Токаревтың табыш йорто (Дондағы Ростов)

1905

Иҫтәлекле урын
Токаревтың табыш йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Оло Баҡса урамы, 106/46
Төҙөлгән ваҡыты 1905 йыл
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы
Революцияға тиклемге открыткала Токаревтың табыш йорто

Токаревтың табыш йорто Дондағы Ростов ҡалаһында Оло Баҡса урамында, Чехов проспекты менән киҫешкән урам сатында урынлашҡан. Бина төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[1] статусына эйә.

Табыш йорто 1905 йылда Ростов сауҙагәре һәм спирт-араҡы заводы хужаһы Николай Ильич Токарев тарафынан төҙөлгән булған. Революцияға тиклем табыш йортонда С. О. Бабахановтың бакалея магазины, Рус театр йәмғиәте, «Май-Сыр» магазины, М Розенблюмдың[2] аптека һауыт-һабаһы һәм тығын склады урынлашҡан булған.

Совет власы урынлашҡандан һуң килем йорто дәүләт милкенә күсерелә, йортта унынсы ҡала дауаханаһы урынлаша. Бөйөк ватан һуғышы йылдарында бина зыян күрмәй тиерлек. 1945 йылда, Уинстон Черчиллдең ҡатыны Черчилль Клементина Дондағы Ростовҡа килгән саҡта, уны нәҡ ошо йортҡа урынлаштыралар[3]. 1990-сы йылдар аҙағында, ҡала юбилейына, «Спецреставрация» институты хеҙмәткәрҙәре архитектор Ю. Н. Солнышкин проекты буйынса элекке килем йортон реставрациялайҙар. Әлеге ваҡытта бинаны 10-сы ҡала поликлиникаһы биләй.

Архитектураһы

үҙгәртергә

Өс ҡатлы килем йорто эклектика рухында төҙөлгән, уның биҙәлешендә барокко, рококо һәм классицизм элементтары бергә ҡушылған. Бинаның архитектура-художество йөҙөн вертикаль сығынтылар һәм эркерҙәр (бинаның тышҡа сығып торған өлөшө) билдәләй, улар сатыр менән тамамланған. Беренсе ҡат, алғы йөҙө эшкәртелмәгән тура дүртмөйөшлө таштар менән көпләнгән. Тәҙрә уйымдары төрлө тирәстәр менән биҙәлгән, икенсе ҡатта улар өсмөйөшлө кәрниздәр, ә өсөнсө ҡатта — дүрткел кәрниздәр менән тамамлана. Фасад һылап яһалған биҙәктәр, үремдәр, картуштар һәм антаблемент (бинаның колонналарға таянып торған өҫкө горизонталь өлөшө) менән бай биҙәлгән. Өсөнсө ҡаттағы аралыҡта ҡулына алдыр менән йылан тотҡан ҡатын-ҡыҙ скульптураһы урынлаштырылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 28 август 2013. Архивировано 14 сентябрь 2013 года.
  2. Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е изд.. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 274—275. — ISBN 5-8456-0489-3.
  3. Родион Петров Визит по-английски // Ростов официальный. — 2012. — № 31 (922).