Томск дәүләт педагогия университеты
Томск дәүләт педагогия университеты — Себерҙең боронғо һөнәри-педагогия уҡыу йорто. 1902 йылдың 1 июлендә Император Николай II ҡушыуы буйынса ойошторолған Томск уҡытыусылар институтының вариҫы булып тора[3].
Томск дәүләт педагогия университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1902 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Томский педагогический институт |
Ректор | Иоганзен, Бодо Германович[d][1] |
Дәүләт | Рәсәй[2] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Томск, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | tspu.edu.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Томского государственного педагогического университета[d] |
Томск дәүләт педагогия университеты Викимилектә |
Тулы атамаһы — «Томск дәүләт педагогия университеты» (ТДПУ) юғары белем биреү Федераль дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы.
Тарихы
үҙгәртергәТомск дәүләт педагогия университеты үҫешендә бер нисә этапты билдәләргә мөмкин:
1902—1920 йылдарҙа Томск уҡытыусылар институты була, уны тамамлаусылар урта һөнәри-педагогик белемгә эйә булып сыға.
1917 йылдың июнендә Ваҡытлы хөкүмәт ҡарары буйынса уҡытыусылар институты юғары уҡыу йорто статусын ала, әммә 1920 йылдың 1 ноябренән Томск губерна халыҡ мәғарифы бүлеге комиссияһы ҡарары менән ябыла[4].
1930 йылда РСФСР Халыҡ мәғарифы комиссариаты ҡарары менән Томск дәүләт университетында Педагогия факультеты асыла[5].
РСФСР Халыҡ комиссарҙары советының 1931 йылдың 13 июлендәге 735-се ҡарарына ярашлы, Томск дәүләт университетының Педагогия факультеты Томск индустриаль- педагогия факультеты тип үҙгәртелә[6], 1932 йылда Уҡытыусылар институты бинаһына күсерелә[7]. 1933 йылдың 15 июненән юғары уҡыу йортоноң барлыҡ документтарында ла «Томск индустриаль-педагогия институты» атамаһы урынына : «Томск дәүләт педагогия институты» тигән атама яҙыла башлай[8].
1968 йылдың 23 октябрендә институтҡа Ленин комсомолы исеме бирелә[9][10].
1981 йылдың 19 ноябрендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән юғары уҡыу йорто «Почет Билдәһе» ордены менән бүләкләнә[11].
1995 йылдың 26 июнендә РФ Мәғариф министрлығының 352-се бойороғо менән Томск дәүләт педагогия институтына университет статусы бирелә. Шул уҡ йылдың 2-4 ноябрендә яңы университеттың исем туйы үтә[12].
Төп структуралары
үҙгәртергәФакультеттар
үҙгәртергәИсеме | Нигеҙләнеү йылы |
---|---|
Биология-химия факультеты (БХФ) | 1931 |
Сит телдәр факультеты (ФИЯ) | 1936 |
Тарих-филология факультеты (ИФФ) | 1931 |
Физика-математика факультеты (ФМФ) | 1931 |
Физик культура һәм спорт факультеты (ФФКС) | 1949 |
Мәктәпкәсә һәм башланғыс белем биреү факультеты (ФДНО) | 1976 |
Иҡтисад һәм идара итеү факультеты (ФЭУ) | 1997 |
Психология-педагогика һәм махсус белем биреү факультеты (ФПСО) | 1995 |
Технология һәм эшҡыуарлыҡ факультеты (ФТП) | 1983 |
Мәҙәниәт һәм сәнғәт факультеты (ФКИ) | 2002 |
Квалификацияны күтәреү факультеты (ФПК) | 1999 |
Фәнни-мәғариф үҙәктәре
үҙгәртергә- Теоретик физика фәнни-мәғариф үҙәге
- Физика-математика белемендә педагогик тикшеренеүҙәр фәнни-мәғариф үҙәге
- Экология һәм тәбиғәтте рациональ файҙаланыу фәнни-мәғариф үҙәге
- Физиология һәм фундаменталь медицина фәнни-мәғариф үҙәге
- Фундаменталь һәм ғәмәли филология тикшеренеүҙәр фәнни-мәғариф үҙәге
- Донъя проблемаларын фәлсәфәүи һәм социальмәҙәни тикшереүҙәр фәнни-мәғариф үҙәге
- Этноконфессиональ тикшеренеүҙәр фәнни-мәғариф үҙәге
- Гуманитар фәнни-мәғариф үҙәге
Фәнни журналдар
үҙгәртергә«Вестник ТГПУ»
үҙгәртергә«Вестник Томского государственного педагогического университета» фәнни журналы 1997 йылда сыға башлай. Унда тәбиғи, гуманитар, социаль-иҡтисади һәм ижтимағи фәндәр буйынса мәҡәләләр баҫтырыла. Ай һайын сыға (өҫтәмә махсус сығарылыштар булыуы ла мөмкин). Юғары аттестация комиссияһы (ВАК) исемлегенә инә.
«Научно-педагогическое обозрение»
үҙгәртергә«Научно-педагогическое обозрение» фәнни журналы 2013 йылдан сыға. Кварталға бер сығарыла (өҫтәмә махсус сығарылыштар булыуы мөмкин).
«Томский журнал лингвистических и антропологических исследований»
үҙгәртергә«Томский журнал лингвистических и антропологических исследований» фәнни журналы 2013 йылдан сыға. Кварталкға бер тапҡыр сығарыла (өҫтәмә махсус сығарылыштар булырға мөмкин). Web of Science-та индексациялана.
«ΠΡΑΞΗΜΑ. Проблемы визуальной семиотики»
үҙгәртергә2014 йылдан кварталға бер тапҡыр «ΠΡΑΞΗΜΑ. Проблемы визуальной семиотики» фәнни журналы сыға. Scopus-та индексациялана.
Китапхана, музейҙар, картина галереяһы
үҙгәртергәКитапхана
үҙгәртергәА. М. Волков исемендәге Тлмск дәүләт педагогия университеты китапханаһында 921,9 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге иҫәпләнә (01.01.2018 йыл мәғлүмәте). Йыл һайын китапхана университет нәшриәтендә һәм уҡытыусылар баҫтырған фәнни һәм уҡыу әҙәбиәте, яңы әсбаптар һатып алыу һәм шәхси кешеләр бүләк итеү иҫәбенә тулылана. Китапхананың һирәк китаптар фонды бар. Китапхана структураһына әҙәбиәте эшкәртеү һәм комплектлау, библиографик мәғлүмәт үҙәге (БИЦА), хеҙмәтләндереү бүлеге, компьютер технологиялары бүлеге инә.
Музейҙар
үҙгәртергәТомск дәүләт педагогия университетының музей комплексына 10 музей инә:
- Яҙыусы-әкиәтсе А. М. Волков музейы (Томск уҡытыусылар институтын тамамлаған).
- ТДПУ тарихы музейы.
- Мәғлүмәт технологиялары музейы.
- Анатомия уҡыу музейы.
- Тарих уҡыу музейы.
- Торф уҡыу музейы.
- Зоология уҡыу музейы
- Этнология һәм археология уҡыу музейы
- «Русская изба в Сибири» этнолингвистик уҡыу музейы
- Себер халыҡтарының ҡулланма-ғәмәли сәнғәте уҡыу музейы.
Картиналар галереяһы
үҙгәртергә- 2004 йылдың 11 мартында ТДПУ-ла Картиналар галереяһы асыла. 2004—2010 йылдарҙа ул университеттың 8-се корпусында урынлаша. 2011 йылдан 9-сы корпусҡа күсерелә. Йыл дауамында унда Себер рәссамдарының һәм ҡулланма-ғәмәли сәнғәт оҫталарының (шул иҫәптән, ТДПУ тамамлаусыларҙың) 4-5 экспозицияһы ҡуйыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Шалимов С. В. Возрождение отечественной генетики глазами очевидца и участника: интервью с академиком РАН В.А. Драгавцевым, The Revival of Soviet Genetics: An Interview with Academician V.A. Dragavtsev (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2016. — Т. 8, вып. 3. — С. 107—120. — ISSN 2076-8176; 2500-1221
- ↑ Directory of Open Access Journals — 2003.
- ↑ Решение Арбитражного суда Томской области от 11.04.2000 г. // Войтеховская М. П., Галкина Т. В. Томский педагогический: от института к университету. Томск, 2002.; С. 6
- ↑ Войтеховская М. П., Галкина Т. В. Томский педагогический: от института к университету. Томск, 2002.; С. 5
- ↑ Войтеховская М. П., Галкина Т. В. Томский педагогический: от института к университету. Томск, 2002.; С. 14
- ↑ Войтеховская М. П., Галкина Т. В. Томский педагогический: от института к университету. Томск, 2002.; С. 17
- ↑ Войтеховская М. П., Галкина Т. В. Томский педагогический: от института к университету. Томск, 2002.; С. 19
- ↑ Войтеховская М. П., Галкина Т. В. Томский педагогический: от института к университету. Томск, 2002.; С. 24
- ↑ Войтеховская М. П., Галкина Т. В. Томский педагогический: от института к университету. Томск, 2002.; С. 140
- ↑ Год в истории: Томский хронограф 2013, ОГКУ «ГАТО» (23 апрель 2013). 23 сентябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Войтеховская М. П., Галкина Т. В. Томский педагогический: от института к университету. Томск, 2002.; С. 146
- ↑ Войтеховская М. П., Галкина Т. В. Томский педагогический: от института к университету. Томск, 2002.; С. 166
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Войтеховская М. П., Кочурина С.А. Томский учительский институт: возвращённая история. 1902—1920 годы. Томск, 2002. 239 с. ISBN 5-89428-088-5
- Войтеховская М. П., Галкина Т.В. Томский педагогический: от института к университету. Томск, 2002. 268 с. ISBN 5-89428-106-7
- Галкина Т. В. История создания и функционирования музейного комплекса Томского государственного педагогического университета (2002—2005 гг.) // Вестник ТГПУ. 2007. Выпуск 3 (66). — Томск, ТГПУ, 2007. С.99-105
- Галкина Т. В. Концепция Томского детского музея «Волшебная страна» им. А. М. Волкова при ТГПУ // XIV Всероссийская научно-практическая конференция «Музей и его партнёры» (2003). Сборник докладов — Рязань, 2003.
- Галкина Т. В. Поляки в истории Томского государственного педагогического института (1930—1940-е годы) // История и методика преподавания славянских языков и литератур как иностранных с применением технологии диалога культур: Материалы региональной научной конференции «История и методика преподавания славянских языков как иностранных в сибирском регионе» (24-25 марта 2005 г.) / Под ред. В. А. Доманского. Томск: Изд-во ТГПУ, 2005. С. 37-45.
- Профессора Томского государственного педагогического университета: Биографический словарь / Автор-составитель Т. В. Галкина. Томск: Изд-во ТГПУ, 2005. 328 с. ISBN 5-89428-175-X
- Томский государственный педагогический университет // Томск от А до Я: Краткая энциклопедия города. / Под ред. д-ра ист. наук Н. М. Дмитриенко. — 1-е изд. — Томск: Изд-во НТЛ, 2004. — С. 360—361. — 440 с. — 3000 экз. — ISBN 5-89503-211-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт ТГПУ 2006 йыл 9 октябрь архивланған.