Том Саки (ингл. Tom Szaky; 14 ғинуар 1982 йыл, Будапешт, Венгрия) — эшҡыуар, органик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү менән шөғөлләнгән «TerraCycle» компанияһын ойоштороусы һәм уның башҡарма директоры.

Том Саки
Тыуған ваҡыты:

14 ғинуар 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (42 йәш)

Тыуған урыны:

Будапешт, Венгрия

Гражданлығы:

 Венгрия

Белеме

Принстон университеты

Компания

TerraCycle

Вазифа

Исполнительный директор

Биографияһы

үҙгәртергә

Том Саки 1982 йылда Венгрияла табиптар ғаиләһендә тыуа[1]. Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәттән һуң ғаилә Канадаға иммиграциялай, Томдың бала сағы Торонтола үтә[2]. Саки башта Канаданың Верней колледжында уҡый, артабан Принстонда психология һәм иҡтисад өйрәнә[3].

Саки бер нисә тапҡыр дотком ойошторорға тырышып ҡарай. 2001 йылда ул Принстондың икенсе бер студенты Джон Бейер менән органик ҡалдыҡтарҙы вермикомпостҡа әйләндереп эшкәртеү буйынса ҙур булмаған TerraCycle экофермаһын аса. Проект матбуғаттың һәм инвесторҙарҙың иғтибарын йәлеп итә, Саки университетты ташлай ҙа компанияны үҫтереү менән шөғөлләнергә тотона[4]. 2005 йылда компания ашламалары Wal-Mart Stores һәм The Home Depot магазин селтәрҙәрендә һатыла башлай[5], 2010 йылға TerraCycle һатыуҙары 13 миллион долларҙан ашып китә[6].

2013 Шваб фонды TerraCycle’ны асҡан Том Сакиҙы Йылдың социаль эшҡыуарҙарының береһе тип атай[7], Forbes журналы уны донъяның төп 30 социаль эшҡыуары исемлегенә индерә[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Al Lewis. A dirty business (ингл.). Denver Post (5 август 2007). Дата обращения: 12 май 2015.
  2. Tom Szaky. Revolution in a Bottle: How TerraCycle is Eliminating the Idea of Waste. — Penguin Group, 2013. — С. 12-15. — ISBN 978-1-59184-595-9.
  3. Tom Szaky (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 12 май 2015.
  4. I AM AMERICAN BUSINESS (ингл.). CNBC. Дата обращения: 12 май 2015.
  5. Bo Burlingham. The Coolest Little Start-Up in America (ингл.). Inc. (1 июнь 2006). Дата обращения: 12 май 2015.
  6. Tom Szaky. Why I Tend to Project a Little High (ингл.). The New York Times. Дата обращения: 12 май 2015.
  7. “Upcycling” visionary Tom Szaky to speak at WCSU (ингл.). WSCU. Дата обращения: 12 май 2015.
  8. Impact 30 (ингл.). Forbes. Дата обращения: 12 май 2015.