Туй алдынан (хикәйә)

Туй алдынан — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1880 йылда яҙылған, беренсе тапҡыр «Стрекоза» журналының 41-се һанында 1880 йылдың 12 октябрендә Антоша Чехонте ҡултамғаһы аҫтында баҫылып сыға.

Туй алдынан
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

русса

Ижат ителгән ваҡыты

1880

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1880

Баҫмалар

үҙгәртергә

А. П. Чеховтың «Перед свадьбой» хикәйәһе 1880 йылда яҙылған, беренсе тапҡыр «Стрекоза» журналының 41-се һанында 1880 йылдың 12 октябрендә Антоша Чехонте ҡултамғаһы аҫтында баҫылып сыға, шулай уҡ «Шалость» йыйынтығында ла баҫыла.

«Перед свадьбой» хикәйәһендәге ваҡиға титуляр кәңәшсе Подзатылкин йортонда бара. Был йортта Подзатылкиндың ҡыҙын кейәүгә бирергә йәрәшеу алып барыла. Ҡыҙ коллегия регистраторы Назарьевтың кәләше тип иғлан ителә. Ваҡиға бик уңышлы үтә.

Ике яҡтың да ата-әсәһе, туғандары шампан, биҙрә ярым араҡы һәм бер бутылка лафит эсә. Кейәү менән кәләштең ата-әсәләре илашып, үбешеп бөтәләр, һигеҙенсе синыф гимназисы кәрәк тосты әйтә. Чехов бик ентекләп Позатылкиндар ҡыҙын һәм Назарьевты һүрәтләй.

Подзатылкиндарҙың ҡыҙы ябай, ғәҙәти ҡиәфәтле, ата-әсәһенә ныҡ оҡшап тора. Ул шуныһы менән айырыла: бер кемгә лә күҙгә ташланып торған ере юҡ, уның аҡыллы икәнлеге лә әллә ҡайҙан уҡ күренеп тормай, төҙ ҡиәфәтле, зифа буйлы ирҙәрҙе, «Роланд» исемен ярата.

Назарьев — аҡ йөҙлө, бөҙрәләнеп торған сәсле әфәнде. Ул үҙенә тәмәкегә саҡ-саҡ етерлек аҡсаға эшләй, үҙ янынан үтеп барған бер генә ҡыҙға ла «Һеҙ шундай бер ҡатлы! Һеҙ исмаһам әҙәби китаптар уҡыһағыҙ ине!» — тип әйтмәйенсә ҡалмай торған кеше. Уҙенең ҡулдан яҙыу рәүешен, «Развлечение» журналын һәм баҫҡан һайын шығырҙап торған итек ярата.

Йәрәшкәндең иртәгеһе көн ҡыҙға ата-әсәһе көнө буйына өгөт-нәсихәт биреү менән үтә. Әсәһе ҡыҙҙың кейемен шелтәләй һәм үҙенә буласаҡ кейәүҙең оҡшамағанлығын әйтә: «Бигерәк маҡтансыҡ һәм ғорур. Һин уны урынына ҡуй… Нимә-ә-ә-ә? Уйлама ла! Бер айҙан һуғышып сығасаҡһығыҙ: ул да шундай, һин дә шундай. Иргә сығыу бары ҡыҙҙарға ғына оҡшай, ә уның бер яҡшы нимәһе лә юҡ. Үҙ тиремдә татыным, быны бик яҡшы беләм. Минең кеүек йәшәп ҡарағас, үҙең белерһең. Борғоланма шул тиклем, минең башым былай ҙа әйләнә. Ирҙәрҙең барыһы ла иҫәр, улар менән йәшәү бер ҙә татлы түгел. Бына һинеке лә иҫәр, башын бик юғары тотоп ҡыланһа ла. Һин уны бик үк тыңлап барма, уға гелән юл ҡуйма һәм бик үк хөрмәт тә күрһәтмә: күрһәтерлек бер ере лә юҡ. Барыһы тураһында ла минән, әсәйеңдән, һора!».

Атаһының фекере бөтөнләй икенсе төрлө була. Ул ҡыҙына: «Ҡыҙым минең! Мин һинең шундай Назарьев әфәнде кеүек аҡыллы әфәндегә кейәүгә сығасағыңа бик шатмын. Бик шатмын һәм был никахты тулыһынса хуплайым. Уға сыҡ, ҡыҙым минең, ҡурҡма! Никах ул шул тиклем тантаналы факт, ни әйтеп тораһың инде? Йәшә, балалар тап, ишәй. Хоҙай һиңә үҙ фатихаһын бирер! Мин… мин… илайым. Хәйер күҙ йәштәре бер нимәгә лә алып бармай. Нимә инде ул кеше күҙ йәше? Бары тик ихтыярһыҙ психиатрия һәм башҡа бер нимә лә түгел! Тыңла, ҡыҙым, минең кәңәшемде! Ата-әсәңде онотма! Ирең һиңә ата-әсәңдән яҡшыраҡ булмаҫ, булмаясаҡ! Иргә һинең материаль матурлығың ғына оҡшаясаҡ, ә беҙгә һин тулыһынса оҡшайһың. Ирең һине нимә өсөн яратасаҡ? Ҡылығың өсөнмө? Изгелегең өсөнмө? Тойғоларыңдың эмблемаһы өсөнмө? Юҡ-юҡ! Ул һине һинең бирнәң өсөн генә яратасаҡ».

Бер аҙҙан Подзатылкиндарға Назарьев килә. Ул ҡыҙға быға тиклем бер кемгә лә тоймаған наҙлы хистәр кисереүен белдерә һәм шул уҡ ваҡытта уға бер ни тиклем асыуы килеүен дә әйтә, бының сәбәбен ул ҡыҙҙың атаһы, титуляр кәңәшсе булыуына ҡарамаҫтан, үҙен надворный кәңәшсе тип атағаны арҡаһында килеп сыҡҡанлығы менән аңлата. Был алдашыу өсөн ул ҡыҙҙың ата-әсәһен үҙенең ата-әсәһен яңыраҡ ҡына ныҡлап тыйғаны кеүек тыйып ҡуйырға вәғәҙә бирә.

Хикәйә аҙағында автор, әгәр ҙә кейәү егете туй алдынан уҡ үҙен былай тотһа, аҙаҡтан нимә килеп сығырын бары тик «әүлиәләр йәки сомнамбулалар ғына белә», тип иҫкәртеп ҡуя.

  • Чехов А. П. Перед свадьбой// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Dictionnaire Tchekhov, page 26, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • Premières nouvelles — Avant la noce, traduit par Madeleine Durand avec la collaboration d’E. Lotar, Vladimir Pozner et André Radiguet, éditions 10/18, Domaine étranger dirigé par Jean-Claude Zylberstein, 2004, ISBN 2-264-03973-6.

Һылтанмалар

үҙгәртергә