Тишекташ мәмерйәһе

Тишек-Таш (үзб. Teshik-Tosh Тишек-Тош — тишекле ҡая) — Үзбәкстандың Сурхандаръя өлкәһе Байсунтау тауҙарындағы мәмерйә. Унда 1938 — 1939 йылдарҙа совет археологы Алексей Павлович Окладников мустьер мәҙәниәтенә ҡараған бер ҡәберҙә ҡыҙ бала һөлдәһен таба. Элегерәк был һөлдәне малайҙыҡы тип уйлағандар [1].

Тишекташ мәмерйәһе
Рәсем
Тау һырты Байсунтау[d]
Дәүләт  Үзбәкстан
Административ-территориаль берәмек Сурхандарьинская область[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Окладников, Алексей Павлович[d]
Асыу датаһы 1938
Карта
 Тишекташ мәмерйәһе Викимилектә

Тасуирлау

үҙгәртергә

1938 — 1939 йылдарҙа Совет археологы А. П. Окладников Амударъя өлкәһенең төньяғында мустьер мәҙәниәте урынын һәм 8-9 йәшлек неандерталь баланың баш һәм башҡа ҡайһы бер һөйәктәре күмелгән ерҙе таба[2]. Ҡәбер ергә ҡаҙылған тау кәзәләренең мөгөҙө менән уратып алынған. Был неандерталдар араһында дини һәм йола культтарының булуын күрһәтә. Тишекташтан табылған баш һөйәгешаҡтай ҙур (1490 см³), неандерталдарға хас булғанса, күҙ өҫтө һөйәге артыҡ үҫешмәгән, танауы оҙон, һәм неандерталдарҙыҡы кеүек, эйәге юҡ. Һуңғы тикшеренеүҙәр күрһәтүенсә, һөлдә ҡыҙ баланыҡы бюулып сыҡҡан[3].

2007 йылда Сванте Паабо һәм Лейпцигтағы Макс Планк исемендәге эволюцион антропология институтының бер төркөм тикшереүселәре Тишекташтан неандерталь кешеһенең митохондрия ДНК-һын, шулай ук Окладников мөмерйәнең һөйәктәрен өйрәнә. Бығаса 13 Европа неандерталының декодланган геномдары менән сағыштырыу үткәрелә, Себер һәм Европа неандерталдарының митохондрия ДНК-һында оҡшашлыҡтар табыла. Тишекташ һөйәктәренә бындай анализ өсөн кәрәк булған коллагендың бик аҙ булыуы һөҙөмтәһендә радиоуглерод анализын эшләү мөмкин булмай[4][5].

Мәмерйәнең мәҙәни ҡатламдарында (1,5 метрға тиклем) бында йәшәгән кешеләр аулаған ҡырағай ат, тау кәзәһе, болан, айыу һәм башка хауан һөйәктәре табыла. Күп һанлы таш әйберҙәр (мәҫәлән, диск формаһындағы үзәктәр, ҡырғыстар) ҡиммәтле табыш булып сыға.

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • Тишекташ мәмерйәһен аҡан өсөн А. П. Окладников, М. Гремяцкий һәм Н. Синельников Сталин премияһына лайыҡ була.
  • Национальная энциклопедия Узбекистана . — Ташкент, 2000—2005. ;
  • Рогинский Я. Внеевропейские палеоантропы // Ископаемые гоминиды и происхождение человека М., 1966.
  • Тешик-Таш. Палеолитический человек. М., 1949
  • Окладников А. П. Мустьерская стоянка в гроте Тешик-таш в Узбекистане // КСИИМК — Вып. II. — 1939

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә