Томаров Сергей Александрович

Томаров Сергей Александрович (25 май 1982 йыл) — спортсы, тренер, ғалим-педагог. 2009 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2011).

Томаров Сергей Александрович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 25 май 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (41 йәш)
Тыуған урыны Мәләүез, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө футбол тренеры, футболсы
Командалағы уйын позицияһы нападающий[d]
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре кандидаты[d]
Спорт командаһы ағзаһы Өфө
Спорт төрө Футбол[1]
 Томаров Сергей Александрович Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Сергей Александрович Томаров Башҡорт АССР-ының Мәләүез ҡалаһында тыуған. Тыуған ҡалаһында футбол менән шөғөлләнә башлай, тәүге тренеры Виктор Филиппович Нуйкин була[2]. 1999—2004 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетында «Защита в чрезвычайных ситуациях» һөнәре буйынса уҡып инженер була. Мини-футбол буйынса университеттың йыйылма командаһы составында уйнай. Һәүәҫкәр кимәлендә урындағы футбол клубтары «Строитель» (Өфө), «Белоречье» (Кушнаренко), «Химик» (Мәләүез), «Нефтемаш» (Ишембай), «Мираж» (Благовещенск), «Колос» (Дәүләкән) өсөн сығыш яһай. 2004 йыл миҙгелендә Икенсе дивизионда Өфө ҡалаһының «Нефтсе» футбол клубы өсөн бер нисә матч уйнай. Мини-футбол клубтары: 2004/2005 йылдар сезонында «БНЗС-Педуниверситет» МФК өсөн Беренсе лигала, 2006—2009 йылдарҙа — президенты «Өфө» футбол клубының буласаҡ генераль директоры Шамил Ғәзизов булған «Динамо-Тималь» МФК өсөн Юғары лигала һәм Суперлигала сығыш яһай. Шулай уҡ 2008/2009 йылдар миҙгелендә БДПУ МФК — фарм-клубы өсөн Юғары лигала бер нисә матч үткәрә.

«Динамо-Тималь» мини футбол клубы тарҡалғандан һуң 2009 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетына физик культура уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша, университеттың йыйылма командаһын мини-футбол буйынса өйрәтә. 2011 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Милли дәүләт физик культура, спорт һәм сәләмәтлек университетында, «педагогия фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Эффективность различных вариантов организации и содержания учебных занятий по физическому воспитанию студентов (на примере мини-футбола)» темаһына диссертация яҡлай. 2014 йылда иҡтисад бакалавры дипломы ала. 2019 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетының физик тәрбиә кафедраһында профессор була.

2010 йылдың декабренән «Өфө» тренерҙар штабына инә. 2016 йылдың майында Евгений Перевертайло отставкаға киткәндән һуң баш тренер вазифаһын башҡарыусы сифатында команданы майҙанға алып сыға. Уның етәкселегендә һуңғы турҙа «Өфө» Ҡазандың «Спартак» командаһын 3:1 иҫәбе менән еңә. Был еңеү стыковой уйындан ҡотолорға мөмкинлек бирә. 2018 йылдың июнендә клубтың баш тренеры итеп раҫлана[3]. 2018 йылдың 7 ноябрендә отставкаға сыға.

2018 йылдың декабрендә «Өфө» клубының аналитика бүлеген етәкләй[4]. 2019 йылдың ғинуарында «Өфө» футбол клубы мәктәбенең өлкән тренеры итеп тәғәйенләнә[5]. 2019 йылдың апрелендә «Өфө» тренерҙар штабына кире ҡайта[6]. 2019 йылдың 23 авгусында «Өфө» футбол клубының өлкән тренеры посын ҡалдыра[7].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә