Тинц һарайы (нем. Schloss Tinz) — Гера ҡалаһындағы һарай, 17451748 йылдарҙа Тинц районында төҙөлгән. Төҙөлөштө башлаған граф Генрих XXV Ройс-Гера ул тамамлағанға тиклем вафат була; уның улы һарайҙы иркен парк һәм киң һыу ятҡылығы менән тулыландыра. Бина төрлө ваҡыттарҙа аристократтар резиденцияһы, хәрби әсирҙәр өсөн лагерь, госпиталь һәм реабилитация үҙәге, халыҡ һәм партия мәктәбе, хеҙмәт лагеры, суд бинаһы һәм университет кампусы булып хеҙмәт итә.

Тинц һарайы
нем. Schloss Tinz
Нигеҙләү датаһы 1745
Рәсем
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Гера
Урынлашҡан урамы Weg der Freundschaft[d]
Урын Tinz[d]
Архитектура стиле архитектура барокко[d]
Мираҫ статусы Heritage monument in Thuringia[d]
Подробная карта
Вид в ночное время
Карта
 Тинц һарайы Викимилектә

1745 йылда буласаҡ Тинц һарайына тәүге нигеҙ ташы һалына— уның төҙөлөшө элек Каммергут Тинцҡа ҡараған урта быуат усадьбаһы урынлашҡан урында башлана. Проектты төҙөү һәм төҙөлөш менән етәкселек итеү Герхард Хоффманға йөкмәтелә. Төҙөлөштө башлаған граф Генрих XXV Ройсс-Гера (1681—1748) эштәр тамамланға тиклем вафат була; уның улы барокко стилендәге резиденциянан көнбайыштараҡ ҙур парк булдыра. Артабанғы йылдарҙа һарай Ройсстарҙың йәйге резиденцияһы булараҡ хеҙмәт итә, шулай уҡ Генрих XXX Ройсстың тол ҡатыны пфальцграфиня Кристиана Луиза Биркенфельд-Гельнхаузендың (1748—1829) даими резиденцияһы була. Уның вафатынан һуң һарайға Ройсс йорто ағзалары бик һирәк килә, ләкин уны хәрби маҡсаттарҙа бер нисә тапҡыр ҡулланалар: мәҫәлән, Франция-пруссия һуғышы ваҡытында унда 204 француз хәрби әсире урынлаша, ә Беренсе донъя һуғышы башында 1914 йылдың декабренән ул Герман империяһы армияһы һалдаттары өсөн дауахана һәм реабилитация клиникаһы булараҡ файҙаланыла[1].

1920 йылдың 8 мартында һарайҙа төбәктең бер нисә сәйәси партия һәм профсоюз инициативаһы буйынса социалистик йүнәлешле халыҡ урта мәктәбе ойошторола. «Сәйәси ныҡ» йәш белгестәргә биш айлыҡ курстарҙа социализм өлкәһендә системалы белем биреү күҙаллана. Мәктәптә шулай уҡ иҡтисад, йәмғиәт фәне, эшсе синыфтар тарихы, хеҙмәт хоҡуғы, профсоюз хәрәкәте тарихы, сәнғәт һәм әҙәбиәт тарихын уҡыталар. Тинцтағы мәктәпте герман эшселәр хәрәкәтенең күп билдәле вәкилдәре, шул иҫәптән Карл Корш һәм Отто Зур тамамлай. Германияла власҡа национал-социалистар килгәндән һуң халыҡ мәктәбе 1933 йылдың март айында ябыла: ябылғанға тиклем унда 1350 кеше белем ала. Национал-социалистик хөкүмәт һарайҙа 4-231-се RAD лагерын урынлаштыра; Икенсе донъя һуғышы ваҡытында бина йәнә хәрби госпиталь була. 1947 йылдың 15 ғинуарында замок Германияның берҙәм социалистик партияһына бирелә, ул уҡыу курстарын үткәреү өсөн, ә унан һуң партия мәктәбе кеүек ҡулланыла. Һарайҙы уратып алған йырындар һәм күпер ҡоролмалар 1975 йылда күмелә.

1996 йылдың 15 ғинуарынан алып 2010 йылдың апреленә тиклем һарай округ судының ваҡытлсыа бинаһы була. 2013 йылдың июлендә Гера властары һарайҙың реконструкцияһын һәм уны уратып алған территорияһының реконструкцияһын башлай: бинаны «Duale Hochschule Gera-Eisenach» юғары мәктәбе кампустарының береһе итеү күҙаллана.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Тинц һарайы мансардалы ҡыйыҡ менән барокко стилендәге тура мөйөшлө өс ҡатлы бинанан ғибәрәт; ул ҡомташтан, шулай уҡ таштан төҙөлгән. Фасадына классицизм стиле хас. Ишеге һәм ҡыйығы араһында Бавария һәм Ройсс йортоноң гербы урынлашҡан.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Замок Остерштайн и поместье Каймберг
  • Вилла Шуленбург и дом Отто Дикса
  • Хандельсхоф и вилла Маурер
  • Городская аптека в Гере
  • Церковь Святой Маргариты в районе Тинц

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Objekt des Monats: Das Wasserschloss Tinz // Ostthüringer Zeitung. — 2018.
  • Anja Löffler: Tinz in Gera — Ein vergessenes Schloss in Ostthüringen. In: Burgen und Schlösser in Thüringen, Jahresschrift der Landesgruppe Thüringen der Deutschen Burgenvereinigung e.V., Jena 1998.
  • Klaus Brodale, Heidrun Friedemann: Das war das 20. Jahrhundert in Gera. Wartberg, Gudensberg-Gleichen 2002, ISBN 3-831-31273-7.
  • Erhard Lemm, Angelika und Frank Schenke: Gera: Stadt in Thüringen. Lemm, Gera 2008, ISBN 978-3-931635-45-9.

Һылтанмалар

үҙгәртергә