Тршинец (хоккей клубы)


"Оцеларжи Тршинец " (чех Oceláři Třinec, урыҫ. Сталелитейщик) — Тршинец ҡалаһының хоккей клубы, Чехияның экстра лигаһында сығыш яһай. 2010/11 йылдар миҙгелендә команда Экстралигала үҙ тарихында беренсе тапҡыр еңеүсе була, ә 2018/19 йылдар миҙгелендә — икенсе урынды яулай.

Тршинец
Нигеҙләү датаһы 1929
Эшмәкәрлек төрө Шайбалы хоккей[1]
Спорт төрө Шайбалы хоккей
Дәүләт  Чехия
Ойошма ағзаһы Czech Ice Hockey Association[d]
Баш тренер Вацлав Варадя[d]
Капитан Лукаш Крайчек[d]
Лигала уйнай Чешская экстралига[d]
Йорт стадионы Werk Арена[d]
Рәсми сайт hcocelari.cz
Категория игроков команды Категория:Игроки ХК «Оцеларжи»[d]
 Тршинец Викимилектә

Тарих үҙгәртергә

ХШайбалы хоккей Тршинецҡа ҡыш 1929-30йылдарҙың ҡышында килә, хоккейсылар башта боҙо туңған быуала уйнай башлай. Клубҡа нигеҙ «SK Třinec» тип һалына, ул шулай уҡ «SK Železárny Třinec», «KS Zaolzik», «SK Železárny Třinec», «TŽ VŘSR Třinec», «TŽ Třinec» һәм «HC Železárny Třinec» исемдәрен йөрөтә, ағымдағы исемен 1999 йылда ала.

Тик 1967 йылда ғына клубтың беренсе хоккей стадионы барлыҡҡа килә, ә 1976 йылда ул ҡыйыҡ менән ябыла. 1979 йылда команда беренсе тапҡыр икенсе дивизионда уйнай һәм башҡа командаларға конкурент булып тора.

1995 йылда, команда өсөн яңы стадион төҙөлөүгә 11 йыл үткәндән һуң, Тршинец клубы командаһы Чехияның юғары лигаһына инә. 1998 йылда клуб экстралиганың финалына сыға.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. HC Oceláři Třinec (hokejový klub) // Чешская национальная авторитетная база данных