Тольятти йәмиғ мәсете

Тольятти йәмиғ мәсете — Диниулов Харис Хәйҙәр улы исемендәге мәсет[2], ҡаланың Үҙәк районында Ларин урамында урынлашҡан.

Тольятти йәмиғ мәсете
Нигеҙләү датаһы 1993[1]
Рәсем
Изображение интерьера
Рәсми атамаһы Тольяттинская соборная мечеть имени Диниулова Хариса Хайдаровича[1]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тольятти
Урынлашҡан урамы улица Ларина[d][1]
Рәсми асылыу датаһы 1997[1]
Һыйым 3500[1]
Ҡат һаны 2
Бейеклеге/буйы 38 метр
Рәсми сайт muslim-tlt.ru
Зимнее изображение
Карта
 Тольятти йәмиғ мәсете Викимилектә

Тольятти йәмиғ мәсете төҙөү өсөн ҡала хакимиәте тарафынан 1993 йылда Тольятти ҡалаһының шәхси секторында территория бүлеп бирелә. Мәсет 1994 йылда төҙөлә башлай, ә 1996 йылда уның беренсе сиратын төҙөү тамамлана. Мәсет төҙөүгә аҡһаҡалдар советы рәйесе Диниулов Харис Хәйҙәр улы рухландыра, мәсет уның исеме менән атала. 1997 йылдың февралендә йәмиғ мәсетенең беренсе сиратын асыу тантанаһы була.


2003 йылдың 20 октябрендә мәсеттең икенсе сиратына нигеҙ һалына, сөнки алдағы төҙөлгән бина мосолман байрамдары ваҡытында барлыҡ килеүселәрҙе һыйҙыра алмай. Яңы бина ике ҡатлы һәм 38 м манара менән була. Ул 300 килеүсегә иҫәпләнә. Намаҙ уҡыу залдары беренсе һәм подвал ҡаттарында урынлаша, ә икенсе ҡатта ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бүлмә, уҡыу кластары һәм тәһәрәт бүлмәләре урынлаша.

Икенсе сират мәсетен асыу тантанаһы 2007 йылдың 10 декабрендә үтә, унда Рәсәй мосолмандарының мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин, Һамар өлкәһе мөфтөйө Вәғис Хәҙрәт, Тольятти Үҙәк районының етәксеһе Сергей Крымцев, шулай уҡ ябай ҡала халҡы һәм күрше төбәктәрҙән һәм илдәрҙән килгән ҡунаҡтар ҡатнаша.

Мәсеттең имамы — Ғүмәров Ислам Миңсәлих улы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә