Троицкий сиркәүе (Аҡсай)

1792

Православие ғибәҙәтханаһы
Троицкий сиркәүе
Файл:Троицкий сиркәүе. Аҡсай.jpg
Ил Рәсәй
Ҡала Ростов өлкәһе, Аҡсай
Конфессия Православие
Епархия Ростов һәм Новочеркасск епархияһы 
Архитектура стиле классицизм
Төҙөүсе Василий Петров
Нигеҙләнгән 1768
Төҙөлөшө 17831792 йылдар
Бөгөнгө хәле емерелгән

Иоанн Предтеча сиркәүе — Мәскәү Патриархаты Урыҫ Православие Сиркәүенең Новочеркаск һәм Ростов епархияһына ҡараған Аҡсай ҡалаһының Урыҫ православие сиркәүе.

Адресы: Ростов өлкәһе, Аҡсай ҡалаһы, хәҙерге Геройҙар майҙаны.

ХVIII быуатҡа тиклем дон казактарының урындарҙа үҙ сиркәүҙәре булмаған, улар бәләкәй сиркәүҙәрҙә һәм ғибәҙәт ҡылыу йорттарында Хоҙайға табынған. Аҡсайҙағы иң беренсе сиркәү Троицкий сиркәүе булған, уны 1764 йылда Черкасскиҙың Ратненский станицаһынан күсереп килтергәндәр. Ундағы сиркәүҙе изге пәйғәмбәр Илья сиркәүе тип йөрөткәндәр. Сиркәүҙә изге ыҙа сигеүсе Флор менән Лаврҙың төкәтмәләре булған. Сиркәү Аҡсайға күскәс, уны Изге Троица хөрмәтенә Троицкий сиркәүе тип атағандар. 1768 йылдың 6 ноябрендә сиркәүҙе изгеләндергәндәр (освятили). Ағас сиркәү Аҡсай Тамағы станын ике өлөшкә: «Асай» һәм «Доломановкаға»-бүлеп торған. Ул 1893 йылға тиклем эшләп торған, һуңынан уны Казачий хуторына (аҙаҡ Елизаветинская станицаһына әйләнгән) һатып ебәргәндәр

Аҡсай батюшкаһы Василий Петров ҡалала таштан Троицк сиркәүен һала башлаған. Сиркәү элекке ағас сиркәү торған урындан юғарыраҡ урында һалына. Уның таҡтаһына : " Изгеләрҙән-изге Воронеж һәм Елецк епискобы Тихон фатихаһы һәм ғәскәр атаманы Алексей Иванович Иловайский тырышлығы менән был сиркәү мәңге тере башланғыс Троица хөрмәтенә Черкасск заказы буйынса Аҡсай Тамағы станы өсөн 1783 йылдың 10 сентябрендә һалына башлаған ",-тип яҙылған[1].

Сиркәү мәхәллә кешеләренең иҫәбенә һәм помещик Василий Иванович Маньковтың аҡсалата ярҙамына төҙөлгән. Үлгәндән һуң Маньков Троицк сиркәүе янындағы кәшәнәлә ерләнгән.

Сиркәү ике төкәтмәле итеп төҙөлгән: төньяҡ яғында изге Великомученик Георгий Победоносецҡа, көньяҡ яғында — Святой Чудотворец Николайға. Һуңыраҡ аш бүлмәһе өлөшөндә ике тәхет ҡоролған: беренсеһендә Хоҙай әсәһе Одигитрия (1848), ә икенсеһендә Великомученица Варвара (1890) хөрмәтенә. Күп ҡатлы алтын менән ялатылған иконалар урыны (иконостас) рококо стилендә Санкт-Петербургта архитектор Растрелли проекты буйынса эшләнгән. Сиркәүҙең эске йыһазының хаҡы 100 мең һум тирәһе тәшкил иткән.

Сиркәүҙе төҙөү 17831792 йылдар буйына дауам итә. 1792 йылдың 15 майында Черкасск протоирейы Петр Федоров сиркәүҙе изгеләндерә. Сиркәүҙе ҡарап төҙөткән рухани Василий Петров был көнгә тиклем йәшәй, һуңынан ул төҙөлөштәге ағас баҫманан йығылып төшөп үлә. Быға тиклем ул ике тапҡыр сиркәү көмбәҙенән йығылып төшә яҙған, бары тик өҫ кейеме төҙөлөш ағастарына эләккәнлектән генә үлемдән ҡотолоп ҡалған була. Василий Петров Троицк ғибәҙәтханаһы янындағы бәләкәй сиркәүҙә ерләнгән. Ул сиркәүҙең ишегенең башына: « Миһраптың изге хеҙмәтсеһе, тыныс йоҡла! Һинең онотолмаҫ батырлығың беҙгә үрнәк булһын!»-тип яҙылып ҡуйылған. Кәшәнә хәҙерге көнгә тиклем Геройҙар майҙанындағы комплекста һаҡланып ҡалған.

Троицк сиркәүе кирбестән классицизм традицияларында һалына. Йөҙ йыл торғандан һуң, 18731875 йылдарҙа сиркәүҙә капиталь ремонт үткәрелә, иконостас реставрациялана. Бының өсөн мәхәллә кешеләре 25000 һум исраф итә.

1930-сы йылдарҙа сиркәү ябылған, ә 1935 йылда һүтелгән.

Изге әйберҙәр һәм урындар

үҙгәртергә

Сиркәүҙә Хоҙай Әсәһенең Смоленск-Аҡсайск иконаһы һаҡлана. Был икона 1830 йылғы холера эпидемияһы ваҡытында үҙенең кешеләргә ярҙам итеүе менән данланған. Ул Ростов еренең иң мөҡәддәс әйбере булып тора[2].

1847 йылда Донда холера менән ауырыу башланған, ул бигерәк тә Аҡсай станицаһында көслө булған: унда һәр көн 100-әр кеше үлеп торған. Шунлыҡтан станицаның һайланған йәмғиәте Гәскәр штабы башлығы генерал М. Г. Хомутовҡа Аҡсай иконаһын Новочеркасскиҙән станицаға алып ҡайтыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Владыко Иоанн рөхсәте менән иконаны Аҡсайҙың Троицк сиркәүенә алып ҡайтып ҡуялар. 1848 йылда икона хөрмәтенә төкәтмә төҙөгәндәр. Бынан һуң иконаһыҙ ҡалған Новочеркасскиҙә холера эпидемияһы бик ныҡ көсәйеп киткән. Мөғжизәле көскә эйә булған иконаны кире Новочеркасскиға ҡайтарып ҡуйғандар. Уны майҙанда (хәҙерге Атаман һарайы алдындағы скверҙа) ике ишекле палаткаға ҡуялар. Ҡала халҡы тәүлек әйләнәһенә бер туҡтауһыҙ иконаға табынырға килә.

1851 йылдың 5 авгусында Падишаһ Император Изгеләрҙән-изге Синод билдәләмәһен ғәли йәнәптәре исеменән Аҡсай станицаһынан Новочеркасскиға Хоҙай Әсәһе Одигитрияның иконаһын тотоп тәре походын ойоштороүҙы һәм иконаны кире Аҡсайға ла шул рәүешле ҡайтарып ҡуйыуҙы раҫлай. Аҡсай иконаһын ололоҡлау Дон өлкәһендә 1920 йылға тиклем үткәрелә. Иконаны Аҡсайҙан Новочеркасскиға һәм кирегә меңәрләгән кеше тәре походтарында оҙатып йөрөй. Совет власы йылдарында икона юғала.

Хәҙерге ваҡытта был иконаның күсереп эшләнгән һүрәттәре Аҡсайҙың Троицк сиркәүендә һәм Новочеркасскиҙың Вознесение ғибәҙәтханаһында юҡ. Бары тик Новочеркасскиҙәге ғибәҙәтханаһының төп көмбәҙендәге барабанда, Хоҙай Әсәһенең төрлө рәсемдәре төшөрөлгән медальондар[3] араһында, Аҡсай иконаһының төп нөсхәһенән дөрөҫ итеп күсерелеп төшөрөлгән рәсеме бар[4].

Әҙәбиәте

үҙгәртергә
  • Крылов А. Краткое жизнеописание священника Аксайской Троицкой церкви Василия Петрова (+1790). Новочеркасск. 1884, с. 13-15.
  • Крылов А. Аксайская икона Божией Матери Одигитрии. Новочеркасск. 1890, с. 6-8.
  • Пивоваров А. Воспоминание об Августейшем посещении земли войска Донского Его Императорским Высочеством Государем Наследником Цесаревичем, Атаманом всех казачьих войск, в 1850 году. СПб., 1850, с. 4.
  • Гладченко «Троицкая Церковь — утраченная достопримечательность Аксая» // Победа; 2005г № 142—145

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

да барлыҡҡа килгәндәр]] [[Категория:1792 йыл