Тренев йорто (Константиновск)
Иҫтәлекле урын | |
Тренёв йорто
| |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Константиновск ҡалаһы, Ростов өлкәһе, Тренёв тыҡрығы, 9 |
Төҙөлгән ваҡыты | 1895 йыл |
Бөгөнгө хәле | ҡәнәғәтләнерлек |
Тренев йорто — Ростов өлкәһе Константиновск ҡалаһындағы бер ярым ҡатлы йорт. 1895 йылда төҙөлгән. Был йортта 1914 −1916 йылдарҙа совет прозаиғы һәм драматурғы, беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты беренсе дәрәжә Константин Андреевич Тренев (1876—1945) йәшәгән.
Адресы: 347250, Ростов өлкәһе, Константиновск ҡалаһы, Тренев тыҡрығы, 9.
Тарих
үҙгәртергәКонстантиновск ҡалаһы Тренев тыҡрығы, 9 - ике ҡатлы кирбес йорт. Был йортта 1914—1916 йылдарҙа совет прозаиғы һәм драматургы, беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты Константин Андреевич Тренев йәшәгән.
К. А. Тренев Харьков губернаһы Волчанск өйәҙе Харьков Ромашово (хәҙер Бакшеевка ҡасабаһы, Волчанск районы, Харьков өлкәһе) утарында крәҫтиән Андрей Кириллович Тренев ғаиләһендә тыуған. Үҙ ваҡытында Треневтар ғаиләһе Харьков губернаһынан Дон Ғәскәре өлкәһенә күсеп килә һәм Миллерово станцияһы янындағы Журавка утарында йәшәй (хәҙерге хутор Тренева Миллерово район Ростов өлкәһе Миллерово районы Треневка утары).
Константин Андреевич бер-бер артлы земский мәктәбендә, шунан һуң Каменская (хәҙер Каменск-Шахтинск ҡалаһы) станицаһының Донецк округ училищеһында ,Харьков ер эшкәртеү училищеһында, Новочеркасскиҙың Дон дини семинарияһында,Петербург археология институтында уҡый. Тренев археолог, агроном, тарихсы һәм яҙыусы, улНовочеркасск ҡалаһының «Донская речь» һәм "Донская жизнь " гәзиттәрендә эшләй, Консантиновск округ станицаһына командировкаларға йөрөй. шул саҡа ул Никольский ғибәҙәтханаһының башлығы Лариса Ивановна Сокольская менән таныша.
Улар өйләнешеп, 1914- 1916 йылдарҙа Константиновскиҙә ғибәҙәтхана башлығы руханий Иоанн Сокольскийҙарҙа йәшәй. Константин Андреевич шул йылдарҙа Покров сиркәүенә ҡараған сиркәү-мәхәллә мәктәбендә уҡыта . Был йортта ул һҙенең «Святки», «В станице», «Вечная любовь», «По тихой воде», «В родном углу» һ. б. хикәйәләрен яҙа.Үҙенең беренсе йыйынтығы «Владыканы» Тренев ҡала китапханаһына бүләк итә, һуңынан ул китапханаға башҡа китаптарын да бүләккә бирә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бомба төшөүҙән китапхана барлыҡ китаптары менән янып бөтә.
Һүрәтләү
үҙгәртергәНиколай сиркәүенең башлығы рухани Иоанн Сокольскийҙың ике ҡатлы, сандриклы тәҙрәле, кирбес йорто 1895 йылда төҙөлгән. Ул ДИ Өлкә инспекцияһы Бойороғо буйынса (31.12.2002 йыл № 124) тарих һәйкәлдәренә индерелгән. Йортҡа А. К. Треневтың 100 йыллыҡ юбилейына (23 октябрь, 1977 йыл) Район башҡарма комитетының(№ 311,12 октябрь,1977 йыл) Ҡарары буйынса мемориаль таҡта ҡуйылған. Таҡта Ростов сәнғәт оҫтаханаһында аҡ мәрмәрҙән эшләнгән. Унда: «Был йортта 1914—1916 йылддарҙа күренекле яҙыусы һәм драматург К. А. Тренев эшләгән», -тип яҙылған.