Трёхгорный
Трёхгорный — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендәге ҡалаһы. Ябыҡ административ-территориаль берәмек. Трёхгорный ҡала округы булдырылған.
Трёхгорный | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1952 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Трёхгорный городской округ[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Трёхгорный городской округ[d][1] |
Халыҡ һаны |
30 800 кеше (1996)[2], 30 800 кеше (2000)[2], 31 000 кеше (2001)[2], 34 290 кеше (2002)[3], 34 300 кеше (2003)[2], 34 500 кеше (2005)[2], 34 400 кеше (2006)[2], 34 700 кеше (2007)[2], 34 600 кеше (2008)[2], 34 451 кеше (2009)[4], 33 670 кеше (2010)[5], 33 700 кеше (2011)[2], 33 262 кеше (2012)[6], 33 002 кеше (2013)[7], 32 789 кеше (2014)[8], 32 540 кеше (2015)[9], 32 521 кеше (2016)[10], 32 355 кеше (2017)[11], 32 715 кеше (2018)[12], 32 613 кеше (2019)[13], 32 665 кеше (2020)[14], 32 463 кеше (2021)[15], 32 478 кеше (2023)[16] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 431 метр |
Майҙан | 162,49 км² |
Почта индексы | 456080 |
Рәсми сайт | admintrg.ru |
Урындағы телефон коды | 35191 |
Трёхгорный Викимилектә |
Социаль-иҡтиасди хәле тотороҡло һаналған моноҡалалар исемлегенә инә.
Географияһы
үҙгәртергәЗлатоуст ҡалаһынан яҡынса 100 км алыҫлыҡта, Йүрүҙән ҡалаһы янында урынлашҡан. Ҡала Йүрүҙән йылғаһы буйында тора.
Ҡала һыҙатынан ситтәге объекттар:
Завьялиха, Змеева тауҙары, Пионер күле.
Ҡала округы сиктәре
үҙгәртергәТрёхгорный ҡала округы Һатҡы муниципаль районы ерҙәре (сик оҙонлоғо — 1,9 км) һәм Ҡытау-Ивановск муниципаль районы ерҙәре (сик оҙонлоғо — 71,9 км)[17] менән сиктәш.
Тарихы
үҙгәртергәСССР Министрҙар Советының 1952 йылдың 24 ғинуарындағы 342—135сс/оп ҡарары нигеҙендә 933-сө (Приборҙар эшләү заводы — ПСЗ) атом бомбаһы етештереүсе завод төҙөү мәсьәләһе хәл ителә. Элек КБ-11 сериялы заводты етәкләгән Константин Арсеньевич Володин завод директоры итеп тәғәйенләнә.
1952 йылдың 9 апрелендә Йүрүҙән ҡалаһының Василовка районы эргәһенә, «Красная Горка» тимер юл станцияһына, төҙөүселәрҙең тәүге эшелоны килә.
1954 йылдың 17 мартында 17-се почта йәшнигенә (п/й) ҡараған (933-сө союз заводында) эшселәр ҡасабаһы барлыҡҡа килә.
1955 йылдың 1 авгусында завод беренсе дәүләт заказын үтәүгә тотона. Шул уҡ йылдың август айында РДС-4 «Татьяна» тигән ике тактик авиация бомбаһы сығарыла[18].
1955 йылдың 27 октябрендә эшселәр ҡасабаһы Златоуст-20 атамаһы менән район буйһоноуына (идаралығына) күсерелә.
1959 йылдың 14 апрелендә Урал махсус тәғәйенләнешле ҡорос хәрби ҡоролмалар (конструкциялар) («Уралвоенкон-СН») заводы булдырыла[19].
1967 йылдың 1 ғинуарынан Златоуст-20-нең атамаһы Златоуст-36 тип үҙгәртелә.
1993 йылдың 29 октябрендә Златоуст-36 Трёхгорный тип үҙгәртелә һәм Силәбе өлкәһенең административ-территориаль бүленеше составына индерелә.
Халҡы
үҙгәртергә2019 йылдың 1 ғинуарына халыҡ иҫәбе буйынса Трёхгорный ҡалаһы Рәсәй Федерацияһының 1115 ҡалаһы араһында 469-сы урында тора.
Йәш төркөмдәре буйынса структураһы түбәндәгесә:
- эшкә яраҡлы йәшкә етмәгәндәр — 16,4 %,
- эшкә яраҡлы йәштәгеләр — 62,2%-тан ашыу,
- эшкә яраҡлы йәштән өлкәндәр — яҡынса 21,4 %.
2020 йылғы мәғлүмәт буйынса Трёхгорный ҡалаһында 33 678 кеше йәшәгән[20].
2021 йылға Силәбе өлкәһе Трёхгорный ҡалаһында 33 713 кеше йәшәй. Халыҡ һаны буйынса Трёхгорный Рәсәйҙең 1117 ҡалаһы араһында 469-сы урын биләй[21].
Иҡтисады
үҙгәртергәҠалала 635 ойошма теркәлгән, шуларҙың 200 самаһы ҙур һәм урта категорияға ҡарай.
Ҡаланың төп предприятиеһы — «Приборҙар эшләү заводы» (ядро боеприпастарын етештереү менән шөғөлләнә).
Трёхгорныйҙан йыраҡ түгел Силәбе һәм Башҡортостан Республикаһы территорияларында урынлашҡан үҙенсәлекле флора һәм фаунаға эйә Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы сиге үтә.
Инфраструктураһы
үҙгәртергәҠала сиге һыҙығынан тышта:
Коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре (СНТ), Йүрүҙән комплекслы урман сәнәғәт хужалығының (леспромхоз) Ҡотҡур, Мәсеҙе һәм Йүрүҙән лесничестволары, Һатҡы комплекслы урман сәнәғәт хужалығының Бакал лесничествоһы, Ҡытау-Ивановск—Вязовая тимер юлы урынлашҡан.
Ҡала янындағы объекттарҙың топонимикаһы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын өйрәнгән географ, топонимист Н. И. Шувалов үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә йылға исеме тураһында ошоларҙы яҙа:
Ҡотҡур, бәләкәй йылға, Йүрүҙән йылғаһының һул ҡушылдығы. Башҡорт һәм татар халыҡтарында таралған Ҡотҡур исеменән, бында: ҡот — «йән», «бәхет», ҡурҡыу — «ҡыйыуһыҙлыҡ», «ҡурҡаҡлыҡ»
Куткуртка, речка, левый приток Юрюзани. От распространенного у башкир и татар мужского имени Коткуркы, где кот — «душа», «счастье», куркы — «робость», «боязливость»[22]
Өс тау — Завьялиха, Шыйҙа һәм Бархотина тауҙары үҙәненең битләүендә урынлашҡанға Трёхгорный тип аталған[23].
Транспорты
үҙгәртергәАвтовокзалдан Силәбегә (Златоуст (Алтынтамаҡ), Баҡал, Һатҡы), Өфөгә (Эҫем, Әшә), Йүрүҙәнгә рейстар йөрөй.
Белем биреү учреждениелары
үҙгәртергә- «106-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль коммерция нигеҙендә дөйөм белем биреү учреждениеһы
- «108-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
- «109-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
- «110-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
- «112-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
- «VIII төрҙәге 111-се махсус (коррекция) дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты» мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар, тәрбиәләнеүселәрҙең муниципаль ҡаҙна махсус (коррекция) дөйөм белем биреү учреждениеһы
- «Белем биреү үҙәге» муниципаль киске (сменалы) белем биреү учреждениеһы
- Трехгорный технологиялар институты — «„МИФИ“ милли тикшеренеү ядро университеты» (Мәскәү инженер-физик институты) федераль дәүләт автономиялы юғары белем учреждениеһы филиалы.
Спорт
үҙгәртергәЗавьялиха тауы битләүендә саңғы-тау комплексы урынлашҡанлыҡтан, һуңғы ваҡытта Трёхгорный тау саңғыһы спорты һәм ял үҙәге булараҡ киң билдәлелек алды[24].
- «1-се Олимпия резервының махсуслаштырылған балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе» өҫтәмә белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһы
- «Олимпия резервының бокс буйынса махсуслаштырылған балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе» өҫтәмә белем биреү муниципаль коммерция белем биреү учреждениеһы
- Олимпия резервының дзюдо буйынса махсуслаштырылған балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе" өҫтәмә белем биреү муниципаль коммерция белем биреү учреждениеһы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Трёхгорныйҙың флагы
- Озёрск
- Снежинск
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. Куткуртка // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт администрации г. Трёхгорный
- Трёхгорный в энциклопедии «Мой город»
- Официальный сайт Собрания депутатов г. Трёхгорный
- История герба г. Трёхгорный
- Урал китапханаһы. Трёхгорный ҡалаһының атамаһы 2021 йыл 13 май архивланған.
- Уралда. Туристарға ярҙамға(недоступная ссылка)
- Численность населения г. Трёхгорный Челябинской области
- населения г. Трёхгорный Челябинской области, 2020 г.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 2,8 Народная энциклопедия «Мой город». Трёхгорный
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Оценка численности постоянного населения на 1 января 2023 года и в среднем за 2022 год и компоненты её изменения (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — 2023.
- ↑ Relation: Трёхгорный городской округ (1517669) | OpenStreetMap
- ↑ Е. Корчагин. Создание ядерного щита Отечества
- ↑ О компании - Уралвоенкон-СН (Трёхгорный) . http://xn--80aejucobedm6a.xn--p1ai.+Дата обращения: 29 октябрь 2018. 2019 йыл 30 декабрь архивланған.
- ↑ Численность населения г. Трёхгорный Челябинской области
- ↑ Численность населения г. Трёхгорный Челябинской области
- ↑ Шувалов Н. И. Куткуртка // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ Ҡала атамаһы 2021 йыл 13 май архивланған.
- ↑ Уралда. Туристарға ярҙамға(недоступная ссылка)