Тимченко Иосиф Андреевич
Тимченко Иосиф Андреевич (26 ноябрь 1852 йыл — 20 май 1924 йыл) — урыҫ[1] механигы-уйлап табыусыһы.
Тимченко Иосиф Андреевич | |
укр. Йосип Андрійович Тимченко | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил | |
Эшмәкәрлеге | |
Тимченко Иосиф Андреевич Викимилектә | |
Биографияһы
үҙгәртергәИо́сиф Андре́евич Ти́мченко Рәсәй империяһы Харьков губернаһы Окоп ауылында крепостной крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Александр Эдельбергтың — 3-сө гильдия сауҙагәре, оптик һәм механик, Харьков император университеты продукция менән тәьмин итеүсе (поставщик) оҫтаханаларында өйрәнсек булған.
1874 йылда дуҫтары менән Одессаға юл тота. Николай Николаевич Миклухо-Маклайҙың идеяларына таң ҡалған улар Океанияға сәйәхәткә китергә йыйынған. Әммә тиҙҙән дуҫтары Харьковҡа ҡайта, ә Тимченко Одессала тороп ҡала. Рәсәй Пароходтар һәм Сауҙа йәмғиәтендә эшләй.
1880 йылдан алып Одессала Новороссийск университетының физика-математика факультеты механигы булып эшләй. 15 000 һумлыҡ ссудаға Преображенская урамында оҫтаханаларҙың яңы бинаһын төҙөй.
Одессала вафат була.
Уйлап табыуҙары
үҙгәртергәИосиф Тимченко бер нисә конструктор хеҙмәте авторы.
- 1875 йылда ул пар ҡаҙандары манометрҙарын тикшереү өсөн ҡоролма уйлап таба.
- Шул уҡ йылда электр сәғәттәре әҙерләп, улар тәүҙә губернаторға бүләк ителә, һуңынан уны императорға бүләк итеү өсөн Санкт-Петербургка ебәрәләр. Сәғәттәр юлда юғалған.
- Одесса обсерваторияһында ҡулланылған орбиталар буйынса күк есемдәренең хәрәкәтен күҙәтеү өсөн программалы механик ҡоролма эшләй.
- Күҙ операциялары өсөн микрохирургик инструменттар эшләй.
- Тимченконың уйлап табыуҙары араһында Тимченко — плювиограф, анеморумбограф һәм яҙыусы терегөмөш барометры кеүек метеорологик приборҙар.
- 1893 йылда Тимченко Мәскәү университеты профессоры физик Н. А. Любимов менән берлектә «ҡусҡар» — стробоскоптағы кадрҙарҙы өҙөклөктәр менән алмаштырырға мөмкинлек биргән күсмә механизм — әҙерләй. Ошо уҡ механизм М. Ф. Фрейденберг менән берлектә проектланған кинетоскопта файҙаланылған[2]. Кинотаҫма өсөн дисклы фотопластинка файҙаланылған киноскобы тәүге тапҡыр 1894 йылдың ғинуарында рус тәбиғәтте һынаусылар һәм табиптарҙың туғыҙынсы съезында күрһәтелә. Күрһәтелгән фильмдар — «Скачущий всадник» «Сабып барыусы һыбайлы» һәм «Копьеметатель» «Һөңгө ташлаусы» — Одесса ипподромында төшөрөлгән.
- Тимченко шулай уҡ Фрейденбергтың автоматлаштырылған телефон станцияһын ентекле әҙерләүҙә ҡатнашҡан.
Парижда, Петроградта, Одессала һәм Түбәнге Новгородта Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, биш алтын һәм өс көмөш миҙал менән бүләкләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- 1882 — Мәскәүҙә XV Бөтә Рәсәй сәнәғәт-художество күргәҙмәһенең Көмөш миҙалы;
- 1884 — Одессала Ауыл хужалығы һәм фабрика-завод күргәҙмәһенең алтын миҙалы;
- 1886 — Кишинёв Бессарабия ауыл хужалығы һәм сәнәғәт күргәҙмәһенең алтын миҙалы;
- 1889 — Париж Бөтә донъя күргәҙмәһенең көмөш миҙалы;
- 1896 — Түбәнге Новгород XVI Бөтә Рәсәй сәнәғәт һәм сәнғәт күргәҙмәһенең алтын миҙалы;
- 1900 — 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены кавалеры;
- 1900 — Париж Бөтә донъя күргәҙмәһенең алтын миҙалы;
- 1902 — Петербургта Халыҡ-ара балыҡ етештереү сәнәғәте күргәҙмәһенең алтын миҙалы һәм 1-се премияһы;
- 1910 — Одесса Художество-сәнәғәт күргәҙмәһенең көмөш миҙалы.
Хәтерен мәңгеләштереү
үҙгәртергә- Украинаның Милли кинематографистар союзы үтенесе буйынса, Одесса ҡала башлығы бойороғо менән Одессала уйлап табыусының хәтерен мәңгеләштереү ҡарары ҡабул ителә. Ошо маҡсатта Преображенский урамындағы 24-се йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, шулай уҡ Икенсе христиан зыяратында Тимченко һәм уның ғаиләһенә һәйкәл ҡуйыу планлаштырыла.
- Харьковта 2012 йылдың 12 майында Мәскәү проспектындағы 10/12-се йорттоң фасадына мемориаль таҡтаташ ҡуйылды, бығаса унда Тимченко эшләгән механика оҫтаханаһы урынлашҡан булған.
- 2016 йылдың 26 апрелендә Одессалағы элекке Колхоз урамы Тимченко урамы тип үҙгәртелде[3].
Библиография
үҙгәртергә- Банита Л. Видатний український механик // Україна. — № 3. — 1951. — С. 34;
- Мишаков О. О., Леві I.З. Видатний вітчизняний механік-винахідник Й. А. Тимченко // Вісник Академії наук УРСР. — 1952. — № 8. — С. 72-77;
- Соколов И. В. Скачковый механизм «улитка» И. А. Тимченко // История изобретения кинематографа. — М.: Искусство, 1960. — С. 98-102;
- Цесевич В. П., Корпун Я. Ю. Механік-винахідник Й. А. Тимченко. — К.: Державне видавництво технічної літератури, 1961. — 62 с.;
- Шимон О. О. Хто ж був першим? // Сторінки з історії кіно на Україні. — К., 1964. — С. 7-15;
- Островский Г. Л. Дом, где родился кинематограф // Одесса, море, кино. — Одесса; Маяк, 1989. — С. 9-13;
- Малиновский А. В. Кто изобрел кино? // Кино в Одессе. — Одесса, 2000. — С. 7-11;
- Капельгородська Н., Глущенко Є. Визнані і забуті винахідники // Начерки далекої кіноісторії. — К.: АВДІ, 2005. — С. 22-24;
- Костроменко В. Впереди паровоза // Очерки истории Одесской киностудии. — Одесса, 2010. — С. 6-15;
- Рапопорт А. Одесса — родина кино. Жизнь и кинетоскоп Иосифа Тимченко // Киноведческие записки. — 2010. — № 97. — С. 299—315;
- Миславский, В., Гергеша В.Механик-изобретатель Иосиф Тимченко в документах и воспоминаниях . — Харьков: Фактор, 2012. — 288 с. — ISBN 978-966-180-344-1.
- Чернявский Ю. Стук выходящего — Львів : Кальварія, 1997. — 109 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Тимченко Иосиф Андреевич .
- ↑ Александр Рапопорт. Всем известно, что кино в Одессе было рождено . Биография. Народный биографический справочник. Дата обращения: 22 ноябрь 2013. Архивировано из оригинала 3 декабрь 2013 года. 2013 йыл 3 декабрь архивланған.
- ↑ Парк Ленинского комсомола в Одессе получил имя Савицкого, а Пионерская стала Академической
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мишаков О. О., Леві I. З. Видатний вітчизняний механік-винахідник Й. А. Тимченко, «Вісник Акад. наук УРСР» № 8, 1952.
- Соколов И. В. Вклад русской науки и техники в изобретение кинематографа, в книге: Труды по истории техники, вып. 4, М., 1954.
- В Одессе увековечат память Иосифа Тимченко — изобретателя аппарата для съёмки и показа картин(недоступная ссылка)