Туразянова Светлана Владимировна
Туразянова Светлана Владимировна (25 май 1969 йыл) — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Туразянова Светлана Владимировна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 25 май 1969 (55 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, иҡтисадсы |
Эшмәкәрлек төрө | парламент ағзаһы[d] һәм депутат[d] |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Биографияһы
үҙгәртергәСветлана Владимировна Туразянова 1969 йылдың 25 майында Өфө ҡалаһында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инә. Һуңынан Мәскәү ҡулланыусылар кооперацияһы университетында икенсе юғары белем ала.
Хеҙмәт юлын 1986 йылда «Дуҫлыҡ» Башҡортостан производство берекмәһендә башлай. 1991—1992 йылдарҙа «Химпром» Өфө производство берекмәһенең ВЛКСМ комитеты секретары булып эшләй. 1992—2005 йылдарҙа — «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының 7-се Өфө автотранспорт предприятиеһында бухгалтер, юрисконсульт, баш экономист, баш бухгалтер, иҡтисад һәм юридик мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары. 2006—2008 йылдарҙа — «Башҡортостан йылға пароходсылығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иҡтисади фараз һәм анализ бүлеге начальнигы, 2008—2017 йылдарҙа — генераль директорҙың иҡтисад буйынса урынбаҫары. 2011—2013 йылдарҙа бер үк ваҡытта «Йөк-пассажирҙар ташыу» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры һәм «Башҡортостан йылға пароходсылығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директоры урынбаҫары вазифаларын башҡара. 2018 йылдан — «Һандуғас» донъяуи исламды үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды" коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы президенты. Өфө ҡалаһы Орджоникидзе район Советына депутат итеп һайлана. 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты ағзаһы. Тормошта, өс ҡыҙ тәрбиәләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәМаҡтау ҡағыҙҙары, Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы комитетының, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Рәхмәт хаттарына эйә.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Туразянова Светлана Владимировна
- Туразянова Светлана Владимировна 2020 йыл 20 сентябрь архивланған.