Троицк һыуһаҡлағысы
Троицк һыуһаҡлағысы[1] — яһалма һыу ятҡылығы. 1960 йылда Рәсәйҙең Силәбе һәм Ҡаҙағстандың Кустанай өлкәләре сигендә, Уй йылғаһында төҙөлгән. Троицк ГРЭС -ы плотинаһын төҙөү буйынса эштәр тамамланыуға.һыуһаҡлағыс булдырыла.
Троицк һыуһаҡлағысы | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Район | Троицк районы (Силәбе өлкәһе)/Ҡарабалыҡ районы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 161 м |
Майҙаны | 10,85 км² |
Күләме | 0,045 км³ |
Иң тәрән урыны | 5 м м |
Уртаса тәрәнлеге | 3-5 м м |
Үтә күренмәлелек | 1 м м |
Һыу йыйылған йылғалар | 1960 |
Географияһы
үҙгәртергәҺыуһаҡлағыс Уйылға (рус. Увелька) йылғаһының Уй (рус. Уй, ҡаҙ. Ой) йылғаһына ҡушылған еренән алып Троицк (ГРЭС ) плотинаһына тиклем урынды биләй. Һул яҡ ярында — Бобровка ҡасабаһы , уң ярында Кварцит ҡасабаһы урынлашҡан [1].
Һыу көҙгөһенең бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 161 метр[2] тәшкил итә. Тулы күләме — 45 млн м3. Файҙалы күләме — 22 млн м3[3]. Һыу көҙгөһөнең майҙаны — 10,85 км2. Һыуһаҡлағыстың уртаса тәрәнлеге - 3-5 метр. Һыу төбө ҡомло һәм ләмле. Һыуының үтә күренеүсәнлеге - 1 метр.
Һыуһаҡлағыстан Силәбегә тиклем ара - 150 саҡрым, Магнитогорскиға - 230 саҡрым, Кустанайға - 193 саҡрым.
GPS координатаһы:54.034014 61.631121 54°2'2"N 61°37'52"E.
Троицк ГРЭС-тың эргәһендә автомобиль күперенән башлап дәүләт сиге үтә. Шуға күрә Кварцитлы ҡасабаһына тиклем һыу ятҡылығы ның һул яры - Силәбе өлкәһенә, ә уң яҡ ярыҠаҙағстанға ҡарай.Ярҙары буйлап ҡамыш һәм өсмөйөш осрай.
Оҙонсай түңәрәк формалағы һыу ятҡылығы менән 80 метр бейеклегендәге Троицк ГРЭС плотинаһы эргәһендә урынлашҡан. Шуға йылылыҡ электр станцияһы һыу ятҡылығындағы торошҡа үҙ йоғонтоһон керетә.
Ҡышҡыһын ГРЭС тирәһендә боҙ тиҙ ирей башлай. Шул уҡ сәбәп менән Троицк һыу һаҡлағысында балыҡтарҙың ыуылдырыҡ сәсеүе иртәрәк башлана. Балыҡ тотоуға ла тыйыу башҡа һыу ятҡылыҡтарына ҡарағанда иртәрәккә күсә ( 25 апрелдән 5 июнгә тиклем).
Һыуһаҡлағыстың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә өс ҙур булмаған утрау бар..
Яһалма һыу ятҡылығында тереклек төрлөлөгө менән айырылып тормай. Һыу аҫты өлөшөн - ни бары бер нисә төр үҫемлек тәшкил итә. Яр буйҙарын башлыса камыш, екән биләй.Был һыуҙың юғары дәрәжәлә минералләшеүенә бәйле. Составындағы азот, нитриттар, фториттар, марганец һәм баҡыр флора һәм фаунаны төр яғынан бик ныҡ сикләй.
Ярҙары һөҙәк.Тик урыны менән генә текә ерҙәре бар. Төньяҡ ярҙары буйлап хужалыҡ һәм торлаҡ йорттары, коллектив баҡсалар китә. Башҡа урындарҙы ылыҫлы һәм япраҡлы ағастарҙан торған урман биләй.
Хайуандар донъяһы
үҙгәртергәБыуала суртан, алабуға, ҡорман, һыла, ҡасаба, аҡ амур, сабаҡ, канал йәйене, карп, толстолобик,опто, ҡыҙылғанат[4] тереклек итә. 2018 йылда һаҙан селбәрәләре ебәрелә [5]. Плотина эргәһендә Троиск балыҡсылыҡ хужалығы урынлашҡан.
Антропоген йөкләнеш
үҙгәртергәҺыуһаҡлағыс Троицк ГРЭС-ын һыуытыу өсөн хеҙмәт итә һәм эсәр һыу менән тәьмин итеү сығанағы булып тора.
Гидротехник ҡоролмалар составына : һыу үткәргес тимер бетон плотина ; 4 насос станцияһы; 2 ситкә ебәрә торған каналдар (өҫкө һәм түбән).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Троицкое водохранилище (Челябинская область) 2021 йыл 21 октябрь архивланған.
- ТРОИЦКОЕ ВОДОХРАНИЛИЩЕ
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ярушина М. И., Танаева Г. В., Еремкина Т. В. Флора водорослей водоемов Челябинской области. — Екатеринбург: УрО РАН, 2004.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Лист карты N-40-64 Толбазы. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1984 г.
- ↑ В. И. Бархатов, И. П. Добровольский, Ю. Ш. Капкаев. Рациональное использование природных ресурсов Челябинской области: монография: в 2 ч. Ч. 1. — Челябинск: Изд-во Челяб. гос. ун-та, 2015. — С. 76. — 282 с.
- ↑ Государственный доклад «О состоянии и использовании водных ресурсов Российской Федерации в 2016 году». — М.: НИА-Природа, 2017. — С. 275. — 300 с.
- ↑ Троицкое водохранилище .
- ↑ В Троицкое водохранилище «переехали» мальки сазана (14 ноябрь 2019). Дата обращения: 10 сентябрь 2020.