Тирасполь ҡәлғәһе
Тиарсполь ҡәлғәһе, йәки Средин ҡәлғәһе — полководец А.В. Суворов һәм архитектор Ф.П. де Волан етәкселеге аҫтында 1792—1793 йылдарҙа Днестр йылғаһының һул ярында оборона ҡоролмаһы сифатында төҙөлгән ҡәлғә. Средин ҡәлғәһе стеналары эргәһендә Екатерина II указы менән Тирасполь ҡалаһы төҙөлә. XVIII быуаттың архитектура ҡомартҡыһы[1].
Тирасполь ҡәлғәһе | |
Дәүләт |
Днестр буйы республикаһы Молдова |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Тирасполь |
Тирасполь ҡәлғәһе Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1787—1791 йылдарҙа рус-төрөк һуғышы тамамланыу менән Яссы солохо килешеүе төҙөлә, уға ярашлы Рәсәй һәм төрөк биләмәләре араһында сик Днестр йылғаһы аша үтә. Яңы ерҙәр Очаков өлкәһе тип атала. Екатерина Икенсе күрһәтмәләре буйынса губернатор В. Каховский экспедицияһы яңы биләмәләрҙе «байҡап сыға» һәм 1792 йылдың 21 сентябрендә Петербургта ҡала пландарының проекттарын һәм уларҙың административ ҡоролошо буйынса тәҡдимдәрен индерә.[2].
1792 йылдың ноябрендә императрица А.В. Суворовҡа сиктәрҙе ҡарап сығырға һәм «дошмандар һөжүменә ҡаршы уларҙы нисек бошонмаҫлыҡ ҡиәфәткә килтереүҙе» хәбәр итергә ҡуша. 1793 йылдың ғинуарында буласаҡ Тирасполь урынында Днестрҙағы сикте нығытыу буйынса Суворовтың Де Волан менән берлектә эшләнгән планы Петербургҡа ебәрелә[3].
Днестр буйынса ҡәлғә проекттары хуплана, һәм ассигнованиены ла көтөп тормайынса Суворов төҙөлөшкә тотона, уның өсөн 100 000 һум үтескә ала һәм хатта үҙ ауылдарын да һата. Был хаҡта Екатерина Икенсе белеп ҡала һәм дәүләт ҡаҙнаһынан Суворовҡа 600.000 аҡса бирергә бойора[4].
Тирасполь ҡәлғәһенә 1793 йылдың 22 июнендә (6 июлдә) нигеҙ һалына. Төҙөлөш һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә бәйле күп ауырлыҡтарға, һалдаттарҙың өйрәнмәгән климат арҡаһында ауырыуҙарына ҡарамаҫтан, Средин ҡәлғәһе төҙөлөшө уңышлы бара. Ҡәлғә, проектҡа ярашлы дүртмөйөш рәүешен алырға тейеш була. Һуңғы вариантында тышҡы ҡиәфәтенә теүәл һигеҙ мөйөшлө бастион һыҙаты бирергә кәрәк була[5]. Төҙөлөштөң тиҙлеге Оттоман Портаһы менән яңы һуғыш осрағына ҡәлғәне мөмкин тиклем тиҙерәк оборона хәленә килтереү кәрәклеге менән аңлатыла.
1795 йылдың аҙағына нығытма төҙөү тамамлана. Ул фортификация сәнғәтенең бөтә закондары буйынса төҙөлә. Уның биләмәһендә изге Андрей Первозванный сиркәүе, өс артиллерия паркы, хәрби госпиталь, комендант йорто, дары мөгәрәптәре, казармалар, ат һарайҙары, цейхгауздар, аҙыҡ-түлек келәттәре урынлаша. Ҡәлғәлә ҙур хәрби гарнизон урынлаша ала, ул хәҙерге ҡоралдар менән йыһазландырыла һәм аҙыҡ-түлектең ҙур запасы менән тәьмин ителә[6]. Ҡәлғәнең Көнбайыш, Херсон һәм Брацлав ҡапҡалары була. Ер валдарҙа ут тишектәре ышыҡлана[7].
1798 йылда ҡәлғә планында «Владимир», «Павел», «Дан», «Победоносец», «Петр», «Георгий», «Николай», «Василий» бастиондары һәм «Иоанн» һәм «Александр» ярым бастиондары билдәләнгән.
1795 йылға ҡәлғә янындағы ауылда 2,5 меңдән ашыу кеше йәшәгән[8]. 1795 йылдың 27 ғинуарында ҡәлғә янында ауыл ҡала статусын ала. Тирасполь Новороссийск губернаһының өйәҙ ҡалаһы, ә 1803 йылдан Тирасполь өйәҙе Херсон губернаһы составына инә.
Ләкин Тирасполь ҡәлғәһе үҙенең оборона ролен үтәмәй. 1812 йылғы Бухарест тыныслыҡ килешеүе һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй сиге Прут йылғаһына тиклем күсә, һәм Тирасполь үҙенең сик әһәмиәтен юғалта.
1835 йылдың 15 июлендә Рәсәй көньяғы нығытмалары буйынса стратегик комитеттың инспекторлыҡ сәйәхәтенән һуң, Тирасполь ҡәлғәһе юҡҡа сығарыла[9].
Тирасполь ҡәлғәһе 1822—1826 йылдарҙа декабрист В.Ф.Раевскийҙың һөргөн урыны булараҡ билдәле[10]. Тирасполгә килгән сағында Пушкин Раевский янына барырға йыйына, ә ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, шағир Раевскийҙың Тирасполь ҡәлғәһендә яҙған шиғырҙарын ала.
Репрессияланғандарҙы атыу урыны
үҙгәртергәXX быуаттың 30-сы йылдарында Тирасполь ҡәлғәһе репрессияланған ҡыҙылармеецтарҙы атыу урыны булып хеҙмәт итә, ә немец-румын оккупацияһы ваҡытында совет граждандарын күпләп юҡ итеү урынына әйләнә[11]. 90-сы йылдарҙа Т.Г. Шевченко исемендәге Днестр буйы дәүләт университетының тарих факультеты репрессияланғандарҙың кәүҙәләренең эксгумацияһын үткәрә һәм ҡайтанан ерләй[12]. Туғандаш ҡәберлек дары мөгәрәбе эргәһендә төҙөлә һәм унда 800-ҙән ашыу кешенең кәүҙәһе ята[13].
Хәҙерге торошо
үҙгәртергәҠәлғә ҡалдыҡтары хәҙерге Тирасполдең көньяҡ-көнбайышында Федько урамы менән Закрепостная Слободка районы араһында урынлашҡан. 2012 йыл мәғлүмәттәре буйынса, «Изге Владимир» бастионының дары баҙы ғына һаҡланған[14]. Ҡәлғә 1970 йылдарҙа Тирасполдең Суворов биҫтәһен төҙөгәндә ныҡ зыян күрә[15]. 1990 йылдар башында Тирасполь ҡәлғәһен тергеҙеү һәм бөгөнгө көндә лә әһәмиәтен юғалтмаған туристик объект булдырыу планы була. Әммә ҡайһы бер сәбәптәр буйынса тергеҙеү эштәре туҡтап ҡала.
Ҡәлғә биш метрлы ер вал менән уратып алынған[16] 2011 йыл башында ҡәлғә эргәһендә үк (көньяҡта) астрономик обсерватория төҙөлә башлай[17]
2013 йылдың 13 октябрендә изге Владимир бастионының дары мөгәрәбендә Тирасполь ҡәлғәһенә нигеҙ һалыуға бағышланған мемориаль таҡта асыла[18].
2014 йылдың яҙында Изге Владимир бастионының дары мөгәрәбен реставрациялау башлана[19], ул ошо уҡ йылдың 14 октябренә тамамлана. Мөгәрәптең бер өлөшөндә Тирасполь ҡәлғәһе тарихына арналған экспозиция урынлаша[20], ә икенсе өлөшөндә сиркәү төҙөкләндерелә[21].
Ҡәлғә аҡса билдәләрендә
үҙгәртергә2006 йылдың 10 майынан Днестр буйы Молдова Республикаһы Банкы «Тирасполь ҡәлғәһе» 100 һумлыҡ иҫтәлекле көмөш тәңкәһен әйләнешкә индерә, ул «Днестр буйында боронғо ҡәлғәләр» яңы серияһын аса. Һәр тәңкә идентификациялы сертификатҡа (паспорт) эйә, үтә күренмәле капсулала төргәкләнгән һәм футлярҙа күрһәтелә. Тәңкәләр 925 келәймәле көмөштән яһалған. Тиражы — 500 дана[22].
Галереяһы
үҙгәртергә-
Ҡәлғә
-
Һаҡлау будкаһы
-
Ҡәлғә ҡышын
-
Тирасполь ҡәлғәһе
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Дорох Т. П. Тираспольская крепость. — Тирасполь: ЗАО Типар, 1992. — 3 с.
- Очерки истории Тирасполя. — Кишинёв: Картя Молдовеняскэ, 1967. — 188 с.
- Марецкий С. П. Тирасполь (историко-географический очерк). — Кишинёв: Государственной учебно-педагогической издательство МССР «Шкоала Советикэ», 1958. — 104 с.
- М.Н. Кашлева, А.А. Мельничук. Музеи Приднестровья. — Тирасполь: ГУИПП «Бендерская типография «Полиграфист», 2015. — 76 с.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ История города Тирасполя . Дата обращения: 20 февраль 2013. Архивировано 21 октябрь 2013 года. 2013 йыл 21 октябрь архивланған.
- ↑ Тирасполь (рус.). 30 август 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 2 ноябрь архивланған.
- ↑ Лилия Пастернак. «Приднестровье в зеркале времён» (рус.) (28.03.2012). 11 октябрь 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 5 ноябрь архивланған.
- ↑ Тираспольская крепость . Дата обращения: 12 ноябрь 2013. Архивировано 12 ноябрь 2013 года. 2013 йыл 12 ноябрь архивланған.
- ↑ Алла МЕЛЬНИЧУК. КАК БЫЛА ЗАЛОЖЕНА КРЕПОСТЬ, ДАВШАЯ НАЧАЛО ГОРОДУ (рус.) (17.07.2012). 10 апрель 2013 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
- ↑ Ирина Круглова. Этот город самый лучший город на земле! (рус.), pridnestrovie-daily.net (12 октябрь 2013). 4 декабрь 2013 тикшерелгән. 2014 йыл 30 июль архивланған.
- ↑ Дорох Т. П. Тираспольская крепость. — Тирасполь, 1992. — 3 с.
- ↑ Лилия Пастернак. «Приднестровье в зеркале времён» (рус.) (28.03.2012). 10 апрель 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 5 ноябрь архивланған.
- ↑ ТИРАСПОЛЬСКАЯ КРЕПОСТЬ (рус.) (11.05.2006). 30 август 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 5 октябрь архивланған.
- ↑ Дина Леонидова. В Тирасполе открылась выставка, посвященная декабристу Владимиру Раевскому \ (рус.) (26.10.2010). 10 апрель 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 17 май архивланған.
- ↑ В Тирасполе состоялся митинг памяти жертв политических репрессий (рус.) (30/10/2013). 30 октябрь 2013 тикшерелгән.
- ↑ Дина Леонидова. На месте массового расстрела жертв репрессий в Тирасполе нужно установить памятную плиту, считает директор городского музея (рус.) (30.10.2012). 10 апрель 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 19 июнь архивланған.
- ↑ Инна Яхлакова. Тираспольчане почтили память жертв политических репрессий 1930 – 40-х годов (ФОТО) (рус.) (30.10.2013). 30 октябрь 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 1 ноябрь архивланған.
- ↑ Евгений Абрамов. В Приднестровье Дню России посвятили велопробег (ФОТО) (рус.) (10.06.2013). 10 июнь 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 13 июнь архивланған.
- ↑ Б. ДЮРИЧ. БОРОДИНКА (рус.) (18.07.2012). 7 сентябрь 2013 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
- ↑ Обзор на 360 градусов с земляного вала
- ↑ Наблюдательный пункт ПГУ в Тирасполе будет расположен на суворовской горке
- ↑ В Тирасполе начались мероприятия, посвящённые 221-й годовщине основания города (рус.) (13/10/2013). 13 октябрь 2013 тикшерелгән.
- ↑ Дина Леонидова. Готовится проект реставрации порохового погреба Тираспольской крепости (ФОТО) (рус.) (12.09.2013). 12 сентябрь 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 14 сентябрь архивланған.
- ↑ В Тирасполе начались мероприятия, посвящённые 222-й годовщине основания города, novostipmr.com (12 октябрь 2014). 12 октябрь 2014 тикшерелгән.
- ↑ Александр Богатый. Подготовка к празднованию 222-летней годовщины Тирасполя, Первый Приднестровский телеканал (9 октябрь 2014). 11 октябрь 2014 тикшерелгән.
- ↑ В ПМР введена в обращение памятная монета «Тираспольская крепость»(недоступная ссылка)