенсе ҡатында ослайып бөткән аркалар менән тамамланған. Эске планлаштырыуы коридорлы һәм зал төрөндә.

XX быуаттың 20—30-се йылдарында һарай Батицкий ғаиләһенә ҡарай, бында беренсе «Miss Polonia» (1930) — актриса София Батицкая (Zofia Batycka) йәшәгән. Хәҙер Львов зооветеринар академияһы корпустарының береһе булараҡ ҡулланыла.

Галереяһы

үҙгәртергә
  • Комелло палац. Енциклопедія Львова, т.3, с.352
  • Архітектура Львова: Час і стилі. XIII—XXI ст./Упорядник і науковий редактор Ю. О. Бірюльов. — Львів: Центр Європи, 2008. — ст. 208, 359. (укр.)
  • Orłowicz Mieczysław, Dr, «Ilustrowany przewodnik po Lwowie», Książnica-Atlas, Lwów-Warszawa, 1925 (пол.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә